6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Ҡала һәм район Советтары эш башлай
29.03.04


       14 март көнө Рәсәй Президентын һайлау менән бергә Башҡорт остан халҡы республиканың урындағы дәүләт вәкилдәрен дә һайл аны. Законға ярашлы рәүештә, улар һайлауҙан һуң ике аҙна үтк әс эш башларға тейеш.
       Дәүләт власының урындағы органдары республика конституция һы нигеҙҙәренең бер өлөшөн тәшкил итә һәм БР дәүләт органдар ы системаһына инә. Улар дәүләт власының урындағы вәкиле ( ра йон һәм ҡала Советы) һәм дәүләт власының урындағы башҡарыусы
       органы ( район йә ҡала хакимиәте) булып тора.
       Депутат урындарының һаны законға ярашлы рәүештә билдәләнә . Район һәм ҡала Советтарына 15 - 20 депутат һайлана. Баш ҡ алаға закон 60 депутат һайларға рөхсәт итә.
       Советтың төп эшмәкәрлек формаһы - сессия. Депутаттар Сов ет рәйесе, уның урынбаҫары һәм комиссиялар рәйестәре ингән п резидиум һайлаясаҡ.
       Законға ярашлы рәүештә, ҡаланың йә райондың буласаҡ хаким иәт башлығына билдәле талаптар ҡуйыла. Мәҫәлән, был вазифаға юғары белеме, етәкселек тәжрибәһе булған, хужалыҡ өлкәһендә биш йылдан да кәм эшләмәгән кеше дәғүә итә ала.
       Дәүләт власының урындағы органдары үҙ ҡалаһы йәки районын ың социаль - иҡтисади үҫешен арттырыуҙы тәьмин итеү өсөн ете рлек хоҡуҡҡа эйә.
       Советтарҙың быйылға саҡырылышы үҙ хоҡуҡтарын 2006 йылдың
       ғинуарына тиклем генә тормошҡа ашырасаҡ, сөнки ошо ваҡыттан
       алып урындағы үҙидара тураһындағы федераль закон үҙ көсөнә инәсәк.

Максим Беляев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал