6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес асыҡланды
06.02.09


       2008 йылда Башҡортостанда производство объекттарында 123 янғын сыҡҡан, уҡыу йорттарында - 12, дауалау-профилактика учреждениеларында - 6, балалар учреждениеларында - 4. Дөйөм янғын массаһында был һан ҙур түгел - 5 процент тирәһе. Был ойошмалар хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек техникаһын үтәүҙә күтәренке иғтибар күрһәтеү һөҙөмтәһе. Һәр коллективта тиерлек янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы хеҙмәткәр бар. Ошо көндәрҙә Өфөлә республиканың ошондай иң яҡшы белгесен асыҡланылар.
       "Янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес-2009" конкурсы Башҡортостан Хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт хәүефһеҙлеге, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, янғын хәүефһеҙлеге, электр хәүефһеҙлеге, экология өлкәһендә тармаҡ-ара квалификация күтәреү институты базаһында үтте. Сара Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының дәүләт янғын күҙәтеү идаралығы менән берлектә ойошторолдо. Республиканың төрлө ҡалалары һәм райондарынан 15 белгес көс һынашты - уларҙың күбеһе Өфө һәм Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Белорет, Салауат районы сәнәғәт предприятиелары, шулай уҡ медицина һәм мәғариф учреждениелары вәкилдәре ине.
       Конкурс өс этапта үтте. Унда ҡатнашыусылар башта тест буйынса һынау үтте. Алты кеше, улар иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, икенсе этапҡа үтте, улар унда ике командаға бүленде - өскә өс. Бында конкурсанттар теоретик белемдәренән тыш, практик оҫталыҡтарын эштә күрһәтте: уларға беренсел янғын һүндереү средстволары ярҙамында ут менән нисек итеп дөрөҫ көрәшеү алымдарын һәм янғында зыян күреүсегә беренсе ярҙам күрһәтергә тура килде. Еңеүсе команда өсөнсө этапҡа сыҡты, унда һәр кем үҙе өсөн сығыш яһаны.
       Конкурсанттарҙың сығышын жюри баһаланы, уның составына республиканың ғәҙәттән тыш ведомствоһы, тармаҡ-ара институты, БР Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре ингән. Һөҙөмтәлә өс призлы урын түбәндәгесә бүленде: "Өфө агрегат производство берекмәһе" федераль дәүләт унитар предприятиеһының янғынға ҡаршы иҫкәртеү буйынса инструкторы Светлана Опарина өсөнсө урынға лайыҡ булды. Икенсе урында - "Башҡортостан лифт компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса инженеры Руслан Әхмәтов. "Башкиргражданпроект" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең янғын хәүефһеҙлеге буйынса инженеры Илдар Шәфиғуллин беренсе урынға лайыҡ булды. "БАШвестЪ" хәбәрсеһе менән әңгәмәлә, янғын һүндереүсе булып эшләнем, шуға күрә ут менән нисек итеп көрәшергә беләм, ти Илдар, һәм ул янғынға ҡаршы әҙерлек мөһимлеген аңлай.
       - Бындай конкурстар үткәреү урынлы, сөнки унда янғын хәүефһеҙлеге буйынса белгестәр квалификацияһын күтәрә, был мәсьәлә актуаль, - ти Илдар.
       Ағымдағы йылда конкурс икенсе тапҡыр үткәрелде, һәм ойоштороусылар күҙаллауынса, артабан ул традицион сараға әйләнәсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал