6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Оҙон аяҡлы òàó кәзәләре...
20.02.09


       Тәбиғәт уяна, күрәһең, яҙ етә. Ҡояш та үҙ йылыһын йәлләмәй. Быйыл ҡар күп түгел. Тиҙҙән ул да иреп бөтәсәк, тышта йылы. Ҡала урамдары формаль булмаған һәм экстремаль йәштәр төркөмө менән туласаҡ.
       Велосипедсылар, роллерҙар, скейтерҙар, байкерҙар һәм паркурсылар... Өфөләр уларға күнеккән инде. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡала урамдарында барлыҡҡа килгән джамперҙарға нисек ҡарарҙар һуң? Улары ла шул óº паркурсылар èíäå, тик улар аяҡтарына махсус пружиналы ҡулайлама - джампер кейәләр, бындай аяҡ кейеме кейгән йәш кеше бер нисә метрға бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикерә һәм тиҙ йүгерә ала. Тышҡы яҡтан бындай экстремалдар тау кәзәләрен хәтерләткәндәй була.
       Дөрөҫ, Өфөлә миңә әлегә джамперҙарҙы осратырға тура килмәне. Европаның күп илдәрендә, шулай уҡ Рәсәйҙең ҡайһы бер эре ҡалаларында экстримдың был төрө киң таралған, һәм "оҙон аяҡлы" үҫмерҙәр - ғәҙәти күренеш. Францияла полицей ҙа джампер булып киткән, тиҙәр. Улар өсөн енәйәтселәрҙе тотоу хәҙер бер ни тормай. Ҡайһы бер илдәрҙә яңы ҡорамал экстремалдарҙы шул тиклем ҡыҙыҡһындырған, спорттың был төрө буйынса ярыштар үткәрелә.
       - Джампинг - ул ысынлап та экстремаль спорттың яңы төрө, - тип һөйләй джампер Максим. - Ул йүгереү һәм һикереү ҡатышмаһы. Асылда, ул тышҡы яҡтан паркурҙы хәтерләтә.
       Максим Мәскәүҙә йәшәй. Германияла курстарҙа уҡыған ваҡытта, ике йыл элек, джампинг менән шөғөлләнә башлаған. Унда Максим джамперҙар менән танышҡан, һикерергә өйрәнгән. Йәйен ул бөтә дуҫтарын һикерергә өйрәткән һәм хатта башлаусы джамперҙар өсөн махсус курстар ойошторған.
       - Бөтәһенең дә маҡсаттары төрлө, - тип һанай Максим. - Ҡай берәүҙәр өсөн был спорттың экстремаль төрө, тирәләге кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү алымы, үҙеңде күрһәтеү, башҡалар өсөн - күңел асыу, ваҡыт үткәреү төрө. Джамперҙар төркөмдән айырылып тора.
       - Джамперҙа һикерергә нисек өйрәндең? Ауыр булдымы?
       - Миңә ауыр булманы. Быға тиклем мин паркур менән шөғөлләндем, спорттан ситләшкәнем юҡ. Яңылар ҙа тиҙ арала аяҡҡа баҫа һәм һикерә башлай. Дөрөҫ, билдәле бер ҡағиҙә бар, башлаусы джамперҙар уны теүәл үтәргә тейеш. Яңғыҙ шөғөлләнергә ярамай. Эргәңдә кеше мотлаҡ булырға тейеш, әгәр йығыла ҡалһаң, ярҙамһыҙ күтәрелеп булмай. Мин, мәҫәлән, күнекмәләрҙән һуң бер ай үткәс, аяғыма үҙаллы баҫып тора башланым.
       - Аяҡ-ҡулдар йыш һынамы?
       - Мин, Аллаға шөкөр, бер еремде лә һындырғаным булманы, әммә быуын сығыуҙар һәм төрлө сыйылыуҙар булды. Унһыҙ булмай. Шуға күрә, етди йәрәхәттәрҙән һаҡланыу өсөн, төрлө һаҡлау ҡулайламалары уйланған: шлемдар, тубыҡсалар, ус һәм терһәк ҡалҡансыҡтары.
       - Нигә шулай үҙеңде имгәтергә?
       - Велосипедта йөрөгән һәр кеше йәрәхәтләнә ала. Әммә быға бер кем дә иғтибар биреп бармай. Джамперҙа һикереү ҡурҡыныс тип әйтмәҫ инем. Унһыҙ кеше өс метр бейеклеккә, алты метр оҙонлоҡҡа һикерә алмай һәм сәғәтенә 30 километрлыҡ тиҙлек менән йүгерә алмай бит. Ғөмүмән, был спорттың матур бер төрө.
       Асылда, Максим хаҡ: йәрәхәт бөтә эêстремалдарҙы ла оҙатып йөрөй. Ахмаҡлыҡ арҡаһында ла аяҡ-ҡулдар һына: экстримдар адреналин дозаһы һәм тирә-яҡтағыларҙың иғтибары хаҡына бөтәһенә лә әҙер, улар эҙемтәләр тураһында һис кенә лә уйламай шул. Һәм һөҙөмтәлә дауаханаға эләгәләр, һәм оҙаҡ ваҡыт аяҡҡа баҫа алмай интегәләр.
       Әгәр бөтәһе лә дөрөҫ эшләнһә, спорттың теләһә ниндәй төрө, хатта экстремаль төрө лә, киреһенсә, һаулыҡты яҡшырта.
       Рәсәйҙә беренсе тапҡыр джамперҙар тураһында 1918 йылда телгә алына. Алексей Толстой үҙенең "Хождение по мукам" романында "һикереүселәр" бандаһын һүрәтләй, ул Санкт-Петербургта эш иткән. Бурҙар үлек кейеменә төрөнөп, ҙур-ҙур аҙымдар менән енәйәт урынынан ҡаса торған булған. Улар тиҙерәк ҡасыу өсөн, пружиналы оҙон ағас аяҡтар ҡулланған.
       Әммә рәсми иҫәпләнеүенсә, джамперҙы 1954 йылда Калифорнияíàí акробаттар Билл Граффни һәм Том Уивер (àìåðèêàíäàð) уйлап сығарған.
       - Мәскәүҙә джамперҙарҙы спорт магазиндарында табып йәки интернет аша заказ менән алдырып була, - ти Максим. - Уларҙың хаҡы төрлө - 270-тән 500 долларға тиклем. Эш шунда, улар размерҙары һәм модификациялары буйынса айырыла. Балаларға тәғәйенләнгән джамперҙарҙың ауырлығы дүрт килограмдан артыҡ, ә өлкәндәр өсөн - 7,5 кг.
       - Уларҙы нисек дөрөҫ кейергә?
       - Улар еңел кейелә. Башта уңайлы өҫ һәм аяҡ кейеме һайларға кәрәк. Джамперҙар ҡаптырмалар һәм элмәктәр ярҙамында аяҡҡа беркетелә. Бөтә ҡайышты ныҡ итеп тартырға кәрәк.
       - Күнекмәне ҡайҙа алып була?
       - Күнекмәләр өсөн тигеҙ, ҡаты урын һайларға кәрәк. Тайғаҡ урындарҙы һайламағыҙ. Майҙандарҙа йәки стадиондарҙа күнекмәләр үткәреү яҡшы. Һеҙҙең тирәләй буш урын күп булһын, ә осраҡлы үтеп барыусылар аҙ булырға тейеш. Күңелегеҙ булғансы һикерегеҙ œéƒœ, òàó êœçœëœðå!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал