6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Беҙҙең консультациялар

ГАИ-ға - секундомер менән
17.02.09


       Ағымдағы йылдан автомобилдәрҙе теркәү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе.
       Был яңылыҡ менән "БАШвестЪ" гәзите уҡыусылары хәбәрҙар. Яңылыҡ ғинуарҙан үҙ көсөнә инде. Машинаны автомобиль хужаһы йәшәгән төбәк сиктәрендә Юл хәрәкәте хәфеүһеҙлеге дәүләт инспекцияһының теләгән бер подразделениеһында иҫәпкә ҡуйып була. Әйткәндәй, Башҡортостанда бындай подразделениелар - 45.
       Был төп яңылыҡ, әммә ул "Транспорт средстволарын теркәү тураһында" Рәсәй Эске эштәр министрлығы приказы менән раҫланған берҙән-бер яңылыҡ түгел.
       ГАИ-ла граждандарҙы "тере" сират тәртибендә ҡабул итеп була. Әммә эре подразделениеларҙа, сиктән тыш шау-шыу һәм сират булдырмаҫ өсөн, ғариза биреүселәрҙе телефон аша алдан яҙыу тәҡдим ителде. Автоинспекция хеҙмәткәре мөрәжәғәт иткән көндән алып биш көндән дә һуңламай ҡабул итеү ваҡытын билдәләргә тейеш. "Документтарҙы биреү өсөн алдан яҙылыу осрағында сиратта көтөү ваҡыты 30 минуттан артмаҫҡа тейеш. Ҡарау урынына килгәндән һуң транспорт средствоһын ҡарауҙы башлау ваҡытын көтөү 15 минуттан артмаҫҡа тейеш", - тиелә регламентта.
       Граждандар автотранспортты теркәгән ваҡытта түбәндәге документтарҙы күрһәтергә тейеш:
       - раҫланған өлгөлә ғариза;
       - паспорт;
       - граждандың вәкәләттәрен раҫлаусы документ, ул теркәү эшен башҡарған ваҡытта транспорт хужаһының мәнфәғәттәрен күрһәтергә тейеш;
       - дәүләт пошлинаһын түләү тураһында документ;
       - теркәү документы һәм (йәки) транспорт средствоһы паспорты (әгәр ул элегерәк бирелһә);
       - транспорт средствоһына милек хоҡуғын раҫлаусы документтар;
       - ОСАГО страховка полисы;
       - транспорт средстволарын теркәү билдәләре йәки "Транзит" билдәләре (әгәр улар бирелгән булһа).
       Юл хәрәкәте хәфеүһеҙлеге дәүләт инспекцияһының һәр подразделениеһында теркәү ваҡытындағы эҙмә-эҙлекле процедуралар схемаһы күренеп торған урында булырға тейеш. Шулай итеп, беренсе эш - документтарҙы тапшырыу. Аҙаҡ инспектор махсус автоматлаштырылған иҫәптәр буйынса күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе тикшерә. Унан һуң транспорт средствоһы ҡарала һәм номерлы агрегаттарҙың дөрөҫлөгө тикшерелә, шунан һуң ғына теркәү тураһында йәки теркәүҙә баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Әгәр яуап ыңғай икән, машинаға документтар һәм теркәү билдәләре рәсмиләштерелә һәм бирелә.
       Автоинспекция хеҙмәткәрҙәре һаналған бөтә эште өс сәғәт эсендә үтәргә тейеш. Миҫал өсөн, компьютер базаһы буйынса автомобиль хужаһы һәм машина тураһындағы мәғлүмәтте тикшереү өсөн биш минут етә.
       Документта автомобилде теркәгән ваҡытта бөтә процедураларға ла хаҡтар күрһәтелгән. Шулай итеп, машинаға номер билдәһе 400 һум тора, мотоциклға - 200. Транспорт средствоһына паспорт һәм уны теркәү тураһында таныҡлыҡ биреү - йөҙәр һум. Транспорт средствоһына элек бирелгән паспортҡа үҙгәрештәр индергән өсөн һеҙҙән 20 һум аласаҡтар, транспорт средствоһын ҡарау актын биргән йәки уның үҙ көсөн һаҡлау мөҙҙәтен оҙайтыу өсөн - 100 һум. Автомобилгә металл транзит билдәләре 400 һум тора, мотоциклдарға һәм тағылмаларға - 200, ә бөтә башҡа ҡағыҙҙар 50 һум менән баһалана.
       Беҙҙең белешмә. Эске эштәр министрлығының БР буйынса ЮХХДИ идаралығында ле бер миллион 200 мең транспорт средствоһы иҫәптә тора. Шуның бер миллионын еңел автомобилдәр тәшкил итә, 130 мең - йөк машиналары, автобустар - 23300 тирәһе, мотоциклдар - 137 мең. Башҡортостанда бөтә транспорттың дүрттән бер өлөшө өфөләргә тура килә. Үткән йылда республикала авто транспорт үҫеше 90 мең берәмек тәшкил иткән, (2007 йылда - 80 мең). Һатып алынған машиналарҙың 40 проценты - тотонолған автомобилдәр, сит илдән индерелгән һәм илдә сыҡҡан яңы автомобилдәр һаны тигеҙ (30-шар процент).

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал