6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Йорттағы счетчик - һаҡсыл хыялы
19.02.09


       - Һеҙҙән "мең".
       - Нимә өсөн?
       - Нисек инде, нимә өсөн? Аңлатам: һеҙҙең кеүек "уртаса" кеше һәр төрлө гигиенаға, әҙерләүгә һәм башҡаға күпме кубометр ағас сарыф итә... Эйе, эйе, йылылыҡ, һыу мәғәнәһендә... Ҡыҫҡаһы, "Н20". Аш два о.
       - Нимә?
       - "Нимә" түгел, ә "күпме"! 11 кубометр, тим! Ҡай берәүҙәр өсөн - күп түгел.
       Йыуынырға кәрәк. Ваннала түгел, ә душ аҫтында ғына. Аҙаҡ һауыт-һаба йыуырға, кер йыуыу машинаһын ебәрергә кәрәк, иҙәнде һөртөп алырға, кафелде таҙартырға... Аҙаҡ ҡулды сайҡатырға. Бер, ике, өс тапҡыр. Сәскәләргә һыу һибергә кәрәк. Бер кәстрүл борщ бешерергә. Дауам итергәме? Кәрәкмәйҙер.
       Бындай сәйер һөйләшеү нигә кәрәк булды һуң? Быға ни сәбәп? Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлөсә ҡулланабыҙ, ә бер төрлө түләйбеҙ. Һәм был беҙҙең уртаҡ бәлә. Кемдер иҫәп приборы ҡуйҙырған, ә ҡай берәүҙәр был приборҙы һатып алырға ашығып бармай. Энергияны һаҡлау, шулай уҡ коммуналь хужалыҡты реформалау программалары әүҙем индерелә. Был турала беҙ күптән инде хәбәрҙар. Әммә проблема бар шул - граждандар "һаҡларға" һәм "энергияны иҫәпкә алырға" теләмәй. Улар өсөн был файҙалы ла бит. Ә, бәлки, киреһенсә, улар барыһын да яҡшы аңлай һәм кәрәкмәгән ҡорамал һатып алыуға аҡса сарыф итәһеләре килмәйме?
       "БАШвестЪ" хәбәрсеһе был проблеманы асыҡларғà тырышты. Өфөлә үткән "Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергияны-һаҡлау-2009" күргәҙмәһенә күҙ һалайыҡ. Унда иҫәп приборҙары етештереүселәре йыйылған. Улар тәнәфес ваҡытында беҙ биргән һорауға яуап бирҙе.
       - Һаҡсыл тотоноу йәки әрәм-шәрәм итеү - был ҡулланыусының эше, - ти энергия-йылылыҡ ҡорамалдарын етештереү буйынса фирма директоры Борис Куклин. - Счетчиктар бирелгән аныҡлыҡ менән үлсәмле ресурстар һанын - һыуҙы, электр энергияһын, йылылыҡты иҫәпләй.
       - Һүҙ нимә тураһында бара?
       - Миҫал өсөн, ҡара төҫтәге электр счетчиктары, бындай счетчиктар һәр фатирҙа бар, улар 2,5 аныҡлыҡ класлы һәм заман талаптарына яуап бирмәй. Һеҙҙе бындай счетчик өсөн, әлбиттә, төрмәгә ултыртмайҙар, әммә уны алмаштырыу тураһында күрһәтмә бирәсәктәр. Сәбәп ябай - бөгөнгө көндә 2,0 класлы һәм унан юғары счетчиктар рөхсәт ителә.
       Әгәр һеҙ бирелгән күрһәтмәне "һанға һуҡмайһығыҙ" икән, ул саҡта инде һеҙгә норматив буйынса (ул төбәк энергетика комиссияһы тарафынан раҫлана) түләргә тура киләсәк. Миҫал өсөн, бер бүлмәле фатир өсөн - 200 һум, өс бүлмәле өсөн - 600. Ни өсөн күп? Аптырарлыҡ бер ни ҙә юҡ - электр энергияһын селтәрҙә ҡаралған юғалтыуҙар нәҡ ошо суммаға һалынған.
       Шуға күрә иҫәп приборын алмаштырыу отошло.
       - Электр энергияһын иҫәпләү приборы күпме тора?
       - Ҡиммәт түгел - 540 һум, ике тарифлыһы - 1200 һум. Иҫәп приборын урынлаштырыу 570 һумға төшә. Ике тарифлы приборҙы хеҙмәтләндереү ғәҙәти приборҙан айырылмай, менюға бары тик тейешле ваҡыт ҡуйыу ғына талап ителә.
       - Ә гарантия ниндәй?
       - Беҙҙең фирма алты йыл гарантия бирә, файҙаланыу срогы - 16 йыл. Әгәр етештереүсе ғәйебе буйынса проблема килеп тыуһа, беҙ яңы счетчик ҡуябыҙ. Приборҙы урынлаштырыу һәм хеҙмәтләндереү яғынан проблема юҡ.
       Электр счетчиктары тураһында туҡтатып торайыҡ. Ә беҙгә йылылыҡ счетчиктары кәрәкме һуң? Был хаҡта белгестәр ни һөйләй? Һүҙ - Вадим Аҙнабаевҡа.
       - Бер фатирға йылылыҡ счетчигын урынлаштырыу проблемалыраҡ - счетчикты бер юлы дүрт торбаға ҡуйырға кәрәк. Шуға күрә дөйөм йорт счетчиктары киң таралған, улар, әлбиттә, ҡиммәт тора, әммә йорт йәки предприятие кимәлендә комплекслы иҫәпте тәьмин итә. Бындай үҙәктең хаҡы 150 мең һум тора. Сит илдә етештерелгән приборҙар ҙа бар, әммә улар ике тапҡырға ҡиммәт.
       100-150 мең һум. "Шәп йәшәү" өсөн шунса аҡсаны хатта бөтә йорт менән дә йыйып буламы һуң? Бындай ҙур сумманы ҡайҙан тапмаҡ кәрәк?
       - Төрлө финанслау сығанаҡтары бар, - тип аңлата Вадим Аҙнабаев. - Улар Торлаҡ милекселәр ширҡәте средстволары, төбәк, урындағы бюджеттар, энергияны һаҡлау буйынса дөйөм ҡала программалары. Биш йылда республикала беҙҙең фирма 9,5 мең дөйөм йорт иҫәп приборы урынлаштырҙы, бының өсөн йортта йәшәүселәр түләмәне. Ике йыл ярымда ул үҙенең хаҡын ҡаплаясаҡ. Ҡайһы бер йорттарҙа хатта мәғлүмәт йыйыу буйынса онлайн-система бар - һеҙ интернетҡа инә алаһығыҙ һәм унда үҙегеҙҙең йорт буйынса бөтә күрһәткестәрҙе белә алаһығыҙ.
       Белгестәр фекеренсә, һәр фатирҙа иҫәп приборҙары булырға тейеш. Һалҡын һәм йылы һыуға айырыуса кәрәк. Уларҙың хаҡы ҡиммәт түгел. Белгестәр әйтеүенсә, 300-400 һум һәм урынлаштырған өсөн күпмелер түләргә кәрәк. Ҡулланыусы өсөн файҙаһы бар бит - етештереүселәр билдәләүенсә, 20 процент тирәһе. Улар үҙҙәренең иҫәпләүҙәрен түбәндәгесœ билдәләй:
       - Норматив - айына бер кешегә 11 кубометр. Ә ғәҙәти, реаль ғаилә 5-6 кубометр сарыф итә микән, - ти һыу һәм йылылыҡ счетчиктары етештереү буйынса компания менеджеры Ирек Ғәлиуллин. - Арифметика ябай - кеше ҡулланған күләм өсөн генә түләй, ә "норматив граждан" өсөн түгел. Һыу счетчиктарын урынлаштырыуҙа минустары ла бар икән. Уны мотлаҡ тикшереүгә бирергә кәрәк: йылы һыу счетчигын - дүрт йылға бер тапҡыр, һалҡын һыуҙыҡын - алты йылға бер тапҡыр.
       Ниндәй прибор һайларға һуң?
       - Приборҙың ҡайҙа етештерелеүеíә иғтибар итегеҙ, - тип кәңәш бирә Борис Куклин. - Бәлки, ул заводта етештерелгәндер, слесарь Петровтың аш-һыу бүлмәһендә лә етештерелеүе ихтимал... Һәм уның сифаты ла тура килә (унда ниндәй сифат булһын инде). Һөҙөмтәләр - лицензияšû булған фирмаға мөрәжәғәт итегеҙ, ул эштең бөтә циклын хеҙмәтләндерәсәк.
       Иҫәп приборҙарының өҫтөнлөктәрен тикшереп бөттөк шикелле. Иҫәп приборҙарын ҡуйыу-ҡуймауҙы һәр кем үҙе хәл итә. Әгәр һеҙҙә шунда уҡ магазиндан һыу счетчигы һатып алыу теләге булмаһа - ҡотлайым - тимәк, һеҙ төптән уйлап эш итеүсе. Бәлки, ваҡытығыҙ юҡтыр. Һаҡсыллыҡ -һаҡсыллыҡ менән, ә нервылар... Улар ҡиммәтерәк!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал