6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Эш кешеһе
06.02.09


       Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округының Совет ултырышы үтә. Унда актуаль темалар ҡарала - еңелдән булмаған мәсьәләләр хәл итеүҙе көтә. Волга буйы федераль округы етәкселәре, республика етәкселәре һәм уның Президенты - Мортаза Рәхимов иғтибар үҙәгендә. Совет ултырышында Башҡортостан Республикаһы Президенты сығыш яһаé. Уның телмәре республиканы үҫтереүгә, шулай уҡ донъялағы финанс көрсөгө эҙемтәләренә бәйле ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, Башҡортостан халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән сираттағы эште башларға этәргес буласаҡ. Республика хаҡына эштәр - ул Башҡортостан башлығы эшмәкәрлеге нигеҙе.
       Кеше тураһында уның эштәре һөйләй. Ýø ìåíœí ¼òêœí ¼ìåð - àëòûí ¼ìåð, ò胜ð. Әгәр кеше власта торһа һәм даими күҙ алдында булһа, уның эштәре лә күптәргә билдәле, һәм унан һорау ҙа, ярашлы рәүештә, ҙур.
       Иртәгә Мортаза Ғөбәйҙулла улының юбилейы. Был дата башҡарған эштәргә ниндәйҙер йомғаҡ яһауҙы ҡарай. Ул үҙе генә түгел, әммә бөтә республика йомғаҡ яһай. Етәксе посы ҙур бурыстар ҡуя, иғтибар үҙәгендә даими булыу кәрәклеге йәмәғәтселек баһалауына алып бара. Өҫтәүенә баһалауҙар төрлө - ыңғай һәм кире. Мәғлүм булыуынса, бөтәһенә лә ярап булмай.
       Президенттың эше тураһында күптәр ишетеп кенә түгел, әммә үҙ күҙҙәре менән күреп белә. Республика башлығының тормош юлын төрлө ойошма етәкселәре яҡшы белә. Республиканың һәм уның халҡының именлеген тәьмин итеү өсөн Президенттың ни ҡәҙәр көс һалыуына күптәр шаһит. Улар сағыштыра ала - халыҡ өсөн башҡа төбәктәрҙә ниндәй эштәр башҡарыла, һәм беҙҙә - ниндәй. Уларҙың Башҡортостан Президенты эшмәкәрлегенә биргән анализын "БАШвестЪ" гәзите уҡыусылары иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
        Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе Зөфәр Еникеев:
       - Мортаза Рәхимов сәйәси эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу осоронда СССР Юғары Советы депутаты сифатында башланы. Ул саҡта ҡайһы бер депутаттар союз парламенты составына ябай юл менән үтте - КПСС, профсоюздар исемлектәре буйынса өҫтән тәғәйенләү юлы. Ә Мортаза Ғөбәйҙулла улы республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары буйынса дөйөм һайлау аша үтте. Уны халыҡ һайланы. Альтернатив һайлауҙар ул ваҡытта яңы күренеш ине, һәм Рәхимовтың халыҡ тарафынан һайланыуы хөрмәткә лайыҡ ине.
       1990 йылда ул БАССР Юғары Советы рәйесе була. Конституция буйынса Юғары Совет рәйесе БАССР башлығы булып һанала. Был пост өсөн ҡаты көрәш барҙы.
       Юғары Совет закон сығарыу органы булды. Унда бөтә мөһим закондар - Башҡортостан Республикаһы фундаменты ҡабул ителде. Ғөмүмән, автономиянан суверенлы республикаға үҙгәреү Рәхимовтың туранан-тура етәкселеге аҫтында үтте.
       1993 йылда Конституция эшләнгән ваҡытта, ул Конституцион комиссия рәйесе булды, унда 70-тән ашыу кеше эшләне. Мортаза Рәхимов эш процесының барышы менән даими ҡыҙыҡһынды. Ул бөтәһен дә күҙ уңында тотто. Быны мин яҡшы беләм, сөнки мин был комиссияның яуаплы секретары инем.
       1993 йылда Рәхимов Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана. Бер закон да уның ҡултамғаһынан башҡа сыҡмай. Рәхимов Президент булараҡ закон сығарыу башланғыстары хоҡуғына эйә Һәм улар менән әүҙем файҙалана. Ошо көндәрҙә беҙ Йәмәғәт палатаһы тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡараныҡ. Ул, башҡа мөһим закон проекттары кеүек, Президент тарафынан индерелде. Шулай итеп, ул Дәүләт Йыйылышы менән даими эш итә.
       "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар Советы рәйесе Анатолий Бондарчук:
       - Беҙҙең төбәк нефть һәм нефть химияһы өлкәһендә алдынғы позицияны биләй, ә эре производстволар исемлеге республиканан ситтә лә билдәле. Быға Президенттың сәнәғәт тормошонда туранан-тура ҡатнашыуы ярҙамында өлгәшелә. Мортаза Ғөбәйҙулла улы элек заводта эшләгән, шуға ла ул эшселәрҙең эске тормошон яҡшы белә - төҙөлөш майҙандарын үҙе ҡарай, контролдә тота, әлбиттә, бындай алым төҙөлөш оперативлығына йоғонто яһай. Президенттың республикаға ҡарата булған етди иғтибары ярҙамында ғәмәлдәге производство ҡеүәттәре реконструкциялана, яңылары барлыҡҡа килә.
       "Полиэф"тың яҙмышында Президенттың роле ҙур. 2001 йылда уның инициативаһы буйынса республика ҡаҙнаһы средстволары иҫәбенә беҙҙең предприятие төҙөлөшө яңынан башланды. Төҙөлөш финанслау булмау сәбәпле 1998 йылда туҡтатылғайны. Ошо арауыҡта ул төҙөлөш барышын күҙәтте, төҙөлөш майҙандарында бер нисә тапҡыр булды, предприятиеның проблемаларын асыҡланы, уларҙы хәл итеүҙә ярҙам итте.
       Шулай итеп, төбәк башлығы ярҙамында нефть химияһы тармағының иң эре объекттарының береһендә яңы этап башланды.
        Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин:
       - Балалар йәмғиәт тормошонда мөһим урынды биләне һәм биләй. Теләһә ҡайһы илдең киләсәге уларҙың аҡылына, белеменә, бәхетенә, ә иң мөһиме - уларҙың һаулығына бәйле.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә һәм, атап әйткәндә, ауырыу балаларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур әһәмиәт бирә.
       Шулай итеп, 1999-2001 йылдарҙа беҙҙең дауахананың икенсе сираты төҙөлгән ваҡытта, Президент неонаталь үҙәк төҙөлөшөн контролдә тотто. Республика Президенты һәм Хөкүмәте ҡарары буйынса беҙгә заманса ҡорамалдар һатып алыу өсөн ҙур сумма инә, уларҙы беҙ диагностика ваҡытында һәм балаларҙы дауалағанда файҙаланабыҙ.
       Дауахана базаһында Һөйләү, ишетеү патологияһы һәм нейрореабилитация үҙәге ойошторолдо. 2009 йылда уны реконструкциялауға "Башҡортостан Республикаһында кохлеар имплантация" Президент программаһы сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан 150 миллион һум бүленә. Ошо программаға ярашлы беҙ һаңғырау 43 балаға операция яһаныҡ. Ағымдағы йылда тағы 40 операция яһау планлаштырыла. Мортаза Ғөбәйҙулла улы артабанғы уңыштар, операция үткәргән балаларҙың һаулығы менән даими ҡыҙыҡһына.
       Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов:
       - Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов мәғариф системаһын реформалауға әүҙем булышлыҡ итә. Был өлкәнең өҫтөнлөклө бурыстары - донъя баҙарында юғары сифат, конкуренцияға һәләтлелек, һөҙөмтәлелек һәм һәр кемдең хәле етерлек булыу.
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы, БР Юғары Советы рәйесе булараҡ, Башҡортостанда юғары мәктәп традицияларын тергеҙеү һәм үҫтереүҙә стимул булып торған принципиаль сәйәси ҡарарҙарҙың инициаторы булды. Республика 1990 йылда юғары мәктәпте финанслау ауырлығын үҙ өҫтөнә алды, Рәсәй законында ҡаралған күләмдә студенттарҙы - стипендия менән, ә уҡытыусыларҙы эш хаҡы менән тәьмин итергә гарантияланы. Юғары уҡыу йорттарына капиталь ремонт үткәреү өсөн финанс һәм матди ярҙам күрһәтелде. Бындай ярҙам ваҡытында булды һәм кадрҙар потенциалын һаҡлап ҡалыуҙа булышлыҡ итте.
       Øóëàé óº àóûð 1990 йылдарҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡатнашлығында Республика фәндәр академияһы булдырылды. Төбәктең фәнни-техник программаларын үтәү өсөн, республиканың төп юғары уҡыу йорттарының, элекке ғилми-тикшеренеү институттарының, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге институттарының ғилми көстәре уның ярҙамында берләштерелде, "аҡыллы баштарҙың" эшмәкәрлектең башҡа тармағына һәм Рәсәйҙән ситкә китеүенә юл ҡуйылманы.
        Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Рәис Исмәғилев:
       - Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика театрҙарына бүлгән иғтибарҙы баһалауы ауыр. Уның был йүнәлештә эшмәкәрлеге 2006 йылда федераль кимәлдә билдәләнде. Ул саҡта Мортаза Рәхимов "Рәсәй театр сәнғәтенә ярҙам өсөн" номинацияһында "Алтын битлек" милли театр премияһы менән наградланды.
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы театр сәхнәһендә барған тамашалар менән таныш. Ул бөтә актерҙарҙы белә, уларҙың ижады менән даими ҡыҙыҡһына.
       Баш театрҙы реконструкциялау барышын контролдә тотто, бындағы эштәр менән танышып барҙы. Баш театрыбыҙ бөгөн республикала ғына түгел, әммә Рәсәйҙә лә иң яҡшыларҙан һанала. Театр труппаһы Рәсәй һәм сит илдәр буйынса гастролдәр туры менән йыш сыға. Беҙҙең театрҙа булдырылған шарттар, илдең башҡа театрҙарына ҡарағанда, күпкә яҡшыраҡ - быны театр артистары билдәләй.
       Донъя финанс көрсөгө театрға аяҡ салмай. Артистарға эш хаҡы ваҡытында бирелә, яңы спектаклдәр ҡуйыу өсөн аҡса бүленә. Баш театр ваҡиғаларға бай тормошта йәшәй.
        Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев:
       - Мортаза Рәхимов республикала хоҡуҡ тәртибен һәм йәмәғәт именлеген нығытыуҙа ҙур роль уйнай. Һуңғы йылдарҙа төбәк башлығы инициативаһы буйынса һәм уның ярҙамы менән был өлкәлә саралар системаһы булдырылды. Республикала бөгөн хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселек менән көрәш, наркотиктарға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса программалар эшләй.
       Криминоген хәл һәм уны яҡшыртыу буйынса саралар республика Президенты контролендә. Мортаза Ғөбәйҙулла улы хоҡуҡ һаҡлау органдарын кадрҙар һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү йәһәтенән баһалап бөткөһөҙ хәстәрлек күрә.
       Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры, биатлон буйынса Башҡортостан йыйылмаһының өлкән тренеры, Максим Чудовтың шәхсән тренеры Виктор Никитин:
       - Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостанда биатлонды үҫтереү өсөн күп эшләй. Өфөлә донъялағы иң яҡшы комплекстарҙың береһе сафҡа индерелде, бында күнекмәләр өсөн бөтә шарттар булдырылған, һәм был комплекс камиллашыуын дауам итә. Балалар Олимпия резервы Өфө мәктәбендә бушлай шөғөлләнә, республика йыйылмаһы, ул Башҡортостандың төрлө мөйөшөнән йыйылған, комплекс ҡунаҡханаһында бушлай йәшәй, коммуналь хеҙмәттәр - бушлай. Булдырылған шарттар беҙҙең урындағы егеттәрҙе юғары класлы спортсылар итеп үҫтерергә булышлыҡ итә. Республика башлығы Чудовтың сығыштары менән даими ҡыҙыҡһына, уның өсөн көйә.
       26 йәшкә тиклем спортсылар араһында асыҡ Европа чемпионаты беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға булып тора, ул Өфөлә үтәсәк. Әгәр уны үткәреүҙә республика Президенты ҡатнашмаһа, беҙ был чемпионатты үткәрә алмаҫ инек.
       Миңә донъяның күп илдәрендә булырға тура килде - һәм һәр ерҙә Башҡортостанды беләләр. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре әле ауыр осор кисерә, ә Өфөбөҙ һәм республика райондары көндән-көн матурлана. Был Президенттың ҡаҙанышы, тип һанайым.
        Рәсәй дәүләт физик культура университетының хоккей кафедраһы мөдире, хоккей теорияһы һәм методикаһы кафедраһы профессоры, хоккей буйынса Рәсәй йыйылмаһы тренеры, ЦСКА хоккей командаһының өлкән тренеры, хоккей буйынса донъя чемпионы-2008, "2007-2008 "Еврохоккей туры" еңеүсеһе Игорь Захаркин:
       - Минең ҡарашҡа, Өфөләге "Өфө-Арена"һы Рәсәйҙә иң уңайлыһы һәм иң матуры. "Салауат Юлаев" - илдең иң көслө командаларының береһе. Трибуна көйәрмәндәр менән тула, бында хоккей яраталар. Быларҙың бөтәһендә лә, әлбиттә, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡаҙанышы ҙур. Шуныһы мөһим: бөтә кимәлдә хоккей үҫешә, "Салауат Юлаев"тан тыш юғары лигала "Торос" бар, яңы һарайҙар төҙөлœ, мәктәп эшләй. Был - Рәсәйҙең киләсәк хоккейына өлөш. Спорттың был төрөнә океан артынан юғары класлы оҫталарҙың Рәсәйгә, шул иҫәптән "Салауат Юлаев"ҡа килеүе ҙур файҙа. Был Континенталь хоккей лигаһының дөйөм кимәлен күтәреп кенә ҡалмай, әммә йәштәргә эйәреү өсөн үрнәк булып та тора.
       "БАШвестЪ" гәзитенең бөгөнгө ҡунаҡтары һәм редакция коллективы Мортаза Ғөбәйҙулла улын юбилей менән ҡотлай һәм уға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм уңышлы эш теләй!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал