6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"Ария" үҙенә бер төрлө шатлыҡ
24.02.09


       Беҙҙең ҡалаға "Ария" төркөмө килһә, ниндәйҙер үҙенә бер төрлө шатлыҡ кисерәһең. Әгәр бындай командалар йәшәп килә икән, тимәк, бөтәһе лә бөтмәгән әле. Тимәк, музыкала протест бар, фекер, героик темалар, уйланыуҙар бар әле.
       "Ария"ны ҡай берәүҙәр йырҙағы артыҡ пафосы өсөн әрләй, кемдер - музыка идеяларының икенселлеге өсөн, кемдер - бер үк жанрҙы дауам иткәне өсөн. Күптәр Валерий Кипеловтың китеүен төркөмдөң төп проблемаһы тип һананы, ул, йәнәһе, әлеге вокалсы Артур Баркуттан яҡшыраҡ булған. Бындаé ҡараш менән бәхәсләшеп, һәм бер нәмәгә ҡарамай, ижадты ҡабул итеп була. Ул, һис шикһеҙ, быға лайыҡ бит.
       Ғөмүмән, тәнҡиткә ҡарамаҫтан, бик күп тыңлаусылар фекеренсә, "Ария" - рок-сәхнә легендаһы, Рәсәй "металы" лидеры, "тере" музыка бүләк итеүсе ғәҙел төркөм. "Ария" егеттәре эшһөйәр һәм оҫта музыканттар, Һәм бының менән бәхәсләшеүе ауыр.
       "Ария" - ысынлап та танылған ветерандарҙың береһе. Асылда, был төркөм беҙҙең йәмғиәтте үҙгәртеүҙә ҙур өлөш индерҙе. 1985 йылдың яҙында Владимир Холстинин һәм Алик Грановский "Мания Величия" тигән дебют альбомы яҙҙырƒы. Был дискының сығыу көнө, 31 октябрь, "Ария" төркөмөнөң рәсми тыуған көнө áóëûï һанала.
       Аҙаҡ башҡа альбомдар донъя күрҙе. "Ария" популярлыҡ яулай башланы. Илдәге ҙур үҙгәрештәр һәм СССР-ҙан Рәсәйгә күсеү бик күп рок-төркөмдәр музыкаһы аҫтында үтте, һәм "Ария" уларҙың береһе булды.
       Текстар рус телендә яҙылды. Был беҙҙең "металл", беҙҙең һүҙҙәр, уйҙарыбыҙ ине. Әммә төркөмдөң миссияһы Советтар Союзына ғына таралманы. "Ария" сит илдә сығыш яһаған ваҡытта, ундағы кешеләр ғәжәпкә ҡалды:
       - Ҡарағыҙ - рус Iron Maiden! Һеҙҙең илдә ысынлап та үҙгәрештәр башланған, күрәһең!
       "Ария" концерттарҙа әле лә тәьҫир итә. Таныш егет, мин уны сығышҡа осраҡлы рәүештә алып барҙым, аҙаҡ былай тине:
       - Һин беләһеңме, мин рэп яратам. Әммә был жанрҙа эшләгән командалар концертына күпме барҙым, - миңә оҡшаманы. Ә бына "Ария" тәьҫир итте.
       Тәьҫир итмәй ни! "Ария" һәр саҡ таң ҡалдыра, йоғонто яһай. Ә рэп, шансон һәм попсяр, бик күп профессиональ әҙәбиәтселәð фекеренсә, ул юҡ-бар жанр. Унда текстар һәм аранжировка һәр саҡ тиерлек ярлы, ижади һәм музыкаль планда ныҡ үҫмәгән аудиторияға иҫәпләнә.
       "Ария" текстары, әлбиттә, ҡатмарлы түгел, әммә уларҙа, кем белмәй, тарихҡа, һәм философияға тоҫҡамалар бар. Ҡайһы бер композициялар Библиянан сығып эш ителгән йәки "Ят" Кафка ("Төн көндән ҡыҫҡараҡ") кеүек художестволы текстар тәьҫире аҫтында яҙылған.
       Музыканттар шағирҙар менән бергә, улар төркөм өсөн текс яҙа, уйлана, үҙ вариантын бирергә, икенсе яҡтан ҡарарға тырыша. Миҫал өсөн, Штиль" әҫәрендә, был әҫәр шулай уҡ Өфө публикаһына тәьҫир итте, эҫенән һәм аслыҡтан ҡырыҫланған, елһеҙ зонаға оҙаҡҡа эләккән моряктарҙың каннибаллығы тураһында һөйләй.
       Дөйөм алғанда, "Àðèÿ" концертû бөтә йәштәге публикаға яҡшы тәьҫир èòœ. Йәштәр концертҡа, әлбиттә, күп килгәйне, әммә 30 һәм хатта 40 йәштән өлкәндәр ҙә бар ине.
       Йәштәр сәхнәлә күңел асты, улар музыканттарға ҡушылып йырланы. Оло йәштәге кешеләр ҙә "Ария" йырҙарын ҡабатланы. Уларҙы, башлыса, иҫке хиттар йәлеп итте.
       "Ария", һәр ваҡыттағыса, өҙлөкһөҙ, оҫта сығыш яһаны. Уларҙың яңы программаһы күңелгә ятышлы ине. Музыканттар, әлбиттә, бөтә яратҡан йырҙы башҡара алманы - уларҙы ике концертта ғына йырлап бөтөп булмай бит. Өҫтәүенә, кемгә ниндәй йыр оҡшай бит. Әммә күп кенә яратҡан композициялар яңғыраны.
       Нимә оҡшаманы? Сәхнә өҫтөнә таралған төтөнмө? Ойоштороусылар бындай "химикалийҙы" үҙҙәре еҫкәһә яҡшы булыр ине - тамашасыларға нигә кәрәк ул? Өҫ кейеменә һеңгән тәмәке еҫе тураһында әйтеп тораһы ла юҡ...
       "Ария" егеттәренә дәғүәләр юҡ. Музыканттарҙың сығышы күңелгә хуш килде. Тәьҫораттар яҡшы. Уларҙың ÿ¾ûíàí áåƒãœ килеүƒœðен көтөп ҡалабыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал