6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Психолог кәңәштәре

Үҙ балаң менән мөнәсәбәтте нисек көйләргә?
18.02.09


       Ата-бабалар һәм балаларҙың, дөрөҫөрәге ата-әсәләр һәм уларҙың балаларының проблемалары теләһә ҡайһы ваҡытта башлана ала. Миҫал өсөн, бала балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә барған саҡта. Әммә, "Индиго" психологик-социаль оҙатыу ҡала үҙәгенең педагог-психологы Рәйлә Шәйхиева һүҙҙәренә ҡарағанда, был проблемалар үҫмерҙәр йәшендә (балаларҙың үҫмер сағында) йышыраҡ барлыҡҡа килә. Улар күсеү осоронда тиҫтерҙәренә, үҙ компанияһына йүнәлеш ала.
       - Проблема, ҡағиҙә булараҡ, йәш кешеләргә хас булған үҫмерҙәр максимализмынан ғибәрәт, - ти Рәйлә Шәйхиева. - Улар үҙҙәрен өлкән тип һанай һәм, ярашлы рәүештә, үҙҙәренең проблемаларын үҙаллы хәл итергә теләй. Әммә, ҡағиҙә булараҡ, уларҙың үҙаллылығы бөтәһенә лә таралмай. Шуға күрә мин ата-әсәләргә үҙ балаларының фекерен һәм тәртибен хөрмәт итергә кәңәш итер инем. Улар үҙҙәре лә ҡасандыр йәш булған бит, шуны онотмаһындар ине. Шуға күрә үҙ-ара мөнәсәбәттәр проблемалары актуаль булып ҡала.
       Ата-әсәләргә балаларҙан күпте талап итмәҫкә кәрәктер, бәлки. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларынан күпте көтә, ә һуңғыларының, бәлки, аҡыл һәм фекерләү рәүеше башҡараҡтыр...
       - Ҡайһы бер ата-әсәләр, беҙ тормошҡа ашыра алмаған эште балаларыбыҙ мотлаҡ эшләргә тейеш, тип һанай.
       - Был аңһыҙ кимәлдә үтә, ул күп ата-әсәләргә хас. Балалар йыш ҡына үҙ ата-әсәһенең ҡылығын ҡабатларға күнегә бит.
       Ата-әсәләрҙең авторитеты үҫмерҙәр йәшендә, бала саҡтағы кеүек түгел, - бер һүҙһеҙ һәм ныҡ түгел. Уны ниндәйҙер дәрәжәлә яңынан һәм нәҡ хөрмәт ярҙамы менән яуларға кәрәк. Бының өсөн үҙегеҙҙе бала урынына йышыраҡ ҡуйығыҙ - ул нимә һиҙә икән, нимә уйлай, ни өсөн ул үҙен шулай тота, ә башҡаса түгел.
       - Һәм бының өсөн нимә ҡабул итеү талап ителә?
       - Ғаиләлә килеп сыҡҡан проблемаларҙы даими тикшерергә кәрәк. "Һөйләшеүҙәр өҫтәле" артына ултырығыҙ. Әгәр был адекват урта статистикалы ғаилә икән, бергә йыйылырға һәм төп пункттарҙы яҙырға кәрәк: ата-әсә нимә теләй, балалар нимә теләй, ә аҙаҡ тикшереүҙе башларға. Һәм хәтерҙән сығармағыҙ, һәр "ҡаршы көрәшеүсе" яҡ юл ҡуйышып килешеүгә барырға тейеш...
       - Адекват урта статистикалы ғаилә булыуға ҡарамаҫтан быға өлгәшеп булмаһа, ул саҡта нимә эшләргә?
       - Психологтарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк. Эйе, юл ҡуйышып килешеүгә барыу иң яҡшыһы, сөнки үҫмер үҙен өлкән тип һанай. һәм үҙеңдең авторитетың менән уны "баҫыу" кәрәк түгел. Былай бала юғалтыу ҡурҡынысы бар, сөнки ул өйҙән ситтә, үҙенең компанияһында ярҙам эҙләйәсәк. Ул саҡта инде бер ниндәй ҙә ышаныс ҡалмай. Беҙ балаларға ышанабыҙ, улар беҙҙең ярҙамға иҫәп тота ала - быларҙы ата-әсәләр балаларға күрһәтергә тейеш.
       - Һәр ата-әсә үҙ балаһының ғүмере өсөн ҡурҡа. Быға нимә сәáәп?
       - Бала өйҙә булмағанда нимә менән шөғөлләнә? Ҡурҡыу белмәүҙән килеп сыға. Балалар ата-әсәләрен үҙҙәренең йәшәү рәүеше, дуҫ-иштәре менән таныштырырға тейеш, ҡыҙыҡһыныуҙар тураһында һөйләргә тейеш, бәлки, субкультура тураһында ниндәйҙер мәҡәлә күрһәтергә кәрәктер. Ҡағиҙә булараҡ, йәштәр ағымында бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ, әммә мәғлүмәттең етешмәүе өлкәндәрҙе борсой.
       - Үҙ балаңдың ышанысын нисек яуларға? Ата-әсәләргә нимә кәңәш итер инегеҙ?
       - Балаға бер ваҡытта ла ярлыҡ элмәгеҙ. Кисә һин насар булдың, сөнки "икеле" алдың, ә бөгөн һин яҡшы, сөнки "бишле" билдәһе алдың, тип уға әйтмәгеҙ. Бала үҙе насар түгел ул, бәлки, әлеге мәлдәге эше уның бик үк яҡшы түгелдер. Бала ата-әсә яғынан көн дә тәнҡит һүҙҙәре ишетә башлаһа, ул ышанысын юғалта. Шуға күрә кәрәк осраҡта ул ҡылған эште тәнҡитләгеҙ, ә уның шәхси сифаттарын түгел.
       - Әйтәйек, бала бик яҡшы тәрбиә ала, әммә ул йыш алдай, аҡса урлай. Ул саҡта нимә эшләргә?
       - Минең ҡарашҡа, идеаль ғаиләләр юҡ ул. Һәр саҡ ниндәйҙер проблемалар табылып тора. Әгәр ғаилә ысынлап та һүҙ тейҙермәҫлек икән, мин килеп тыуған хәлде асыҡларға кәңәш итер инем. Баланан тыныс ҡына һорағыҙ: "Ни өсөн шулай эшләнең?" - бала үҙ ҡарарын аңлатып бирергә тейеш. Әлбиттә, ул шунда уҡ "белмәйем" тип әйтәсәк. Ул, бәлки, үҙе ҡылған эштең сәбәбен аңламайҙыр, әммә, килеп сыҡҡан хәл тураһында һөйләшеү барғас, ул үҙ проблемаларына төшөнә башлай.
       Әгәр был ярҙам итмәһә, психолог ярҙамына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
       - Ата-әсәһе менән уртаҡ тел таба алмаған балаларға нимә эшләргә кәрәк?
       - Үҫмерҙәргә (улар үҙҙәрен өлкәндәр тип һанай) үҙҙәренең ата-әсәләрен "тәрбиәләргә" кәңәш бирергә кәрәк. Үҫмерҙәр уларҙы үҙҙәренсә өлкәндәр тормошона әкренләп өйрәтергә тейеш. Ғаиләләге балалар шуны аңлаһын ине: ата-әсәләр үҙ балаларын бәләкәй тип һанарға һәм күрергә күнеккән бит. Шуға күрә уларҙы шунда уҡ "Мин ҙур инде" тип шаҡ ҡатырыу мотлаҡ түгел.
       Әгәр үҫмер ҡайҙалыр оҙаҡлап китә икән, ул саҡта шылтыратып был турала иҫкәртергә кәрәк. Ғаилә кәңәшмәһендә билдәле бер ваҡытта йортҡа ҡайтыу тураһында юл ҡуйышып килешеү табырға кәрәк.
       - Үҫмерҙәр ата-әсәһе менән диалогҡа инә, ә өлкәндәр балаларын ишетмәй. Улар юл ҡуйышып килешеүгә бармауҙың юҡлығына йыш зарланамы?
       - Күп балалар, ысынлап та, ата-әсәләрҙең юл ҡуймауына зарлана. Ата-әсәләрҙән үҙҙәренең балаларына ҡарата түҙемлелек талап итер инем. Уларға үҙаллылыҡ бирергә кәрәк. Һәр кем хата өҫтөндœ өйрәнә, тиҙәр. Хаталанмай тороп, үҙаллы булып булмай бит. Шуға күрә балалар ҙа үҙ хаталарын эшләргә тейеш.
       Ә балалар шуны иҫтән сығармаһын: әгәр улар үҙаллы булырға теләһә, был үҙаллылыҡ бөтә ерҙә лә күренергә тейеш. Төнөн урамда йөрөүҙә генә түгел. Әгәр өлкәндәр ниндәйҙер ярҙам һорай икән, әлбиттә, ярҙам итергә, иғтибар бүлергә кәрәк. Үҫмерҙәр көсөнән килгәнсә яҡындарына ярҙам итергә тейеш.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал