6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Ундайҙар һирәк
16.02.09


       Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы тамашасылар хөкөмөнә яңы спектакль тәҡдим итте. Театр сәхнәһендә татар драматургы Туфан Миңнуллиндың "Алты ҡыҙға бер кейәү" спектакле премьераһы үтте. Тамашаны режиссер Булат Хәйбуллин сәхнәләштергән. Леопольд һәм Мстислав Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты профессоры Милли йәштәр театры директоры Ринат Ишмуллин һәм башҡорт труппаһы режиссеры Рөстәм Хәкимов саҡырыуы буйынса Өфөгә килгән.
       - Был спектакль мөхәббәт һәм көслө заттың ниндәйҙер дәрәжәлә иғтибары тураһында. Пьесала ҡатын-ҡыҙға ҡарата мөнәсәбәт темаһы ҡуҙғатыла, ул бөгөнгө көндә мине борсой, - тип аңлата режиссер был пьесаны һайлауын. - Ваҡиға бер предприятиеның бухгалтер бүлегендә бара, ундағы белгестәрҙең төп контингенты - ҡатын-ҡыҙҙар. Коллективта бер ир-ат ҡына эшләй. Уға 59 йәш, пенсияға ла күп ҡалмаған. Әммә ул бында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға кешесә хәстәрлек күрһәтә.
       Был тамаша лирик комедия жанрына ҡараһа ла, уның төптә ятҡан мәғәнәһе яманһыу. Төп герой Рәхмәтулла Хөрмәтулла улының кœéåôå һәр саҡ күтәренке була һәм йөҙөнән йылмайыу китмәй. Ул яҡшы бухгалтер ғына түгел, әммә психолог та. Тамашасы быны спектаклдең беренсе минутында уҡ аңлай. Төп геройыбыҙ һәр кешенең эшкә төрлө кәйефтә килеүен күңеле менән һиҙеп тора. Шуға ла Рәхмәтулла Хөрмәтулла улының аныҡ һәр осраҡ өсөн психологик ысулы әҙер. Һөҙөмтәлә улар ултырған кабинетта иртәнге сәғәттәрҙә үк яҡшы мөхит урынлаштырыла, һәм бөтә хеҙмәткәрҙәр ƒœ үҙ вазифаларына ê¼òœðåíêå êœéåô менән тотона. Коллективта ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, гүзәл заттар үҙ-ара татыу, улар бер-береһе менән һис тә һүҙгә килмәй. Бухгалтерияла эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенән серен йәшермәй - улар төшкө аш ваҡытында үҙҙәренең шатлыҡтары һәм ҡайғылары менән уртаҡлаша.
       Начальник Рәхмәтулла Хөрмәтулла улына айырым кабинет биреп, икенсе бүлеккә күсерергә ҡарар итә. Әлбиттә, гүзәл заттар күҙ йәштәрен йәшерә алмай, әммә аҙаҡ улар бының менән ризалаша. Уларҙың һәр береһе Рәхмәтулла Хөрмәтулла улы янына кереп йөрөй, уға үҙҙәренең проблемалары тураһында һөйләй. Ярҙамсыл һәм киң күңелле геройыбыҙ бөтәһе өсөн дә тынысландыра торған һүҙҙәр табып, шунда уҡ коллегаларының күңелен күтәрә, уларға аҡыллы кәңәштәр бирә. Төп геройыбыҙ бөтәһенә лә ыңғай эмоциялар өләшә, әммә уның тормошона күҙ һалһаң, ул еңелдән түгел. Рәхмәтулла Хөрмәтулла улының ҡатыны ҡаты ауырый. Ул ҡайҙан көс ала, был тамашасылар өсөн дә асылмаған сер булып ҡала.
       "Алты ҡыҙға бер кейәү" спектакле музыкаға бай. Бөтә артистар ҙа матур тауышҡа эйә һәм матур йырлай. Спектаклдә башҡорт һәм татар йырҙарын улар а капелла башҡара.
       Режиссер Булат Хәйбуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, уға Өфө артистары менән эшләүе ҡыҙыҡ булған. Милли йәштәр театрында уның күп кенә уҡыусылары эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре яңы тамашала ҡатнаша. Улар араһында Мәғәфүр Усманов, Рушана Бабич, Зифа Дәүләтбаева бар. "Алты ҡыҙға бер кейәү" спектаклендә ролдәрҙе шулай уҡ Альбина Кашаева, Гүзәл Әйүпова, Зилә Сәйетова, Илгизә Ғилманова башҡара.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал