6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Һәр фатирға - иҫәп приборы!
16.02.09


       Көрсөк күренештәре хөкөм һөргәндә, беҙ аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуына ла тыныс ҡарай башланыҡ шикелле. Ә бына дәүләтебеҙҙең тариф ҡарарҙары элеккесә көслө бәхәстәр тыуҙыра. Һәм бер ҙә ғәжәп түгел - торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн счет-квитанцияларҙа реаль булмаған сумманы күреү менән сәс үрә тора. Йылылыҡҡа, һыуға һәм электр энергияһына хаҡтар артҡан. Ни өсөн? Кешеләр хәбәрҙармы, уларға был мәғлүмәт барып еткәнме? Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Валентин Александровòû¾ æóðíàëèñòàð ìåíœí îñðàøûóûíäà îøî òåìà ÿºòûðòûëäû.
       - Ни өсөн йыл һайын тарифтар арта? Ағымдағы йылда улар апаруҡ артты, был нимәгә бәйле?
       - Бындай үҫеште өс сәбәп барлыҡҡа килтерә.
       Был, беренсенән, инфляция, ул административ идара итеү алымдарына бәйле түгел һәм 10-12 процент тәшкил итә. Икенсенән, яғыулыҡҡа хаҡтарҙың ҡиммәтләнеүе, ә ул төньяҡ киңлектәрҙә ҙур сығымдар менән табыла. Миҫал өсөн, 2008 йылда яғыулыҡ 16 процентҡа ҡиммәтләнде. Энергия ресурстары хаҡының яртыһы яғыулыҡты барлыҡҡа килтереүен иҫәпкә алғанда, 2009 йылда тарифҡа тағы ла һигеҙ процент өҫтәргә тура киләсәк.
       Йәмғеһе (ун плюс һигеҙ) - 18. Һәм был хаҡтарҙың тәбиғи үҫеше!
       Өсөнсөнән - "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды тураһында" 185-се закондың талаптары. Был закон 2012 йылға төрлө яҡлап субсидиялауҙы бөтөрөүҙе ҡарай. Ә был, әлбиттә, тарифтарҙың өҫтәмә үҫеүе. Бөгөнгө көндә электр энергияһына иҡтисади нигеҙләнгән хаҡ (бер киловатт-сәғәт өсөн) 3,43 һум тәшкил итә. Граждандар әлегә 1,58 һум түләй. Ни өсөн? Был ябай аңлатыла: айырма башҡа ҡулланыусылар тарафынан ҡаплана. Төрлө яҡлап субсидиялау бөтөргә тейеш.
       - 2009 йылда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар күпмегә артты?
       - Электр энергияһы - 25 процентҡа. Бында беҙҙең планлаштырылған 15 процентҡа (уларҙы тарифтар буйынса федераль хеҙмәт áèëäœëœé) тағы ла ун процент өҫтәлде (төрлө яҡлап субсидиялауҙы бөтөрөү иҫәбенә).
       Йылылыҡ энергияһы - 15 процентҡа үҫергә тейеш ине, әммә, төрлө яҡлап субсидиялауҙы бөтөрөүҙе иҫәпкә алып, 27-30 процент килеп сыҡты. Төрлө яҡлап субсидиялау элегерәк бөтөрөлгән муниципаль ҡала һәм райондарҙа үҫеø 15 процент тәшкил итте.
       Газ - ул айырым тарих. Хөкүмәт түбәндәге йүнәлеште урынлаштырҙы: беренсе кварталда газға хаҡ биш процентҡа артасаҡ, икенсе һәм өсөнсө кварталдарҙа - ете процентҡа, һәм дүртенсе кварталда - 6,2 процентҡа. Иғтибар итегеҙ, һүҙ күмәртә хаҡының үҙгәреүе тураһында бара. Башҡа тәшкил итеүселәр ҙә бар бит - ташыуға сығымдар, һатыуға өҫтәмә түләмдәр, улар ҡуйыусыға бәйле. Шуға күрә беренсе кварталда биш процентҡа арттырыу ҡаралғайны, счетты ун процентҡа арттырып килтерҙеләр.
       - Уртаса эш хаҡы алып эшләгән ғаиләнең аҡсаһы коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә китеп бөтә түгелме?
       - Юҡ, улай түгел. Бында мөһим бер ҡағиҙә бар, ул федераль закон кимәлендә яҙылған: әгәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр һеҙҙең дөйөм ғаилә бюджетында 22 проценттан күберәк булһа, һеҙҙең субсидия алырға хоҡуғығыҙ бар. Миҫал өсөн, үҙ килемегеҙҙең 25 проценты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә сарыф ителһә, һеҙ өс процент күләмендә компенсациялау хоҡуғына эйә. 30 процент сарыф ителһә - һигеҙ процент күләмендә. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре менән кәңәшләшергә тәҡдим итәм. Һеҙҙең дә льготаға хоҡуҡлы булыуығыҙ ихтимал. Республикала бындай хоҡуҡ менән файҙаланыусылар проценты түбән. Федераль бюджет был аҡсаларҙы түләргә әҙер.
       - 2009 йыл дауамында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм электр энергияһы тарифтарына хаҡтарҙың сираттағы күтәрелеүе планлаштырыламы?
       - Бер ниндәй арттырыу планлаштырылмай. Тарифтар закон буйынса бер йылға булдырыла. Һәм йыл башында булдырылған параметрҙар үҙгәрмәйәсәк. Көрсөктө иҫәпкә алғанда, тамам кәмеүе ихтимал.
       - Счет-квитанцияла "һыу бүлгес" тигән яңы юл барлыҡҡа килгән. Беҙ нимә өсөн түләргә тейешле булабыҙ?
       - 2008 йылда һыу бүлгес өсөн түләү "һыу менән тәьмин итеү" графаһы эсендә ине, ағымдағы йылда ул айырым иҫәпләнде. Закон талаптары шундай. Граждандар хәҙер һалҡын һыу, йылы һыу һәм һыу бүлгес өсөн айырым түләйәсәк. Дөйөм сумма үҙгәрмәй бит.
       - Мин фатир һатып алдым, унда газ үткән, әммә йорттоң элекке хужаһы аш-һыу бүлмәһенә электр плитәһе ҡуйған. Минең 0,7 коэффициентына кәметергә хоҡуғым бармы?
       - Әгәр электр ҡорамалына күсеү законға ярашлы үткәрелһә, һәм техник яҡтан дөрөҫ рәсмиләштерелһә, һеҙ бындай хоҡуҡҡа эйә.
       - Счетчик ҡуйҙырыу маҡсатҡа ярашлымы?
       - Һис шикһеҙ! Граждандар иҫәп алыу приборҙарын ҡуйырға тейеш, айырыуса һыуға.
       Бынан тыш, йылылыҡ энергияһын иҫәпләү приборҙары ла файҙалы. Йылылыҡ сығармай торған заманса йорттар күп, уларҙа башта уҡ йылылыҡты ҡулланыу түбән. Был мәсьәлә техник яҡтан еңел булмаһа ла, әммә уны хәл итеп була, - тейешле магазиндар һәм белгестәр бар, һәм был мәсьәләлә хатта Торлаҡ-эксплуатация участкаһы ла элекке кеүек граждандарға ҡаршы тора алмаясаҡ.
       - Электр энергияһын ҡулланыуҙа "социаль норма" тигән төшөнсә бармы?
       - Социаль норма бар, әммә граждан өсөн әһәмиәте юҡ. Ул техник параметр рәүешендә, шуға ла ул бирелгән льготаларҙы иҫәпләү өсөн генә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә шундай идея бар ине - социаль ҡулланыу күләмдәрен тарифтарға бәйләп ҡуйырға. Миҫал өсөн, әгәр бер кешегә социаль норма 60 киловатт-сәғәт булһа, ул был норма сиктәрендә льготалы тариф буйынса 1,58 һум түләй. Әммә беҙ был вариантты һайламаныҡ - ул ҡатмарлы һәì граждандар яғынан аңламаусанлыҡ тыуҙыра.
       - Республикала коммуналь хужалыҡ селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн норматив түләү булдырылғанмы?
       - Һис шикһеҙ. Һәр ҡулланыусы ҡеүәте 15 киловатҡа тиклем электр селтәрҙәренә тоташа ала, шартлы сумма - 550 һум. Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлгес өсөн түләүҙәргә килгәндә, уларҙы ҡала һәм район хакимиәттәре рәсми булдыра.
       - Волга буйы федераль округында Башҡортостан торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә тарифтар буйынса нисәнсе урынды биләй?
       - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә дөйөм хаҡтар буйынса беҙ аҫтан өсөнсө һәм дүртенсе урында торабыҙ. Беҙҙең тарифтар иң түбәне тиһәк тә була. Миҫал өсөн, күрше Татарстанды алайыҡ, унда был һан 50 һум тәшкил итә. Беҙҙә, сағыштырыу өсөн, 43,60.
       - Электр энергияһына декабрь айы өсөн бурыс бар ине, ғинуарҙа яңы тариф буйынса түләргә тура килде...
       - Күп кешеләр бындай хәлгә осрай. Әлбиттә, бындай осраҡта электр энергияһы менән тәьмин итеүсе ойошма хаҡ түгел. Бындай хәлгә тарыған кешеләр БР Тарифтар буйынса дәүләт комитетына хат менән мөрәжәғәт итергә тейеш. Ысынлап та, бер йылдан икенсеһенә күсеү - уңайһыҙ мәл, һәм мин һәр саҡ 30-31 декабрҙә түләргә кәңәш итәм.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал