6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Максты ҡағып-һуғалар - ә ул нығый
17.02.09


       Йылдың төп биатлон старты - донъя чемпионаты. Көслө ике ҡатын-ҡыҙһыҙ һәм бер ир-атһыҙ. Әммә Рәсәй биатлонсылары бындай бүлеү менән дә класс күрһәтә. Өс миҙал! Чудов һәр ваҡыттағыса һәйбәт эш итте.
       Башта - Ольга Зайцева. Афарин! Спринта һәм эҙәрлекләү уҙышында ике "бронза" - был бик тә яҡшы. Ҡыҙҙарыбыҙҙың был һуңғы ҡаҙаныштары булмаҫ, моғайын.
       Хәҙер Чудов тураһында. Спринтта ул һәйбәт үтте. Яҙа атыуҙар булманы, шәп йүгерҙе. Уны бер кем дә уҙып китмәҫ кеүек ине...
       Әммә бында норвегтар Макстың еңеүенә һәм хатта миҙалдарына өмөттө өҙҙө. Был илдең дүрт вәкиле алда булып сыҡты. Уле Айнар Бьорндален үҙ активына сираттағы еңеүен яҙҙы. Ларс Бергер көмөш миҙал яуланы, Халвард Ханеволд - "бронза". Александр Ус дүртенсе булып финишҡа килде.
       Максим Чудов - бишенсе. Ҡайһы бер белгестәр уйлауынса, яҡташыбыҙ уҙыш аҙағында тиҙлеген кәметә төшкән. Чудовтың шәхси тренеры Виктор Никитин "БАШвестЪ" хәбәрсеһенә интервью бирҙе:
       - Кәрәк булмаған төркөмгә эләктек. Аҙаҡтан, норвегтар йүгергән ваҡытта, һыуыта төштө, ҡар ялтырай башланы һәм бындай ҡар өҫтөнән йүгереүе лә еңел һәм тиҙ булды. Шуға күрә улар, беҙҙекеләргә ҡарағанда, яҡшы һөҙөмтә күрһәтте...
       Әлбиттә, тренер хаҡ. Әммә бында сәбәп трассала һәм ҡарҙа ғына түгелдер. Рәсәйҙең өс биатлонсыһын допинг өсөн уҙыштан алалар, ә норвегтар Бьорндален һәм Ханеволд ҡырағайланған өй аттары кеүек йүгерҙе. 35 һәм 39 йәштә шунса көс ҡайҙан килә?..
       Максим Чудовтың киләһе старты эҙәрлекләү уҙышы булды. Чудов һәйбәт йүгерҙе һәм тәүге ике рубежды штрафһыҙ үтте. Өсөнсөһөндә бер яҙа атыу Максимды икенсе позицияға сығарҙы. Албирмәҫ Бьорндаленға буйы етер ине, Макс тағы бер тапҡыр яҙа ат - ул саҡта һуңғы әйләнмәлә ике йүгереүсенең көрәше булыр ине ... Әммә Чудов ике тапҡыр яҙа атты. Уның алдында шәп йүгергән норвег Александр Устан ҡасыу бурысы тора ине. Макс быны бик яҡшы эшләне. Шәхси зачетта чемпионат миҙалы бар! Бурыс кәмендә "көмөш"кә үтәлде!
       Йәки "алтын"ға? Уле Айнар Бьорндален, ул беренсе булып старт алды һәм финишҡа килде, иң башта кәртә булып торған флагтарҙы күрмәне һәм текә үргә алып бара торған күпер буйынса үтте (ул урап үтергә тейеш ине). Уның артынан уҡ ҡалышмай килгән Ларс Бергер шул уҡ хатаны ҡабатланы. Өсөнсө норвег Халвард Ханеволд та ошо уҡ юл буйынса үтте.
       Максим Чудов трассаны регламентҡа ярашлы үтте. Аҙаҡ тағы бер төркөм, ул словен биатлонсыһы Янеш Марич артынан килде, норвег командаһының хатаһын ҡабатланы. Уле Айнар Бьорндален уƒышта лидер булып ҡалды. Ул Макстан ышаныслы өҫтөнлөк менән беренсе булып финишҡа килде. Александр Ус өсөнсө булды.
       Был турала Рәсәй Áиатлонсылар союзының рәсми сайты нимә яҙа һуң? Тамашасылар стадионға йыйылған, улар наградлау тантанаһын көтә. Рәсәй көйәрмәндәре көмөш миҙал өсөн ҡыуанды. Көткән минуттар бер-бер артлы үтеп торҙо, ә наградлау тантанаһын башламанылар...
       Асыҡланыуынса, өлкән тренер Владимир Аликин уҙыш аҙағында уҡ рәсми протест биргән икән. Миҙалдар яҙмышын апелляция жюрийы хәл итергә тейеш булған. Беҙҙең позиция принципиаль ине, Рәсәй атлеттарына бәхәсле хәлдәрҙә бер кем дә йомшаҡлыҡ күрһәтмәне бит. Миҫал өсөн, 2005 йылда Сан-Сикариола Ольга Зайцева спринт уҙышында билдәне икенсе яғынан үткән. Рәсәй биатлонсыһы шунда уҡ квалификацияһыҙланäûðûëа.
       Тамашасылар һәм спортсылар наградлау тантанаһын көтә. Биатлонсылар яңынан сығып китә. Ò¼ƒåìšåƒëåê ìåíœí êөтөү һауала эленеп ҡала. Рәсәйҙең донъя чемпионатының тәүге алтын миҙалына өмөтө барлыҡҡа килде. Һәм бына цифрлы табло күрһәткестәре алмашына башланы. Апелляция жюрийы былай ҡарар итте: дистанцияны үтеү ҡағиҙәләрен боҙған бөтә спортсыларҙың да ваҡытына берәр штраф минуты өҫтәргә.
       Беренсе юлда Рәсәй биатлонсыһы Максим Чудовтың исеме янды. Норвег бер минутлыҡ штраф алды, һәм ул өсөнсө урынға төштө. Наградлау тантанаһын туҡтаттылар.
       Һәм бында ете ил жюри ҡарарҙарына ҡаршы протест бирҙе. Тәьҫир итте - "алтын" Бьорндаленға бирелде! Эҙәрлекләү уҙышы буйынса апелляция жюрийы ҡарарҙарын аңлатыу өсөн 23 сәғәттә Пхенчханда махсус матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Түбәндәге белдереүҙәр яңғыраны:
       - Дистанцияны үтеү ҡағиҙәләрен боҙған спортсылар ваҡытлыса өҫтөнлөк алманы. Был оҙаҡҡа һуҙылған бәхәс һәм фотографиялар буйынса дистанцияны өйрәнеүҙәр барышында аңлайышлы булды. Шуға күрә беҙ элек сығарған ҡарарҙы яраҡһыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Бөгөнгө уҙыш еңеүсеһе һәм призерҙары 2009 йылдың 17 февралендә наградланасаҡ.
       - Ваҡытлыса өҫтөнлөк алмайһың икән, башбаштаҡланып күсеү траекторияһын үҙгәртеп буламы?
       - Әлбиттә, юҡ. Бөгөнгө ваҡиға өсөн ярышты ойоштороусылар яуап тотасаҡ. Трассала спортсылар йүнәлеш ала торған кәрәкле билдәләр булманы.
       - Ҡабул ителгән ҡарарҙы башҡа коллегиаль орган тарафынан ҡайтанан ҡарап буламы?
       - Беҙ трассаны һәм деталдәрҙе етди өйрәндек, һәм бында ҡабул ителгән ҡарарҙы ҡайтанан ҡарау өсөн сәбәп күрмәйбеҙ. Элек әйтелгәнсә, спортсылар ваҡытлыса өҫтөнлөк алманы.
       - Спортсылар ваҡытлыса өҫтөнлөк алманы тигән мәғлүмәт нисек алынды һуң? Махсус үлсәүҙәр үткәрелдеме?
       - Трасса фотоһүрәттәре беҙҙең ҡарамаҡта булды. Унда бөтәһе лә аныҡ күренә: күпер аша һәм күпер янынан трасса участкаларын үтеү ваҡыты айырылмай.
       - Һеҙҙең беренсе ҡарар нимәгә нигеҙләнде?
       - Эш шунда, беренсе ҡарарҙы башҡа жюри составы сығарғайны. Һеҙ уға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ...
       Киҫкен үҙгәреш, эйеме? ... Был дөрөҫ жюри булманы, һәм ул ä³ð³¿ булмаған ҡарар ñûàðƒû, ә хәҙер яңыһы һәм һәйбәте килде, ул донъя чемпионатында Бьорндалендан рекорд еңеүен тартып алманы...
       Уле Айнар Бьорндален трассаны үтеү ҡағиҙәләрен боҙа. Ул бының өсөн яза алырмы? Беҙҙең тренерҙарыбыҙ көрәшеүен дауам итә. Чудовтың остазы Виктор Никитин хәбәр итә:
       - Әгәр Макс күрһәтелмәгән урындан үткән булһа, уға бер минутлыҡ ҡына яза бирмәҫтәр ине, шунда уҡ квалификацияһыҙландырырҙар ине! Шулай яҙығыҙ! Рәсәй йыйылмаһына бәйләнәләр. Ҡағиҙә бөтәһе өсөн дә бер булырға тейеш, тип һанайым, норвег ҡағиҙә боҙған икән, "алтын" өсөн көрәшергә кәрәк...
       Өфөлә үтәсәк "Евробиатлон"ға Башҡортостан йыйылмаһынан ã¼çœë çàòòàðƒàí òèê бер вәкил генә баһа алды. Ул йәш биатлонсы Ольга Вилухина. Йыйған мәрәйҙәр буйынса тағы ике спортсы - Сергей Кугубаев һәм Мария Сергиенко эләгеүгә яҡын. Мария спринтта бер яҙа атып призерҙар рәтенә инде, әммә Рәсәй йыйылмаһына ышаныслы эләгеүгә мәрәйҙәр етмәне.
       Сергиенко һәм Кугубаев стартҡа сығыр, моғайын. Уларҙы әҙерләнеүҙә ҡалдырҙылар, һәм, бәлки, улар үҙ мөмкинлеген алыр, сөнки улар чемпионат хужалары.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал