6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Бары тик тираж булһын!
27.02.09


       Хәҙерге ваҡытта һәр мөйөштә тиерлек гәзит-журналдар һәм төрлө-төрлө башҡа баҫмалар күп һатыла. Беҙ ҡулыбыҙға килеп эләккән гәзитте транспортта барғанда уҡырға күнеккәнбеҙ. Уҡыу менән мауығып, йыш ҡына кәрәкле туҡталышты ла үтеп китәбеҙ. Ә йортта, киске аш өҫтәле артында, яратҡан журналдан айырыла алмайбыҙ. Донъя яңылыҡтары менән танышып барыу мөмкинлегебеҙ бар икән, тимәк, визуаль мәғлүмәт етештереү индустрияһы - полиграфия сәскә ата.
       Баҫма һүҙенә ышанабыҙмы һуң? Һис шикһеҙ. Ә мәғариф, фән, мәҙәниәт - өлгәшелгәндәрҙе һаҡлау мөмкинлегенә эйә булмай тороп, улар үҫешә алыр инеме? Юҡ. Полиграфияның үткәненә күмелмәйек, тик шуны иҫкә төшөрәйек, был өлкәлә һәр ваҡыттағыса ҡытайҙар беренсе булған - икенсе мең йыллыҡ башында. Бөгөн был бизнеста хәлдәр нисек, полиграфия хеҙмәттәре баҙарында ҡатнашыусылар араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр ниндәй? Беҙ был турала эшҡыуар, шәхси типография хужаһы Наталья Левинанан һорап белергә булдыҡ.
       - Мин белемем буйынса биолог. Университеттан һуң специальность буйынса эшләнем - эскперт-криминалист, әммә аҙаҡ полиграфияға киттем. Башта башҡарыусы булып эшләнем, һуңынан үҙемдең эшемде астым. Милексенең тупланған тәжрибәһе һәм яуаплылығы яңы сифатҡа (профессия менән ҡыҙыҡһыныу) күскәс, үҙ көсөмә ышана башланым. Бөгөн мин үҙемде эшмәкәрлектең башҡа өлкәһендә күҙ алдына килтерә алмайым - минең уйымса, бөтәһен дә әҙ-әҙләп белгәнсе, бер өлкәлә генә ысын белгес булыу яҡшыраҡ.
       - Теләһә ниндәй бизнесты билдәле башланғыс сығымдарһыҙ асыу ауыр. Был дөрөҫмө?
       - Эйе, ысынлап та шулай. Һәм миңә банк кредиты хеҙмәттәре менән файҙаланырға тура килде. Аҡса бөтөнләй юҡ ине, идара итеү оҫталығы ла булманы. Заказ биреүселәр ҙә сират торманы. Бер йылдан һуң даими клиенттар барлыҡҡа килде.
       - "Аяҡҡа баҫырға" нимә ярҙам итте?
       - Әйтеүе ауыр. Бәлки, заказсыларҙан ваҡытында тәҡдимдәрҙер. Бер ниндәй ҙә таныш-тоношлоҡ булманы - беҙ бөтәһен дә үҙебеҙ эшләнек. Эшҡыуарға ярҙам итергә бер кем дә ашыҡмай. Мин, һәр хәлдә, бер ниндәй ҙә ярҙам күрмәнем.
       - Продукцияның ниндәй төрөн сығараһығыҙ?
       - Флаерҙар, буклеттар, брошюралар, каталогтар, календарҙар, плакаттар. Ҙур тираждарға өҫтөнлөк бирелә, сөнки беҙҙә офсет ысулы менән баҫыла - был шәхси заказсылар өсөн күпләп сығарыу тигәнде аңлата. Иң аҙ тираж А3+ форматында 500 бит. Офсет ысулы менән баҫҡанда һүрәт башта пластиналарҙа барлыҡҡа килә, аҙаҡ ҡағыҙға күсерелә. Еңел яңғырай, әммә был эш персоналдан юғары квалификация талап итә.
       - Эре һәм бәләкәй заказсылар араһында нисбәт ниндәй?
       - Айына 20 бәләкәй заказ булыуы бар, 1-2 - эре.
       - "Нулдән" башлап заказдар үтәргә тура килдеме?
       - Дөйөм алғанда, предприятиелар штат дизайнерҙары яһаған әҙер макеттар алып килә. Беҙгә тираж баҫаһы, эшкәртәһе һәм клиентҡа тапшыраһы ғына ҡала. Ҡай саҡ оператив корректура талап ителә.
       - Ниндәй проблемалар йыш осрай?
       - Проблемалар һәр саҡ етерлек. Үҙеңә исем эшләүе ауыр, көн һайын үҙеңдең репутацияңды тотоу ҙа еңелдән түгел. Конкуренция тураһында һөйләйҙәр икән, был башлыса, демпинг. Кешеләр ишек артында тороп, клиенттарға "ҡармаҡ һала", һәм түбән хаҡтар тәҡдим итә. Юғары сифат һәм заказсының айыҡ фекеренә өмөт был хәлдән сығыу юлы булып тора.
       Беҙҙәге бөтә ҡорамал сит илдән һатып алынған. Миҫал өсөн, баҫûó станоктарын Германиянан һатып алабыҙ. Сығымдарҙың тағы бер графаһы - коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр. Быйылғы артыуҙар ғәйәт ҙур, властарҙың вәғәҙәләренә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер позициялар 27 процентҡа артты, ә ҡайһы берҙәре - 32 процентҡа. Плюс - ҡуртымға түләү, ә ул йылдан-йыл арта килә.
       - Көрсөк шарттарында йәшәү ауырмы?
       - Һис шикһеҙ. Беренсенән, заказ күләме ҡырҡа кәмене. Икенсенән, ҡуйыусылар бөгөн евро курсына йүнәлеш ала, ә был беҙгә етди ауырлыҡтар менән янай. Ҡулланыу материалдарының хаҡын белмәй тороп, клиенттар менән нисек мөнәсәбәт булдырырға? Элек макет проектын эшләргә һәм уны бер йыл үҙеңдә тотоп була ине, ә хәҙер оператив эш итергә тура килә.
       Шул уҡ ваҡытта, беҙҙе даими клиенттарыбыҙ "ҡотҡара". Улар - банкылар, уларға ла көрсөк шарттарында йәшәргә, үҙҙәренең кредит продукттарын һәм вкладтарын, һәм төрлө сараларҙы рекламалау кәрәк, коммерция структуралары, дәүләт структуралары - миҫал өсөн, шифаханалар. Бынан тыш, банкылар менән бәйләнеш һәм яҡшы репутация булыуына ҡарамаҫтан, беҙ кредит алмайбыҙ - һәм был үҙ ролен үтәне.
       - Предприятие менән идара итеү ауырмы?
       - Дөрөҫөн әйткәндә, был ҡатын-ҡыҙҙың эше түгел. Етәксенең эш көнө нормаға һалынмаған - тәүлек әйләнәһенә бихисап мәсьәлә хәл ителә. Миҫал өсөн, иртәгә мөһим сара була, тип хәбәр итә банк, һәм билдәле бер ваҡытҡа нимәлер баҫырға кәрәк. Заказды үтәргә кәрәк. Шуға күрә башҡа клиенттар менән срокты күсереү тураһында юл ҡуйышып килешеүгә барабыҙ.
       Йәки, миҫал өсөн, заказды ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләү - был осраҡта байрамдарҙа ла, ял көндәрендә лә, һәм эш сәғәтенән тыш та эшләргә тура килә.
       - Эшҡыуарға һеҙҙән ниндәй кәңәш?
       - Шуны онотмағыҙ: теләһә ниндәй профессияның нескәлектәре бар. Һәм тағы - клиентты алдамағыҙ, этика һаҡлағыҙ. Үкенескә ҡаршы, нәҡ ошо эшҡыуарҙарҙы ҡыйын хәлдә ҡалдыра ла инде.
       Донъяла үҙ-үҙеңде иҫбатлау ысулдары күп, һәм шуларҙың ябайҙан булмағаны - эшҡыуарлыҡ. Яңы бизнесты ваҡытында үҙләштереү, позицияны һаҡлау, яҡшы репутацияны раҫлау - былар ҡиммәт. Айырыуса "көсһөҙ", әммә бөгөн шундай көслө зат өсөн.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал