6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Яман шешкә ҡаршы көрәш
26.02.09


       Яман шеш артҡа сигенмәйәсәк. Ул тәнде зәғифләндереү һәм тормошто һәләк итеү өсөн килгән. Яман шеш - кешелек белгән иң ҡурҡыныс ауырыу ул. Яман шештән дарыу юҡ. Әммә был дауалап булмай торған ауырыу тигәнде аңлатмай.
       Яман шеш бар икән, тимәк, уның менән идара итеү ҙә табыла. Бер шешәлә дарыу булмаһа ла, әммә бер нисә актив препараттар бар. Иҫ киткес бер генә яҡшы дарыу процедураһы юҡ, әммә терапèÿ һәм дауалау саралары йыйылмаһы бар. Яман шештән ҡурҡырға кәрәкмәй, уны еңергә кәрәк. "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт" төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәте нәҡ ошо йүнәлештә барлыҡҡа килде. Инициаторҙар төркөмө, ойошманың үҙәге - ауырыуҙан һауыҡҡан һәм үҙ тәжрибәһен башҡаларға тапшырырға теләгән пациенттар. Был хәрәкәт 2008 йылда Санкт-Петербургта барлыҡҡа килә. Хәҙер уның вәкиллеге Башҡортостан Республикаһында эш башлай.
       - Яман шеш - ул хөкөм, тигән фекер йәшәп килә, - ти Всеволод Цендровский. - "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт" төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәте төбәк программалары координаторы. - Ғәмәлгә килгәндә, был улай түгел. Ауырыуҙы ваҡытында асыҡлаһаң, яман шештән дауаланып була. Ҡағиҙә булараҡ, кешеләр табипҡа, яман шеш өсөнсө һәм хатта дүртенсе стадияà күскәс, мөрәжәғәт итә. Ул саҡта дауаланыу оҙаҡҡа һуҙыла һәм ҡиммәткә төшә. "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт" төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәте кешеләргә ауырыуҙы нисек еңеү буйынса мәғлүмәт бирә.
       "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт" үткән йылдың 4 февралендә рәсми теркәлә. Нәҡ ошо көндө Халыҡ-ара яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Бөгөн был ойошманың филиалдары Рәсәй Федерацияһының 15 ҡалаһында эшләй. Йәш хәрәкәтте табиптар, сәйәсмәндәр, чиновниктар, спортсылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре хуплай. "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт" активистары араһында билдәле актриса Анастасия Мельникова һәм фән докторы Елена Малышева бар.
       - Был хәрәкәттең эше бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла, - тип һөйләй Всеволод Евгеньевич. - Беренсенән, табиптарға йөрөгөҙ, тип аңлатабыҙ сәләмәт кешеләргә. Рәсәйҙә яман шештән үлеү йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан ҡала икенсе урында тора. Ауырыуҙы иҫкәртеү, дауалауға ҡарағанда еңелерәк. Икенсенән, өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ, тип әйтәбеҙ ауырыуҙарға. Дауалауҙың бер төрө һөҙөмтә бирмәй икән, башҡаһынан баш тартырға ашыҡмағыҙ. Өсөнсөнән, "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт" пациенттарҙың хоҡуҡтарын һаҡлап алып ҡалыу йөкләмәһен үҙ өҫтөнә ала. Инновацион препараттар бар, улар бөтә дауаханаға ла эләкмәй һәм һәр саҡ ауырыуға тәғәйенләнеп бармай. Пациент яңы препараттар һәм заманса дауаланыу методикаһы менән хәбәрҙар булырға тейеш. Беҙҙең ойошма - пациенттар ойошмаһы, шуға күрә беҙ ауырыуҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлаясаҡбыҙ. Иң элек, сифатлы һәм һөҙөмтәле дауаланыу хоҡуғы.
       "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт"тә бәләкәй пациенттар менән эшләү айырым графала яҙылған. Рәсәйҙә биш мең балала яман шеш күƒœтелә. Ә иҫән ҡалыу статистикаһы Европа һәм Америка статистикаһынан ҡалыша. Яман шеш барлыҡҡа килтергән иҫән ҡалыу төшөнсәһе - ҡурҡыныс. Дауаланыу процедураһы йәки операциянан һуң бер йәки биш йыл йәшәгән пациент иҫән ҡалыусы булып һанала. Рәсәйҙә иҫән ҡалыу 50 процент тәшкил итә. Европала һәм Америкала статистика 70-80 процент күрһәтә. Ата-әсәләр менән эшләргә кәрәк, тип һанайҙар ойошмала. Яман шеш йәшәрә. Әгәр ата-әсәнең береһе был ауырыу менән ауырыған булһа, бала хәүеф òөркөмөнә эләгә. Быны оноторға ярамай.
       Ағымдағы йылда яман шеш буйынса милли программа эшләйәсәк. Был проект хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләрҙе тест буйынса һынауға һәм яман шеш менән ауырыған кешеләрҙең регистрын төҙөүгә йүнәлтелгән. Был айырыуса һөт биҙҙәренең яман шешенә ҡағыла.
       - Һөт биҙҙәренең яман шеше - ул хәҙерге замандың афәте, - ти Всеволод Цендровский. - Яман шештең был төрө бик ҡыҙыу формаға эйә һәм яман шеш булыуын белгән кеше бер ай самаһы ғына йәшәй. Һөт биҙҙәренең яман шешенә ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән акциялар һәм программалар бик мөһим.
       "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт" тәмәке һәм алкоголь продукцияларын һатыуҙа һалым индереү инициативаһы менән сығыш яһаны. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып бармау яман шеш килеп сығыуға сәбәп булып тора. Атап әйткәндә, тәмәке тартыу һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, - тиелә Дмитрий Медведевҡа һәм Владимир Путинға мөрәжәғәтнамәлә. - Беҙ тәмәке һәм алкоголь продукцияларын һатыуҙа һалым индерергә тәҡдим итәбеҙ, ул продукция берәмегенән (тәмәке ҡабынан, алкоголь шешәһенән) түләнергә тейеш. 2007 йылда рәсәйҙәр 20 миллиард ҡап тәмәке тартҡан. Әгәр бер ҡаптан түләтелгән һалым бер һум тәшкил итһә, бюджеттың өҫтәмә килеме "Ете нозология" программаһы буйынса бөтә сығымдарҙың яртыһынан күберәк тәшкил итер ине (2008 йылда 33 миллиард һум). Алкоголь продукцияһы баҙары күләме тәмәке баҙарына ҡарағанда өс тапҡырға күберәк (110 миллиард һум тирәһе).
       - Әлбиттә, беҙ тиҙ һөҙөмтә көтмәйбеҙ, - ти Всеволод Цендровский. - Был инициатива тейешле юридик, закон һәм һалым базаһынан башҡа тормошҡа ашмаясаҡ.
       Әлегә "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт" ойошмаһының төп бурысы мәғлүмәт биреү. Был ойошма дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа буклеттар таратырға, телевидениела сығыш яһарға, бушлай консультациялар бирергә планлаштыра.
       - Эштең һөҙөмтәле формаһы - "төркөмдән торған терапия", тип һанайбыҙ, - ти төбәк программалар координаторы. - Беҙҙең офиста яман шеш ауырыуын еңгән кешеләр, һәм әлеге ваҡытта яман шештән яфаланыусылар бергә йыйыласаҡ. Ауырыу бер үҙе ҡалырға тейеш түгел. Һәр кемдең ярҙам күрһәтә алырҙай туған-тûумасаһы юҡ бит. Беҙҙең ойошма был проблеманы үҙенә алды. Был хәрәкәттең "ҡыҙыу линия"һы бар. Рәсәй буйынса шылтыратыуҙар - бушлай.
       "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт" төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәтенең Өфөләãå вәкиллеге түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Театраль урамы, 5/1 ("САН "Эксперт" агентлығы бинаһында). Телефон: 273-71-70; электрон почта: vlolga@yandex.ru. "Ҡыҙыу линия" телефоны: 8-800-200-2-200. "Яман шешкә ҡаршы хәрәкәт" сайты - www. rakpobedim.ru.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал