6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Кеше хоҡуҡтарына имтихан
26.02.09


       25 февралдә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ун беренсе ултырышында депутаттар яңы омбудсмен һайланы. Депутаттар 20 закон проектының ун етеһен беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
       Ултырышта Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тәғәйенләнде. Был вазифаға республика Президенты Мортаза Рәхимов тарафынан әлегәсә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы булып эшләгән Рим Ҡәйүмов тәҡдим ителде. 44 йәшлек омбудсменға төбәктең башҡарма һәм суд власы органдары эшмәкәрлегенә халыҡтан ялыуҙар һаны артыуы фонында кеше хоҡуҡтарын яҡлау эшмәкәрлеген дауам итергә тура киләсәк.
       - Күреүебеҙсә, Рим Ҡәйүмовтың хеҙмәт дәфтәре етди. Ул тормошто яҡшы белә, эре енәйәттәрҙе асыуҙа ҡатнашты һәм óë кеше хоҡуҡтарын яҡлау эшмәкәрлеге тәжрибәһен туплаған. Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил алдында торған мәсьәләләр даирәһен уңышлы хәл итер, тип ышанам, - тине Мортаза Рәхимов яңы вәкилде тәҡдим итеп.
       Рим Ҡәйүмов кандидатураһына бер депутат "ҡаршы" тауыш бирҙе. Кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы ант бирҙе Һәм ант тексы аҫтына ҡул ҡуйҙы һәм папканы парламент спикерына тапшырҙы.
       - Һуңғы дүрт йылда Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиллек институты дәүләт кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы орган булараҡ үҙе тураһында ышаныслы белдерҙе. Бөгөн ул республика халҡы һәм власть органдары тарафынан таныла, - тине Константин Толкачев.
       Әйткәндәй, Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса элекке вәкил Фәтхлислам Тоҡомбәтов Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы ҡарамағындағы квалификация комиссияһына республика парламентынан вәкил итеп һайланды.
       БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Валерий Кургузов 2008 йылғы эш йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны. Бюджет аудиторҙары тырышҡан - улар финанс-бюджет закон проекттары анализы менән бергә 1200 объектта 112 тикшереү үткәргән. Ревизорҙар 253,5 миллион һум күләмендә аҡса средстволарын тотоноуҙа боҙоуҙарҙы асыҡлаған, шул иҫәптән 202 миллион һум күләмендә бюджет һәм дәүләт финанстары. Бер яҡтан, был үткән йылға ҡарағанда өстән бергә кәм. Әммә бының менән бер рәттән контролерҙар билдәләүенсә, муниципаль милекте һөҙөмтәле файҙалана белмәү сәбәпле ҡаҙнала табыш рәүешендә 287 миллион һум етмәгән.
       - Мутлыҡ, ялған документтар биреү - былар төп боҙоуҙар, - тине үҙенең сығышында Валерий Кургузов. - Әлеге ваҡытта хоҡуҡ боҙоусылар 107 миллион һумды ҡаплаған, шул иҫәптән ҡала һәм район бюджеттарына 77 миллиондан ашыу. Бер йыл эсендә аудиторҙарҙың материалдары буйынса 22 енәйәт эше ҡуҙғатылған, 14 эш судҡа тапшырылған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал