6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Чудов дөрөҫ эш итә
20.02.09


       Көньяҡ Кореяла барған донъя чемпионаты яңылыҡтар менән тулы. Швеция йыйылмаһының остазы немец Вольфганг Пихлер, Рәсәй биатлонсыһы Максим Чудов Пихлерҙан "тубыҡланып" ғәфү үтенергә тейеш, тип белдергән. Был хаҡта Expressen (Швеция) баҫмаһына һылтанìàëàð ìåíœí "Таҫма. ру" хәбәр итә. Пихлер үҙенең белдереүен Чудовтың тренер үҙе ғәфү үтенергә тейеш тигән һүҙенә яуап рәүешендә яһаған.
       Рәсәй биатлонсылары "даими допинг ҡуллана" - был Пихлер һүҙҙәре, ул был турала элегерәк тә бер нисә тапҡыр әйткән. Немец тренеры бөтә Рәсәй командаһын донъя чемпионатында ҡатнаштырмаҫ өсөн ҡултамға йыйыу буйынса кампания башында торған. Пихлер күпме ҡултамға йыйғандыр, уныһы билдәһеҙ.
       Шишәмбе, 17 февралдә, Чудов матбуғат конференцияһында, Пихлерға әйткән һүҙҙәре өсөн ғәфү үтенергә кәрәк, тип белдергән. Тренер баш тартҡан һәм Чудовҡа ғәфү үтенергә кәрәк, сөнки команда буйынса уның партнерҙары (Екатерина Юрьева, Альбина Әхәтова һәм Дмитрий Ярошенко) допинг ҡулланған, тигән.
       Пихлер һөйләүенсә, шәмбелә, 14 февралдә, Пьонгчангта күнекмәләр үткәреү лагерында ул Рәсәйҙең бер спортсыһын осратҡан. Тегенеһе ҡул ишараһы менән нимәлер күрһәткән, аҙаҡ немец тренерына йоҙроҡ менән янаған. Швед биатлонсыларының остазы "ҡурғаулау позицияһы" алған, әммә уҫмаҡлашыу булмаған. Пихлер һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй спортсыһы тренерға мыҫҡыллы һүҙҙәр яуҙырып, китеп барған.
       Пихлер Рәсәй спортсыһының фамилияһын белмәй. Әммә ул биатлон буйынса Рәсәй йыйылмаһы лидерҙарының береһе, тигән тренер.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 февралдә Пихлер белдереүенсә, Швеция йыйылмаһы биатлонсылары электрон почта аша Рәсәйҙән үлем ҡурҡынысы янаған хат ала. Тренер инцидент сәбәпле Халыҡ-ара Биатлонсылар союзына (IBU) мөрәжәғәт итә.
       Был сәхнә артындағы яңылыҡтар булды. Ә хәҙер донъя чемпионатына күсәйек. Рәсәй йыйылмаһы ҡатнаш эстафетала сығыш яһаны. Светлана Слепцова, Ольга Зайцева, Иван Черезов һәм Максим Чудов бишенсе һөҙөмтә күрһәтте.
       Беренсе сиратта атыу шәптән булманы. Таҙа үткән рубеж бөтөнләй булманы - һәр береһендә бер-ике өҫтәмә патронға йүгерергә тура килде.
       Светлана Слепцованың тиҙлеге тамам күңелде ҡырҙы. Светлана тиҙ йүгерә торған биатлонсы, күрәһең, ул һауығып бөтмәгән булған.
       Иван снайпер булып һанала, әммә ул да ятып атыуҙа бер хата һәм баҫҡан килеш атыуҙа ике хата ебәрҙе.
       Чудов лидерҙан күпкә артҡа ҡалып старт алды, шуға ла унан ниндәйҙер һөҙөмтә көтөү урынһыҙ ине. Шулай килеп сыҡты ла - Макс насар атты.
       Һуңғы этапта Чудов дүртенсе урын өсөн Уле Айнар Бьорндален  менән ярышты. Күптәр, күрәһең, ике көслө атлеттың уҙышын ҡыҙыҡһынып күҙәткәндер (алтын миҙалдың улар араһындағы сәйәхәте иҫтә әле). Әммә Чудов аҡыллы эш итте - миҙалға өмөт юҡ ине, шуға күрә ул норвегты алға үткәрҙе. Һәì дөрөҫ! Алда тағы ике мөһим старт, көстө ирҙәр эстафетаһы һәм масс-старт өсөн һаҡларға кәрәк.
       Чудовтың шәхси тренеры Виктор Никитин Рәсәй йыйылмаһының сығыштары тураһында:
       - Мин Макстың йүгереүен генә ҡараным. Минең улым тыуҙы! Өс килограмм 140 грамм! Уҙыш буйынса шуны әйтә алам - бөтәһе лә яҡшы. Шәп йүгерҙеләр, шулай уҡ Макс та.
       Франция көтмәгәндә еңеү байрам итте. Шведтар 6,2 секундҡа ҡалышты. Германия йыйылмаһы өсөнсө булып финишҡа килде, француздарҙан туғыҙ секундҡа артта ҡалды. Һуңғы атыу рубежында Михаэль Грайс "алтын" өсөн көрәшә ала ине, әммә ул өс тапҡыр яҙа атты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал