6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Яҡташыбыҙ тыныслыҡ һаҡлай
19.02.09


       Максим Чудов Көньяҡ Кореяла биатлон буйынса донъя чемпионатында стартын дауам итте. Төп уҙыштар алдынан уның шәхси тренеры Виктор Никитин, Максим беренсе йәки икенсе этапта миҙалға лайыҡ булһа, 20 километрға ауыр индивидуаль уҙышты ҡалдырыр, моғайын, тип белдергәйне.
       Шуға ҡарамаҫтан, Чудов "индивидуаль" уҙышҡа сыҡты. Был нимәгә бәйле? Макс, күрәһең, көсөм етер тип уйлағандыр. Чудовта әле спорт асыуы уйнай - кисерештәрҙе һөҙөмтәләргә "түгеү" өсөн, ул күпме кәрәк шунса йүгерергә әҙер. Йүгерергә тағы бер дәлил - Рәсәй хаҡына торорға. Дмитрий Ярошенко допинг өсөн уҙыштан алынды, Евгений Устюгов, Максим Чудов һәм Андрей Маковеев әлегә юғары позицияға күтәрелә алмай. Ҡайышты бөтәһе өсөн дә бер Иван Черезовҡа тартырға микән ни? Яҡташыбыҙ иптәшенә бына шулай ярҙам күрһәтте.
       Максим Чудов насар ярҙам күрһәтте тип әйтеп булмай. Әгәр беренсе атыуҙа яҙа атмаһа, ул донъя чемпионы булыр ине. Ә былай - ике тапҡыр яҙа атыу һәм тағы еңеү яулаған Уле Айнар Бьорндалендан 49,3 секундҡа ҡалышыу.
       Тәүге егермелә көтөлмәгән хәлдәр ҙә булды. Бер юлы кисәге ике йәш биатлонсы, немец Кристоф Штефан һәм хорват Яков Фак, донъя чемпионаты пьедесталына күтәрелде. Иван Черезов оҙаҡ ваҡыт лидерлыҡты бирмәне, әммә һуңғы атыуҙағы бер хата уны миҙалдан мәхрүм итте. Етенсе урын. Максим Чудов 37-се булып финишҡа килде, Евгений Устюгов - 55-се.
       Уле Айнар Бьорндален сираттағы өсөнсө "алтын" миҙалын яуланы. Биатлон короле матбуғатҡа түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:
       - Мин яҡшы формала. Мин уңдым. Өс тапҡыр яҙа атыуға ҡарамаҫтан, мин еңеүгә өлгәштем. Бында үтә лә ауыр трасса, һәм атыу өсөн шарттар ҡатмарлы. Өс тапҡыр яҙа атыу менән дә көрәшеп була, - Рәсәй Биатлонсылары союзы сайтында спортсының ошо һүҙҙәре килтерелә. - Мин белдем, трассала минең арттан уҡ бер юлы бер нисә шәп йүгереүсе сығасағын. Әлбиттә, мин үҙ мөмкинлегемде еңеүгә юғары баһаламаным. Яҡшы атҡан көслө дәғүәселәрем мине турнир таблицаһы буйынса аҫҡа төшөрә ала ине. Мин "бронза"ға иҫәп тота инем, һәм хәҙер беренсе булыу үтә лә күңелле.
       Масс-стартта сираттағы дүртенсе "алтын" миҙалды яулаһаң шәп булыр ине. Әлбиттә, мин уҙыш фавориты булһам да, әммә һәр бер уҙыш төрлөсә килеп сыға. Шуға ҡарамаҫтан, минең менән трассала бик көслө атлеттар ярашасаҡ.
       Корея тураһында түбәндәгеләрҙе әйтә алам. Уны Оберхоф һәм Рупольдинг менән сағыштырырға кәрәкмәй, уларҙа унар йыл дауамында юғары кимәлдә ярыштар ойошторола. Корея ла күп көс һалған, һәм мин быны баһалайым. Объекттарҙың яҡын урынлашыуы ла ниндәйҙер кимәлдә өҫтөнлөктәргә эйә: икенсе урынға күсеү өсөн күп ваҡыт сарыф ителмәй. Трассаның ҡатмарлығын айырым билдәләп китер инем. Үткән йылда мин уны телевизор àøà күргән инем, ә хәҙер бөтә ауырлыҡтарҙы үҙем аша үткәрҙем. Бында еңелдән түгел, шуға күрә һәр еңеү айырыуса ҡиммәт.
       Максим Чудов 20 километрға старт тураһында нимә уйлаған икән? "БАШвестЪ" хәбәрсеһе уның ағаһынан, Алексейҙан белергә тырышты. Максим үҙе шылтыратыуҙарға яуап бирмәй.
       - Эйе, мин ағайым менән һөйләштем. Бындай һауа шарттарында ул яҡшы атыш күрһәтте. Функциональ әҙерлеккә килгәндә, бөтәһе лә һәйбәт. Тик бына индивидуаль уҙыш көнөндә уның һаулығы шәптән түгел ине - йоҡоһоҙ төндәр, нервылар, башта "алтын" бирәләр, аҙаҡ - тартып алалар, ошо проблемалар арҡаһында эске көсөргәнеш.
       Ял итмәне - хәл йыйманы, теш ҡыҫып булһа ла, йүгерергә тура килде. Беләһегеҙме, ҡай саҡ дистанция буйлап шул тиклем еңел барыла, әммә бында Максимға беренсе метрҙа уҡ ауыр ине...
       - "Алтын" буталсыҡтарына ҡарата ниндәй фекерҙәр бар?
       - Телевидение күрһәтеүенсә, унда конустар ҡуйылғайны, уларҙы күрмәү мөмкин түгел. Кем тейеш булмаған урындан үткән, улар аша саҡ ҡына һикермәй ҡалған. Был, һис шикһеҙ, уҙыш ҡағиҙәләрен боҙоу. Үткән бер чемпионатта беҙҙең спортсы ҡыҙыбыҙҙы, ул тейеш булмаған урындан үткәйне, квалификацияһынан мәхрүм иттеләр бит.
       - Беҙҙекеләрҙең эстафетала өмөтө бармы? Ярошенко алтын составтан сыҡты, Круглов көсһөҙ...
       - Круглов Кореянан китте инде. Шуға ҡарамаҫтан бында хәл түбәндәгесә - беҙҙекеләр көрәшә һәм хатта норвегтарҙы еңә ала. Улар насар йүгермәй, лайыҡлы кимәлдә. Эстафетала, минең ҡарашҡа, лотерея буласаҡ. Дәғүәселәр рубежға килеп, миҫал өсөн, көслө ел ваҡытында хата яһай. Беҙҙекеләр килә - һәм оҙаҡҡа булмаһа ла ел тыма...
       Максим Чудов, Кореяла киң мәғлүмәт саралары менән аралашып, аныҡ һәм ҡаты ғына әйтте буғай. Һәм уның позицияһы Рәсәй Биатлонсылары союзы позициялары менән тап килә. Был ойошманың рәсми сайтында Макстың һүҙҙәре килтерелә. Чудов, иң элек, Бьорндален һәм башҡа бер нисә спортсылар трассаны үтеү ҡағиҙәләрен боҙған ваҡытты телгә ала. Бының өсөн башта бөйөк норвегҡа бер минутлыҡ штраф язаһы бирәләр, Чудовты чемпион яһап, ә аҙаҡ көтмәгәндә ҡарар сығаралар - Уле Айнар ҡағиҙә боҙоуҙа күп ваҡыт отмаған, имеш. Һәм Максҡа "көмөш" яңынан әйләнеп ҡайта. Цирк! Әммә яҡташыбыҙ тыныслыҡ һаҡлай.
       - Минең бөтә карьерамда тәүге тапҡыр эҙәрлекләү уҙышы ошондай күп проблемалар менән бәйле булды: ел, һәм Уле Айнар әйтмешләй, трасса һыҙаттарының дөрөҫ булмауы, шул сәбәпле күп спортсылар хаталанды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса ҡарар ҡабул итә алмай аҙапландылар. Башта бер ҡарар ҡабул иттеләр, аҙаҡ уны юҡҡа сығарҙылар. Һәм был процес оҙаҡ дауам итте.
       - Һеҙ хәҙер Уле Айнар Бьорндаленды еңеү менән ҡотлай алаһығыҙмы?
       - Уле Айнарҙы ҡотлай алам. Мин аңлайым, эҙәрлекләү уҙышында икенсе булдым, мин быны инҡар итмәйем. Ул көслә һәм тиҙ йүгерҙе, ул финиш һыҙатын беренсе булып үтте. Уға ҡарата минең бер дәғүәм дә юҡ. Мин уның ҡулын ҡыҫырға һәр саҡ әҙер. Ул иң көслө спортсыларҙың береһе.
       Уле Айнар уҙыштан һуң беҙҙең номерға килде. Беҙҙең һөйләшеү сәғәт ярым тирәһе дауам итте. Ул беренсе, ул көслө, һәм ул дистанцияла еңде - был уның фекере. Мин уның менән килешәм. Әммә шуны әйтер инем, хаталар булды. Башҡа атлеттар ҙа хаталанды. Ике лидер үҙ фекерендә ҡала икән, бында бер ниндәй ҙә насарлыҡ күрмәйем.
       - Ҡарарҙың дөрөҫлөгөн таныйһығыҙмы?
       - Дөрөҫөн әйткәндә, мин жюри ҡарарын ғәйепләй алмайым. Мин - ябай бер атлет, үҙ эшемде башҡарам һәм ниндәйҙер тикшереүҙәр өсөн яуап тотмайым. Әммә! Дистанцияны үтеү ҡағиҙәләре боҙолдо бит. Әгәр беҙ быны шул килеш ҡалдырһаҡ, артабан нимә көтөргә ҡала һуң? Был мәсьәләне кисектермәй хәл итергә кәрәк. Мин бер позиция яғында торам. Ҡағиҙә яҙылған икән, уны бөтәһе лә теүәл үтәргә тейеш. Дистанцияны дөрөҫ үтмәгән атлеттар бының өсөн яуаплы. Миҫал өсөн, бер тапҡыр мин үҙем сит сәп буйынса аттым һәм биш штраф әйләнмәһе йүгерҙем. Яҙа атыуҙар булмаһа ла, мин үҙ хатам өсөн яза алдым бит.
       Әлеге хәлде, минең уйымса, махсус коллегия тикшерергә тейеш. Был - спортсыларҙың эше түгел. Яуаплы кешеләр ҡағиҙә өйрәнһен һәм һуңғы ҡарар сығарһын әйҙә. Әгәр был ҡарар минең файҙаға булмай икән, мин уны ҡабул итәм. Мин ышанам, миндә бер, ике һәм хатта өс алтын миҙал ғына түгел, ә күберәк буласаҡ. Мин хәл итеүҙәрен теләйем. Беҙ бөтәбеҙ ҙә взводта. Беҙҙең етәкселек тә, һәм беҙ үҙебеҙ ҙә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал