6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Катюшанан
07.02.09


       Мәктәптә әҙәбиәтте яраттым. Айырыуса өлкән синыфтарҙа. Төрлө темаларға инша ла яҙырға ярата инем. Шуға күрә был предмет беҙгә ниндәйҙер яңылыҡ асып, уйларға һәм анализ яһарға өйрәтеп кенә ҡалманы, әммә үҙ идеяңды белдерергә, ҡай саҡ хатта үлсәнмәгән фекереңде ярып һалырға булышлыҡ итте. Химия дәресендә ул Менделеев менән бәхәсләшеп булмай, геометрияла Пифагор менән дә һүҙ көрәштерәм тимә. Бөтә формулалар һәм ҡағиҙәләр. Ә бына Пушкин менән бәхәсләшеп була... Ә Достоевский менән! Уларҙы үткән ваҡытта дәрес геү килеп торҙо. Уҡытыусы биргән дәрестәр беҙҙең фекерҙе нигеҙләргә өйрәтте. Һәм беҙ үҙ фекеребеҙҙе иҫбатланыҡ.
       Дөйөм алғанда, бер саҡ беҙҙе "Әгәр мин Президент булһам, нимә эшләр инем?" тигән темаға инша яҙырға ҡуштылар. Һәм беҙ был эшкә дәррәү тотондоҡ. Беҙҙең үҙ фекеребеҙ, үҙ ҡарашыбыҙ бар, һәм был турала Мортаза Рәхимов беләсәк, тип өмөтләндек.
       Дәфтәрҙе һайлау алды лозунгыһы һәм вәғәҙәләр менән тултырмаҫҡа ҡарар иттем. Унда мин республика башлығы булып уяндым. Бик иртә, Президенттың эше күп бит.
       Йәһәт кенә иртәнге аш. Һаҡ шылтырата. Һәм мин ҡара автомобилдә. Аҡ йортҡа барам. Туҡталышты үтәм. Ә унда - бөкрө ҡарсыҡ. "Таң менән ҡайҙа бара ул? Моғайын, ер участогына баралыр. Картуф-кишер. Балаларға, ейәнсәрҙәргә ярҙам. Ҡарттар шулай инде, үҙҙәре өсөн йәшәмәй... Уларға пенсия күләмен арттырырға кәрәк. Арттырам". (Ун йыл элек мин шулай яҙғанмын). Эш кабинеты. Ҡағыҙҙар өйөмө. Уларҙы мин ҡарайым һәм минән башҡа төшөнә алмаған урындарға Президент ҡултамғаһын ҡуям. Кәңәшмә. Ултырыш. Бойороҡ. Приказ. Төшкө аш. Тағы ҡала урамдары буйлап йөрөйөм. Бер ҡатындың йүгерә-атлай барыуына иғтибар итәм. Уның бер ҡулында - дәфтәрҙәр өйөмө, икенсеһендә - аҙыҡ-түлек менән тулы сумка. "Тормош ығы-зығы менән үтә. Йортта балалар, эштә балалар. Өйгә эш бирергә кәрәк. Уларҙы аҙаҡ тикшерергә... Ул беҙҙең киләсәкте тәрбиәләй бит. Ә был ауыр эш. Һәм аҙ түләнә. Уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәрергә кәрәк. Ярҙам күрһәтәсәкмен".
       ... Ҡараусыһыҙ ҡалған бәләкәй балалар, уларҙы нисектер урынлаштырырға кәрәк, эшһеҙ йөрөгән мәктәп уҡыусыларына спорт комплексы кәрәк, ауырлы ҡатын пособие артҡанын көтә, гастарбайтерҙар, урам һепереүселәр - Президент улар тураһында ла уйлай. Башҡортостан башлығы бөтәһе тураһында ла уйлай. Һәм ярҙам итә. Миң яҡшы Президент булдым...
       Был темаға иншалар конкурсында мин икенсе урын алдым. Әсәйем һәм әҙәбиәт буйынса уҡытыусы шатлығына. Һәм был турала мин оноттом. 11-се синыфты алтын миҙалға тамамланым һәм башҡалар менән алтын миҙал алыусыларҙың республика слетына саҡырылдым. Был сара Дәүләт Йыйылышы йортонда үтте. Унда мин байрам концертынан тыш, Башҡортостан Президентын күрҙем. Беҙҙең "дөйөм эш" тураһында иҫләп, ингән ваҡытта "Мортаза Рәхимов. Башҡортостан - минең яҙмышын" тигән китапты алдым һәм президиумға үттем.
       - Мортаза Ғөбәйҙулла улы, миңә автограф бирегеҙ әле? - ул саҡта мине унда ултырған министрҙар, ҡара костюм кейгән һаҡсылар һәм үҙ-үҙемә саманан тыш инанғанлыҡ һис тә ҡаушатманы...
       - Рәхим итегеҙ, - тине Президент, һәм исемемде һораны, китаптың тәүге битенә "Катюшаға!" тип яҙҙы һәм ҡултамға ҡуйҙы.
       Әйтерһең мине шайтан ҡотортто. Мин китапты ҡулыма алдым һәм бергә фотоға төшөргә үтендем. Фотоаппараттың утын күреп, башҡалар ҙа беҙҙең янға ынтылды. Секьюритиҙың тыныс хәрәкәте менән төркөм туҡтатылды, республика башлығы сәхнә артына китте. Мине уҡыу алдынғылары һырып алды, мин тәьҫораттарым менән уртаҡлаштым. Байрам шәп үтте. Һәр хәлдә, минең өсөн. "Мин дә шулай эшләр инем, - тип уйланым мин, Ҡоролтай йортонан сыҡҡанда, - Президент халыҡ менән бергә булырға тейеш".
       Был йортта мин бер нисә тапҡыр булдым. Институтты тамамланым, эшләй башланым, уның буйынса Мортаза Рәхимовтың эшмәкәрлеге менән үҙ-ара бәйләнештә булдым. Республика башлығының эшен үҙ күҙем менән күрҙем. Элек, мәктәптә уҡыған ваҡытта, республика райондары буйлап йөрөйәсәкмен, ундағы хәлдәргә баһа бирәсәкмен, ауылда тормош кимәлен күтәрәсәкмен тип яҙырға кәрәк булған. Мәктәп йылдарында ауыл халҡы, төбәктең бәйләнештәре, иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында, Рәсәй һәм донъя аренаһында Башҡортостандың позицияларын нығытыу хаҡында уйламағанмын. Сәнәғәткә ярҙам тураһында. Ғалимдарға ярҙам күрһәтеү, урындағы фәнни потенциалды үҫтереү тураһында. Уйланылған сәйәсәт талап итеүсе күп конфессиялы республика тураһында. Ата-әсә фатирында балалары менән йәшәгән йәш ғаиләләр, етем балалар, һуғыш ҡорбандары тураһында. Президентлыҡ - ул яуаплы эш. Ул шул тиклем ҙур. Президент вәкәләттәре тамамланһа, уның эштәре ҡала.
       Бөгөн Башҡортостан Президентының юбилейы. Республика башлығына - 75 йәш. Һәр кемдең уның эшенә ҡарата үҙ ҡарашы бар. Әҙәбиәт дәресендәге кеүек. Мин үҙ ҡарашымды яҡларға йыйынмайым. Бына ул - бында: Башҡортостан тормошо кимәлендә һәм сифатында. Башҡа төбәктәрҙә нисек булыуын, күрһәткестәр сағыштырыу мөмкинлеген бирә. Һәм һығымталар яһарға. Үҙ ҡарашымды, химия дәресендәге кеүек, көсләп таҡмайым.
       Минең тормошомда Президент менән бәйле ҡыҫҡа, әммә сағыу эпизод булды. Бындай эпизодтар күп. Улар - заводта эшсегә бер нисә һүҙ, баҫыуҙа - тракторсыға, алыҫ ауылда - пенсионерға. Президент ябай кешеләрҙе күрә, улар ҡасандыр уны һайланы, халыҡ нимә уйлай һәм нисек йәшәй - былар Президент өсөн мөһим. Һәм ул быны "ҙур ҡәнәғәтлек менән" эшләй.

Екатерина Панкратова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал