6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Путин үҙ хакимиәтен булдырҙы
29.03.04


       Һайлауҙар ҡурҡыныс төш кеүек үтеп тә китте. Хәҙер инде ун ы хәтерҙән юйып ташлап, эшкә тотонорға ла ваҡыт.
       Рәсәйҙең яңы Президенты иһә эшен үҙенең бюрократизмға ҡа ршы принциптарын тормошҡа ашырыуҙан башланы. Иң башта ул үҙ хакимиәтенең яңы структураһын раҫланы һәм уның кадрҙар соста вын билдәләне. "Российская газета" билдәләүенсә, ул РФ Хөкүм әте "образы" буйынса эшләнгән. Хөкүмәттәге кеүек үк, Рәсәй Ф едерацияһы Президенты Хакимиәте ( РФПХ) башлығы урынбаҫарҙар ы һаны ла мөмкин тиклем ҡыҫҡартылды. Хакимиәт башлығы Дмитри й Медведевтың хәҙер президент ярҙамсылары статусындағы ике у рынбаҫары ғына буласаҡ. Улар Игорь Сечин һәм Владислав Сурко в.
       Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, Дмитрий Медведев 1965 йылда Пете рбургта тыуған. Юғары юридик белемле. 1- се класлы Рәсәй Фед ерацияһы дәүләт советнигы. Карьераһы уңышлы ғына: тәүҙә Санк т - Петербург дәүләт университетында уҡыта. Параллель рәүешт ә Ленинград ҡала Советы рәйесе советнигы вазифаһын башҡара, Санкт - Петербург мэрияһының тышҡы бәйләнештәр буйынса Комит еты эксперты. 1999 йылда РФ Хөкүмәт аппараты етәксеһе урынба ҫары. 2000 йылдан - РФ Президент Хакимиәте етәксеһенең бере нсе урынбаҫары. "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дирек торҙар советы рәйесе булып эшләгән, 2003 йылдың октябренән -
       РФПХ етәксеһе.
       Сурков Владислав Юрьевич тыуымышы менән Липецк өлкәһенән.
       Юғары белемле: Халыҡ - ара университет тамамлаған, иҡтисад фәндәре магистры. "МЕНАТЕП" кредит - финанс предприятиелар б ерекмәһендә етәксе вазифалар биләгән, "Альфа - Банк" коммерц ия инновация банкыһы Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары. Ар табан ул үҙен телевидениеға бағышлай: 1998 - 1999 йылдарҙа г енераль директорҙың беренсе урынбаҫары, "Общественное Россий ское телевидение" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директор. 1999 йылда - РФ Президент х акимиәте етәксеһе ярҙамсыһы. 1999 йылдың авгусынан алып РФПХ
       етәксеһе урынбаҫары.
       Сечин Игорь Иванович шулай уҡ Ленинградта ( Санкт - петер бург) тыуып үҫкән. Белеме буйынса филолог. Хеҙмәт юлын Ленсо вет башҡарма комитетының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр идаралығ ы инструкторы вазифаһында башлай. 1999 йылда РФ Хөкүмәте се кретариаты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2000 йылдан а лып РФПХ башлығы урынбаҫары. Президент канцелярияһына етәксе лек итә.
       РФПХ башлығының башҡа урынбаҫарҙарының барыһы ла тип әйт ерлек президент ярҙамсылары вазифаһына күсте. Улар - РФ Дәүл әт советы секретариаты етәксеһе Александр Абрамов, Джахан По ллыева, Сергей Приходько, Игорь Шувалов һәм Виктор Иванов. Д әүләт башлығының матбуғат секретары Алексей Громов һәм прото кол етәксеһе Игорь Щеголев үҙ урындарында ҡалды.
       РФ Президенты Хакимиәтенә ингән идаралар ҙа үҙгәреш кисер ҙе. 12 идараның өсәүһе генә элекке хәлендә ҡалды. Ҡалған ун икеһе үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал