6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Рөстәм Мәрҙәнов: беҙҙе яңы һынауҙар көтә
25.02.09


       Башҡортостандың банк секторы, финанс көрсөгөнә ҡарамаҫтан, үткән йылда яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәтте. Банк хеҙмәттәре баҙарына 10 яңы ойошма инде, банк подразделениелары һаны артты - 1310-дан 1343-кә, республика банкыларының капиталы (Башҡортостан Республикаһы территорияһында эшләгән 72 кредит ойошмаһының 11-е) 10,9 процентҡа артҡан һәм 4,8 миллиард һум тәшкил иткән, төбәк банк секторының йыйылма активы 24,2 процентҡа артҡан (218,1 миллиард һум). Әммә был һөҙөмтәләр йылдың туғыҙ айының уңыштары булып тора:
       - 2008 йылдың октябренән күп күрһәткестәр кәмей төштө, - тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов матбуғат конференцияһында. Унда һүҙ финанс көрсөгөнән зыян күргән банк тармағының үткән йылдағы эш йомғаҡтары хаҡында барҙы.
       Кредит биреү күләмдәре хәтһеҙ кәмегән. Иң элек, кредитлау өсөн төҙөлөш, сауҙа, шулай уҡ бәләкәй бизнес кеүек тармаҡтар йәлеп ителә. Шул уҡ ваҡытта эшкәртеү сәнәғәтå, транспорт һәм элемтә, ауыл һәм урман хужалыҡтары өлкәһендә кредит күләме артҡан. Миҫал өсөн, агросәнәғәт комплексы предприятиеларын кредитлау күләме 20,1 процентҡа үҫкән.
       Дөйөм алғанда, 2008 йылда заемсылар банкыларҙан 306,8 милëиард һум алған (шуның 49,5 миллиарды физик шәхестәргә бирелгән) - был 2007 йыл күрһәткесòœðенән 2,9 процентҡа түбән. Шулай итеп, халыҡҡа автокредитòàð, 2007 йыл менән сағыштырғанда, 6,9 процентҡа кәм бирелгән, ә ипотека кредиты күләме 10,7 процентҡа кәмегән. Торлаҡ һатып алыуға оҙайлы срокка заемдарƒû¾ дөйөм күләме 10,1 миллиард һум тәшкил иткән. Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, ипотека кредитының иң түбән күләме үткән йылдың ноябрендә булған, ул саҡта көрсөккә тиклем ваҡытта бер миллиардҡа ҡаршы ни бары 300 миллион һум бирелгән.
       Бөгөн Башҡортостанда ни бары дүрт банк ипотека менән эшләй. 2009 йыл башына кредит ойошмаларының дөйөм һаны 72-гә етте, әммә әлеге ваҡытта өс банк үҙенең эшен туҡтатты: шуның икеһе, филиал селтәрен ҡыҫҡартып, Башҡортостанда үҙҙәренең подразделениеларын япты, ә бер банктың лицензияһы алынды. Был турала "БАШвестЪ" гәзите хәбәр иткәйне, ул "Мәскәү капиталы" банкы.
       - Беҙҙе яңы һынауҙар көтә, - ти Мәрҙәнов.
       Атап әйткәндә, áûë срогы үткән бурыстарҙың үҫеше. 2009 йыл башына Башҡортостанда уның сағыштырма ауырлығы, 2008 йылдың октябренән 64 процентҡа артып, дөйөм кредиттар күләмендә 1,9 процент тәшкил итте. БР Милли банкы рәйесе билдәләүенсә, үҫеш, башлыса, предприятиелар иҫәбенә бара.
       Ипотека кредиты тураһында һөйләгәндә, срогы үткән бурыстарҙың күләме 2009 йыл башына ҡарата 2008 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда яҡынса 1,7 тапҡырға артҡан.
       Бөгөн банктар бирелгән средстволарҙы ҡайтарыу буйынса үҙҙәðåíå¾ арсеналында булған бөтә ысулдарҙы әүҙем ҡуллана - коллектор агентлыҡтарына (улар бурыстарҙы түләтеү буйынса фирма кеүек билдәле) тиклем мөрәжәғәт итә.
       - Кредит ойошмалары срогы үткән бурыстарҙың күләмен кәметеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй, был средстволар халыҡ вкладтары бит, - ти Мәрҙәнов.
       Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренә ҡарағанда, 2008 йылда халыҡ вкладтары 9,2 процентҡа үҫкән һәм 82 миллиард һум тәшкил иткән. Вкладтар структураһында үҙгәрештәр күҙәтелә: 2008 йылда сит ил валютаһында иҫәпләнгән вкладтар күләме өс тапҡырға артҡан.
       Республиканың банкылар берләшмәләре планында - банкыларҙы берләштереүгә ҡарамаҫтан, һөҙөмтәлә уларҙың һаны кәмей, төбәктә халыҡ йәшәгән урында подразделениеларҙың селтәрен һаҡлау. Рөстәм Мәрҙәнов шулай уҡ бурыслылар, эшһеҙ ҡалыусылар йәки эш хаҡының бер өлөшөн юғалтыусылар өсөн кредит түләүҙе кисектереү буйынса дәүләт тарафынан махсус программа эшләнеүе тураһында һөйләне. Бынан тыш, быйылдан ипотека түләү өсөн "әсәлек капиталы"н файҙаланып була. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бурыс түләү шарттарын үҙгәртеүгә документтарҙың бер пакеты òàïøûðûëàí һәм ипотека кредитын "әсәлек капиталы" менән ҡаплауға бер заявка бирелгән. Быға оҡшаш мөрәжәғәттәрҙең һаны артырға тейеш, тип билдәләне Мәрҙәнов.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал