6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Дәүләт контроле

Балалар йорттары - иң имен учреждениелар
24.02.09


       Илдең социаль учреждениеларында янғын осраҡтары йышайҙы. Был хәл күптәрҙе борсоуға һала. Социаль объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре нисек үтәлә? Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм прокуратура вәкилдәре ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға Коми Республикаһындағы фажиғә (унда 23 кешенең ғүмере өҙөлдө) социаль учреждениеларҙы - ҡарттар йорттарын һәм балалар йорттарын, дауаханаларҙы һәм интернаттарҙы пландан тыш тикшереү өсөн сәбәп булды. Был фажиғәнән һуң ил етәкселеге тарафынан быға оҡшаш учреждениеларҙа янғын хәүефһеҙлеген тикшерергә ҡарар ителде.
       Башҡортостанда ла социаль учреждениелар тикшерелә. Шулай итеп, Өфөлә балалар, пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән 60-тан ашыу учреждение, шул иҫәптән халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса ете комплекслы үҙәк, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ике реабилитация үҙәге һәм ике социаль приют, биш балалар йорто тикшерелгән. Өфө прокурорының өлкән ярҙамсыһы Руслан Кәримов билдәләүенсә, һәр ерҙә боҙоуҙар бар. Күп учреждениеларҙа бөтөнләй янғын сигнализацияһы юҡ, йә булмаһа иҫәптәгеһе төҙөк түгел, хәбәр итеү системаһы һәм эвакуациялау планы, янғынға ҡаршы тыштан һыу менән тәьмин итеү системаһы юҡ. Ә ҡайһы бер учреждениелар янғын депоһы áèëäœëœãœí õåƒìœòëœíäåðå¼ радиусы нормативтарû сигенән тыш урынлашҡан, ул өс километрҙан алыҫ булмаҫҡа тейеш.
       - Ике балалар йортонда хәлдәр имен, - ти Руслан Кәримов.
       Үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләренә килгәндә, закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү талаптары менән 60 күрһәтмә бирелгән. Социаль учреждениеларҙың етәкселәренә уларҙың законһыҙ ғәмһеҙлеген таныу тураһында 31 административ эш ҡуҙғатылған һәм судҡа 35 дәғүә ғаризаһы тапшырылған.
       Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының дәүләт янғын күҙәтеү бүлеге начальнигы Фәрит Абдрахманов һүҙҙәренә ҡарағанда, тикшереү күрһәтеүенсә, һуңғы йылдарҙа социаль учреждениеларҙың янғын хәүефһеҙлеген нығытыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарылған. Шулай итеп, 3-4 йыл элек быға оҡшаш объекттарҙың 20 процент тирәһе автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы менән йыһазландырылған булһа, хәҙер был һан 99 процентҡа етә. Тәҙрәләргә ҡуйылған металл рәшәткәләр тураһында һөйләгәндә, 1-се балалар йортонда әлегә тиклем бындай рәшәткә алынмаған.
       - Рәшәткәләр ике яҡҡа асылмалы булһа ла, ул йоҙаҡҡа бикләнгән, һәм персонал асҡыстың ҡайҙа һаҡланғанын белмәй, - ти Абдрахманов.
       Кешеләр тәүлек әйләнәһенә булған объекттар тикшереүгә дусар ителде. Яҡын арала ҡотҡарыусылар һәм прокурорҙар дауаханаларҙы, поликлиникаларҙы, балалар баҡсаларын, шулай уҡ иҫке торлаҡ йорттарҙы тикшерәсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал