6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

25 февраль - БР дәүләт флагы көнө
25.02.09


       Үҙ флагыңды тотоу - тимәк, үҙеңдең килгән урыныңды күрһәтеү, - тип әйтәсәк моряк. Флаг артында ҡалыу - тимәк, еңелеүгә дусар булыу, - тип әйтер спортсы. Флаг аҫтында барыу - тимәк, ныҡлы позицияла булыу, идеяны яҡлау, - тип әйтәсәк сәйәсмән. Á³ã³í 䜼ëœò ôëàãûí ðåñïóáëèêàáûƒƒû¾ 鳃³ òèï àòàðà áóëà. Флаг - мәҙәниәттең, ижтимағи тормоштоң бер өлөшө, дәүләт символы ул. Флагтарҙың символикаһын өйрәнгән фән бар - вексиллология. Фән исеме - "vexillum" (штандарт) латин һүҙенән алынған.
       25 февралдә Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагы көнө билдәләнә. Бөгөн өс төҫтәге туҡыма чиновник кабинетында бар, 䜼ëœò ôëàãû Хөкүмәт бинаһы өҫтөндә елберҙәй, мөһим һөйләшеүҙәр ваҡытында өҫтәлде ыҡсым флагтар биҙәй. Флаг әҙерләү - һәр кемдең ҡулынан килә торған шөғөл түгел. Эш технологик ауырлыҡта ғына түгел, производствоның был төрөнә лицензия бөтә предприятиеларға ла бирелмәй. Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәте Башҡортостан производство комбинаты цехтарында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын күп йылдар тегәләр - дәүләт символикаһы тураһында тейешле закондарҙы ҡабул иткән көндән.
       - Флагтар, гербтар һәм штандарттар әҙерләү беҙҙең предприятие эшмәкәрлегеíå¾ áåð йүнәлешå булып тора, - òè предприятие директоры Зимфира Камалова. - Рәссамдарыбыҙ геральдика продукцияһын әҙерләүҙе Дәүләт геральдика регистры менән тулыһынса тап килтереп тәьмин итә. Дәүләт флагын әҙерләү, власть атрибуты, дәүләт символикаһының бер өлөшө кеүек, закон менән көйләнә. Продукцияның был төрө, башҡаларға ҡарағанда, ҡаты регламентланған. Беренсе сиратта, беҙ атрибутикаға ҡағылышлы бөтә талаптарҙы ла үтәргә тейешбеҙ. Икенсенән, оҫталар коллективы булырға тейеш, улар быíäàé эшкә яуаплы ҡараясаҡ.
       Был эштә технология талаптарын боҙоу, намыҫһыҙлыҡ тыйыла. Һәм тағы, символиканы беҙ дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары менән килешеү төҙөгәндән һуң әҙерләй башлайбыҙ.
       Дәүләт флагын әҙерләүҙә, дарыуханалағы кеүек, пропорцияны һаҡлау мөһим. Флаг тураһында законда, флагтың киңлеге уның оҙонлоғона ҡарата 2:3 булырға тейеш, тиелә. Бөтә буйҙар ҙа киңлеге буйынса тигеҙ булырға тейеш.
       - Флаг ҙур йәки бәләкәй була ала. Әммә уның пропорцияһы һәр саҡ тел тейҙермәҫлек булып ҡала, - ти предприятиеның тегеү цехы начальнигы Ирина Плетнева. - Элек дәүләт флагын башҡаса тегәләр ине - "иҫке" пропорциялар 1:2 менән билдәләнә ине. Иң популяр үлсәм, уны беҙҙең предприятиеға заказға бирәләр, 33 сантиметрлыҡ киңлекте тәҡдим итә.
       Хәҙер дәүләт флагын тегеү технологияһы башҡаса.
       - Беҙ туҡыма буйынса сублимацион баҫыу алымын ҡулланабыҙ, - ти Ирина Васильевна. - Был ысул бик тә уңайлы - туҡыманы йыуып була, һәм ул уңмай. Бындай флагты үтекләп тә була. Йөйһ³ҙ флаг елдә матур елберҙәй.
       Аҡ буйҙың уртаһында алтын төҫөндәге түңәрәк эмблема - ете тажлы ҡурай сәскәһенең стилләштерелгән һүрәте. Эмблема флагҡа төрлө ысулдар менән төшөрөлә. Беренсенән, апликация ысулы менән. Барсанан трафарет буйынса эмблема ҡырҡып алына. Цех оҫталары уны флагтың ике яғынан тегеп ҡуя. Икенсенән, эмблеманы туҡыма буйынса сублимацион баҫыу ысулы менән яһап була. Нисек кенә булмаһын, был ҡатмарлы, күп көс талап иткән һәм яуаплы эш.
       Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагының төҫтәре - йәшел, аҡ һәм зәңгәр. Предприятие оҫталары зәңгәр түгел, әммә кобальт төҫө, ти. Флаг төҫтәренә айырым мәғәнә һалынған: йәшел төҫ азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген аңлата, ағы - татыулыҡты, асыҡлыҡты, зәңгәр төҫ республика халҡының асыҡлығын, уй-ниәттәренең сафлығын белдерә. Ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡ символы, уның ете сәскәһе Башҡортостан халҡының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуын кәүҙәләндерә.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал