6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Шәфҡәтле кеше иконалар авторы
30.03.04


       24 март көнө рәссам Анатолий Романовҡа 77 йәш тулыу хөрм әтенә, шулай уҡ христиандарҙың Пасха байрамы һәм Еңеү көнөнә
       арналған күргәҙмәһенә йыйылған туғандары, дуҫтары һәм уның таланты алдында баш эйеүселәр Анатолий Романовты эскерһеҙ һә м шәфҡәтле кеше булараҡ билдәләй.
       Бөгөн "Ижад" күргәҙмә залы сиркәүҙе хәтерләтә, унда бик к үп һанда иконалар йыйылған. Ҡыҙыл һәм алтын төҫтәге кейемдәр
       кейгән изгеләрҙе оҫта төҫлө смальтанан һәм йылға ҡабырсаҡта рынан эшләгән.
       Анатолий Романовтың эштәре араһында тыуған яҡ тәбиғәте, И глин баҫыу һәм урмандары, күлдәре һәм урмандары ҙур урын бил әй. "Ул үҙ картиналарын оло мөхәббәт менән яҙа, шуға күрә ул ар бер кемде лә битараф ҡалдырмай", - ти уның тураһында сәнғ әт эшмәкәрҙәре.
       Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшмәкәре Анатолий
       Романов 1926 йылда Пенза өлкәһендә тыуған, Бөйөк Ватан һуғы шы ветераны. Һуғыштан һуң "Һамар - Өфө - Силәбе" юл идараһын да рәссам - оформитель һөнәрен башҡарған. БР Мәҙәниәт һәм ми лли сәйәсәт эргәһендәге "Таң" рәссамдар клубы ағзаһы, пейзаж дар, иконалар яҙа.
       Күргәҙмәләре Өфөлә "Урал" галереяһында, Сергей Аксаковтың
       йорт - музейында, опера һәм балет театрында, Нефтекама, Дүр төйлө, Мәскәү ҡалаларында, Силәбе өлкәһендә үтте.
       Анатолий Никитовичты юҡҡа ғына изге күңелле кеше тип һана майҙар, Иглин районының Искра ауылында ул картиналар галерея һы булдырҙы. Галереяла уның эштәре генә түгел, республика, Рәсәй һәм сит ил авторҙарының да картиналары һаҡлана. Иглин районы һәм Өфө уҡыусылары һәм педагогтары, республиканың мәҙ әниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар һәм сәйәсмәндәр, Рә сәй региондары һәм сит ил ҡунаҡтары бында йыш ҡына була. Гал ереяла уҡытыусылар конференциялары, музыкаль кисәләр, даими рәүештә экскурсиялар уҙғарыла.
       "Ижад" күргәҙмә залында иконалар 20 апрелгә тиклем һаҡлан асаҡ: Владимирская Божья Матерь, Казанская пресвятая Богород ица, Иисус Христос, Георгий Победоносец, Святая мученица Тат ьяна, Преподобный Серафим Саровский, Владимир кенәз һәм баш ҡалар... Иконаларға Романовтың тормошонда айырым урын бирелг ән. Уның ижадын сәнғәт эшмәкәрҙәре генә түгел сиркәү вәкилдә ре лә бик юғары баһалай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал