6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Батыр осоусы эшсе ҡасабаһынан
25.02.09


       Белорет районының Тирлән ҡасабаһында өс егет йәшәгән: Женька Губин, Иван Оглобин, Степан Полуэктов. Улар мәктәптә уҡыған. Ата-әсәләрен эштән ҡаршылаған. Быуала балыҡ ҡармаҡлаған. Тормош юлы көн кеүек асыҡ булған. Уларҙы Белорет металлургия комбинаты көткән. Көткән, әммә көтөп ала алмаған. Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Бөтәһе лә фронтҡа, Ватанды һаҡларға киткән. Һәм Тирлән ҡасабаһына хурлыҡ килтермәгән, улар Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
       Бөгөн Евгений Иванович Губиндың тыуған көнө. Ул 1923 йылдың 25 февралендә эшсе ғаиләһендә тыуған. Һуғышҡа тиклем ул урта мәктәптә һигеҙ синыфты һәм Белорет аэроклубын тамамлай. Евгений Губин 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла, 1942 йылда Свердловск хәрби осоусылар авиация мәктәбен тамамлау мөмкинлеген бирәләр. 1943 йылдың ғинуарынан йәш лейтенант Үҙәк һәм 1-се Белоруссия фронтында һауа һуғышында ҡатнаша. Фронтта бер нисә тапҡыр уның ғүмере ҡыл өҫтөндә була. Бер саҡ уның ҡыҙыл йондоҙло "Ил"ен бәреп төшөрәләр, хәрби көрәштәше, уҡсы Николай һәләк була. Әммә, заданиены үтәп, Евгений Губин самолетты аэродромға тиклем килтереп еткерә.
       Губиндың штурмовигы тағы һауаға күтәрелә. Фашистар һәм техника менән бергә тимер юл составы яна, ҡолатылған "юлбарыҫтар" һәм "сыбар ҡапландар" өҫтөндә төтөн болото күтәрелә. Дошмандың тере көсө һәм хәрби техникаһы юҡ ителә. Летчиктың хәрби тәжрибәһе һәм оҫталығы һуғыштың ҡыҙыу барған урынынан һау-сәләмәт сығырға ярҙам итә.
       Иҫәпләүҙәр буйынса, 218-се штурм яһаусы полктың өлкән летчигы лейтенант Евгений Губин 1943 йылдың 26 ғинуарынан 1944 йылдың февраленә тиклем 82 хәрби осош яһаған. Ул 54 автомашинаны, биш танкты, дүрт артиллерия тубын, 29 зенит нөктәһен, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән бер складты, 18 йөк арбаһын, биш пулемет нөктәһен, ике самолетты һәм 350 немец һалдатын һәм офицерын юҡ иткән.
       Һуғыш тамамланыуға бер йылдан ашыу ваҡыт ҡала һәм батыр осоусының шәхси иҫәбе, әлбиттә, арта. Лейтенант Евгений Иванович Губинды Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итәләр, шуға күрә иҫәп кәрәк була.
       Наградлау ҡағыҙында лейтенант Губиндың дошман ғәскәрҙәрен һәм уның оборона ҡоролмаларын штурмға һәм бомбаға тотоуға айырым хәрби осош һөҙөмтәләре асыҡлана.
       Е.И. Губинà наградлау ҡағыҙынан өҙөктәр êèëòåðœáåƒ:
       "... Губин иптәш һуғышта һәр саҡ батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм оҫталыҡ күрһәтте. Полк командиры менән бергә осоп, ул командирҙың ғүмерен бер нисә тапҡыр һаҡлап ҡалды. Åâãåíèé Ãóáèí һигеҙ һауа һуғышында ҡатнашып, дошман истребителенең һөжүмен күп тапҡырҙар кире ҡаҡты... һәм һәр саҡ батырлыҡ күрһәтте...
       1943 йылдың 5 сентябрендә төркөмдә Грузское-Паново юлында дошмандың автомашиналар колоннаһын һәм пехотаһынà š³æ¼ì èòœ. Øòóðìëàó һөҙөмтәле була: дошмандың 20 автомашинаһы, 30 йөк арбаһы юҡ ителә, 600 һалдаты һәм офицеры үлтерелә.
       1943 йылдың 21 сентябрендә төркөмдә Старгородский-Блухово юлында дошмандың автомашиналарын штурмлай. Был осошта дошмандың ике автомашинаһын, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән өс йөк арбаһын һәм 15 һалдатын ºûéðàòà...
       1943 йылдың 23 сентябрендә төркөмдә Чернобыль ҡалаһы янында Припять йылғаһы аша сыҡҡан урынды штурмға тота. Һыу аша сығыу урыны емерелә, бынан тыш, Губин иптәш яр буйында дошмандың өс автомашинаһын, 20 һалдатын юҡ итә.
       Губиндың һәр хәрби осошо аныҡ иҫәпләүҙәр һәм уның шәхси батырлығы һәм ҡыйыулығы менән характерлана".
       Евгений Иванович Губинға батырлығы һәм ҡыйыулығы, хәрби заданиеларҙы өлгөлө үтәгәне өсөн 1944 йылдың 1 июлендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ул үҙенең хәрби юлын Көнбайышта Еңеү көнөнә тиклем дауам итә.
       Һуғыш тамамланғандан һуң Евгений Иванович армияла хеҙмәтен дауам итә. 1948 йылда Тамбов осоусылар юғары авиация курсын тамамлай, аҙаҡ - Үҙәк офицерҙар составын камиллаштырыу буйынса осоусылар курсын. Подполковник Е.И. Губин 1958 йылдан - запаста. Ул Һамарҙа "Волгоэнергомонтаж" тресында инженер булып эшләй. Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән наградлана. Үкенескә ҡаршы, демобилизациянан һуң Е.И. Губиндың тормошо тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Ул 1991 йылдың 4 мартында вафат була. Евгений Иванович Губин Һамарҙа ерләнә.
       1985 йылдың 9 майында Белоретта Дан аллеяһында Е.И. Губинға һәйкәл асыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал