6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Скаут ҡыҙҙар һәр саҡ әҙер!
27.02.09


       Галстук, һыҙаттар менән күлдәк, осрашыу ваҡытында салют һәм "Әҙер бул!" девизы. Һүҙ пионерҙар тураһында бара, тип уйлайһығыҙмы? Хаталанаһығыҙ, әммә һеҙ ниндәйҙер кимәлдә хаҡ. Баҡһаң, пионерҙар үҙҙәренең төп айырмалыҡ билдәләрен скауттарҙан үҙләштергән. Һүҙ нәҡ улар тураһында барасаҡ.
       Ысынлап та, скаутингты беренсе йәштәр хәрәкәте тип атап була. Ул йөҙ йыл элек, 1909 йылда барлыҡҡа килгән. Йәштәр хәрәкәтенә Роберт Баден Пауэл нигеҙ һалған.
       Скаутинг көслө затты ғына ҡыҙыҡһындырмаған. Шуға күрә Роберттың ҡатыны - Олав скаут ҡыҙҙар хәрәкәтенә нигеҙ һала. Уның маҡсаты - кешелек донъяһының глобаль проблемаларын хәл итеүҙә ҡатнашыу һәм йәш ҡыҙҙарҙы уҡытыу.
       Скаутинг бөтә донъя буйлап тарала. 1909 йылда беҙҙең илдә лә скаут патрулдәре барлыҡҡа килә. Әммә революциянан һуң уларҙы пионер отрядтарына үҙгәртәләр. Скауттар Рәсәйгә үҙгәртеп ҡороу осоронда, скаут методикаһы буйынса балалар менән эшкә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләр табылғас, яңынан әйләнеп ҡайта. 1994 йылда Өфөлә скаут ҡыҙҙарҙың беренсе отряды барлыҡҡа килә.
       - Ағымдағы йылда Рәсәй ассоциацияһы, шулай уҡ Өфө скаут ҡыҙҙар берләшмәһе үҙенең 15 йыллығын байрам итәсәк, - ти Рәсәй скаут ҡыҙҙар ассоциацияһының төбәк комиссары Этель Ғәйнуллина. - 1994 йылда Пермдә үткән ойоштороу конференцияһында Рәсәйҙә беренсе скаут ҡыҙҙар ойошмаһы барлыҡҡа килде, ул төрлө төбәктәрҙән һәм ҡалаларҙан скаут ҡыҙҙар отрядтарын һәм патрулдәрен бер ойошмаға берләштерҙе. Беҙҙең ҡалала скаут ҡыҙҙар хәрәкәте ошо осорҙан эшләй һәм күп һанлы балаларға шатлыҡ килтерә. 2005 йылда Өфө скаут ҡыҙҙар лигаһы булдырыла. Был лига үҫмерҙәр клубтары, мәктәптәр һәм колледждар базаһында эшләгән скаут ҡыҙҙар отрядтарын берләштерҙе.
       - Скаут ҡыҙҙар нимә менән шөғөлләнә?
       - Хәрәкәттең маҡсаты - скаут ҡыҙҙарҙың рухи, интеллектуаль, физик һәм ижтимағи потенциалын үҫтереү. Шуға күрә уҡыуҙар һигеҙ йүнәлеш буйынса үтә. Миҫал өсөн, "Тәбиғәт һәм мин", "Рухи донъя һәм мин", "Йәмғиәт һәм мин". Шулай итеп, ҡыҙҙар төрлө яҡлап тәрбиә ала. Һәр ҡыҙ бала үҙенең вәғәҙәһенә тоғро булырға һәм скаут закондарын үтәргә тейеш.
       Асылда скауттарҙың закондары һәм вәғәҙәләре пионер бурыстарын хәтерләтә. Шулай итеп, мәҫәлән, һәр ҡыҙ бала үҙенең иленә хеҙмәт итергә, тирә-яҡтағыларға ярҙам күрһәтергә, яуаплы булырға һәм үҙенең һәләтен үҫтерергә тейеш.
       Скаутингта ант тигән төшөнсә бар. Һәр скаут ҡыҙ вәғәҙә бирергә тейеш.
       - Рәсәй скаут ҡыҙҙар ассоциацияһында ун закон ғәмәлдә, - ти Этель. - Скаут ҡыҙ биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалырға, башлаған эшен аҙағына еткерергә, башҡаларға ярҙам итергә, дуҫтарса яҡын мөнәсәбәттә, яғымлы, әҙәпле, тәртипле булырға тейеш. Ñêàóò ҡыҙ шулай уҡ тәбиғәтте яратырға, ата-әсәһенә ҡарата тоғро булырға тейеш, уның уй-ниәттәре саф һәм изге булырға тейеш.
       - Уҡыуҙар нисек ойошторола?
       - Беҙ йыл әйләнәһенә эшләйбеҙ. Скаут ҡыҙҙар патрулдәргә берләшә. Ул былай барлыҡҡа килә: лидерҙар скаут хәрәкәте менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙҙар (һигеҙ йәштән 18 йәшкәсә) төркөмөн йыя. Әсәйҙәр ҙә, педагогтар ҙа, үҫмерҙәр клубында эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә лидер була ала. Патрулдәр аҙнаһына бер тапҡыр йыйыла. Уларҙың уҡыуҙары скаутинг йүнәлештәре һәм хәрәкәт закондары менән тап килергә тейеш. Патрулдәр шулай уҡ төрлө акцияларҙа ҡатнаша. Миҫал өсөн, оло йәштәге кешеләргә һәм етем балаларға ярҙам итә. Йәйен ҡыҙҙар Рәсәй һәм халыҡ-ара скаут программаларûíäà ҡатнаша. Йәйге лагерҙарҙа төрлө илдәрҙән һәм ҡалаларҙан патрулдәр осраша. Улар бер йыл эсендә белгәндәрен бергә ҡабатлай.
       - Уҡыу ваҡытында нимәгә баҫым яһала?
       - Беҙ ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнгәс, уларҙың рухиәттәрен үҫтерергә тырышабыҙ, киләсәктә уларҙы хужабикә, әсә булырға әҙерләйбеҙ. Һәр скаут аралаша, үҙ фекерен әйтә белергә тейеш. Беҙ скаут закондарына ҙур иғтибар бүләбеҙ. Скаут ҡыҙ намыҫлы, оло йөрәкле булырға, Ватанын яратырға тейеш.
       - Өфөлә нисә скаут ҡыҙ?
       - Минең уйлауымса, йөҙ кеше. Патрулдәр халыҡ йәшәгән башҡа урындарҙа ла бар. Йәйге программаларҙа бик күп ҡыҙҙар ҡатнаша. Беҙ йыш ҡына асыҡ лагерҙар үткәрәбеҙ.
       - Айырмалыҡ билдәләре тураһында һөйләгеҙ әле?
       - Скаут ҡыҙҙарҙа ойошманың төп принциптарын һәм йолаларын кәүҙәләндергән эмблема, флаг, галстук, форма, значоктар һәм башҡа символдар бар. Беҙҙең төп символ - өсъяпраҡ. Ул скаут вәғәҙәһенең өс өлөшөнә тоғролоҡто аңлата. Беҙҙең девиз - "Әҙер бул!" - áûë ñкаут ҡыҙҙарҙың áóðûñû - àóûð тормош ìœñüœëœëœðåí хәл итеүҙә әҙер булыу һәм, хәүеф-хәтәрҙе еңеп сығып, мохтаж булғандарға ярҙам күрһәтеү òóðàšûíäà èҫкәртмә. Галстук скаут формаһының төп элементы булып тора. Уның төҫөн һәр патруль үҙе һайлай.
       Скаут ҡыҙҙарҙың традициялары күп. Уларҙың байрамы ла бар.
       - Беҙҙең төп байрам - Бөтә донъя уйланыуҙар көнө, - ти Этель. - Уны беҙ скаут хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы Роберт Баден Пауэл һәм уның ҡатыны Олавтың берләштерелгән тыуған көнөндә 22 февралдә байрам итәбеҙ. Был көндө төрлө илдәрҙән ҡыҙҙар үҙҙәренең скаут әхирәттәрен иҫкә ала.
       - Был байрамдың мәғәнәһе ниҙән ғибәрәт?
       - Уйланыуҙар көнөндә патруль лидерҙары үҙҙәренең ҡыҙҙарын йыя, һәм улар бергәләшеп өлкәндәр проблемалары тураһында уйлай һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табырға тырыша. Ағымдағы йылда, мәҫәлән, СПИД-тың таралыу проблемалары тураһында уйланыҡ.
       - Ни өсөн СПИД?
       - Уйланыуҙар көнө темаһын Бөтә донъя Герл-гайдтар һәм герл-скауттар ассоциацияһы билдәләй. Һәм ағымдағы йылда бөтә донъя буйынса скаут ҡыҙҙар СПИД, биҙгәк һәм башҡа ауырыуҙарҙың таралыуын нисек туҡтатыу тураһында уйларға тейеш ине. Скауттар донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн бөтә тырышлыҡтарын һалырға тейеш. Беҙҙең уйланыуҙар - глобаль проблеманы хәл итеүҙә ƒур булмаған өлөш ул.
       Бөтә донъя уйланыуҙар көнө Өфөлә уңышлы үтте. Өфөнөң төрлө райондарынан скаут ҡыҙҙар уйын формаһында СПИД менән көрәш ысулдарын табырға тырышты. Ҡыҙҙар Бөтә донъя уйланыуҙар көнө фондына иғәнә йыйыуҙы ойошторҙо, һәм хатта Англиянан скаут дуҫтарына бүләк яһаны.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал