6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Округтың проблемалар даирәһе
06.02.09


       Бөгөн Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың һәм округтың Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Йәмәғәтселек советының берлектәге ултырышы үтә.
       Төбәктәрҙән етәкселәр әлеге ваҡытта бөтә донъя өсөн мөһим мәсьәләне тикшерәсәк. Ултырыштың темаһы - финанс көрсөктән сығыу һәм Волга буйы федераль округына ингән республикаларҙың, край һәм өлкәләрҙең социаль-иҡтисади хәленә кире йоғонтоһон кәметеү буйынса саралар.
       Атап әйткәндә, һүҙ банк секторына ҡағылышлы мәсьәләләр, иҡтисадтың реаль секторын кредитлау, тотош иҡтисадта хәлдәр торошо, эшһеҙлек проблемалары тураһында барасаҡ.
       Әйтергә кәрәк, округтың проблемалары Рәсәйҙең тотош иҡтисады өсөн актуаль. Округтың сәнәғәт етештереүе өлөшө 25 процент тирәһе тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, илдең именлеге Волга буйы федераль округының иҡтисади үҫешенең көсөргәнешлелегенә бәйле.
       Берлектәге ултырышта округта производствоны оптималләштереү юлдары тикшерелә. Волга буйы федераль округында производство - ул тотош тармаҡтар. Шулай итеп, сәнәғәт структураһында машинаëàð эшләү (Мари Иле, Мордовия, Удмуртия, Сыуашстан, Киров, Пенза, Һамар һәм Ульяновск өлкәләре) һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы (Башҡортостан һәм Татарстан, Нижегородка, Ырымбур, Һарытау өлкәләре һәм Пермь крайы) кеүек тармаҡтар беренселәрҙән.
       Волга буйы федераль округының сәнәғәт етештереүе күләмен ауыл хужалығы продукцияһы (Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Нижегородка һәм Ульяновск өлкәләре, Пермь крайы), химия сәнәғәте продукцияһы (Башҡортостан, Татарстан, Нижегородка һәм Һамар өлкәләре, Пермь крайы) һәм еңел сәнәғәт продукцияһы (Татарстан, Мари Иле, Мордовия, Нижегородка һәм Пенза өлкәләре, Пермь крайы) тәшкил итә.
       Хәл ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, әммә ауыр түгел - округтың күп төбәктәре әлеге көрсөк эҙемтәләренә ваҡытынан алда әҙерләнә алды. Миҫал өсөн, беҙҙең төбәкте алайыҡ.
       БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко һүҙҙәренә ҡарағанда, ôèíàíñ көрсөã³ Башҡортостан өсөн артабанғы үҫешêә нигеҙ итеп алынған урын була ала. Башҡортостандың көрсөктән сығыу осорона ныҡлыҡ запасы бар. 2008 йылда республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары быны иҫбатлай. Донъялағы финанс көрсөгө эҙемтәләре үткән йылдың йәйендә үк тойола башлауына ҡарамаҫтан, күрһәткестәр тынысландыра.
       Шулай итеп, төбәк тулайым продукты 800 миллиард һум тәшкил иткән (үҫеш һигеҙ проценттан юғарыраҡ), ойошмалар әйләнеше иҡтисади эшмәкәрлектең барлыҡ төрҙәре буйынса 1,722 триллион һумға еткән (21,3 процентҡа артҡан). Йыл дауамында үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы бушатыу, башҡарылған эштәр һәм күрšœтелгән хеҙмәттәр күләме 1,011 триллион һум тәшкил итте, был 2007 йыл күрһәткестәренән 15 процентҡа юғары.
       Сәнәғәт етештереүе индексы 109,2 процент тәшкил итте, уртаса эш хаҡы 14084 һумға тиклем артты, халыҡтың ғәмәлдә эйә булған аҡсалата килемдәре 14,5 процентҡа артҡан.
       Әйтергә кәрәк, Башҡортостан бөтә күрһәткестәр буйынса Волга буйы федераль округында, һәм тотош Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан илдә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү күләме буйынса өсөнсө урынға сыҡты, торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу буйынса - алтынсы, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше, төҙөлөш, түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса - етенсе, тулайым төбәк продукты күләме буйынса - һигеҙенсе, инвестициялар һәм һалым йыйымдары күләме буйынса тәүге тиҫтәлә.
       Волга буйы федераль округында республика торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу һәм ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше буйынса - беренсе, тулайым төбәк продукты күләме, инвестициялар, төҙөлөш, ауыл хужалығы буйынса - икенсе, һалым йыйымдары буйынса өсөнсө урынға сыҡҡан.
       Был - оҙайлы срокка еренә еткереп планлаштырыу һөҙөмтәһе. 2006 йылда 2020 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы ҡабул ителде, һәм әлеге көрсөк беҙ һайлаған юлдың дөрөҫ булыуын иҫбатланы.
       Яғыулыҡ-энергетика комплексы, юғары технологиялы машинаëàð эшләү, ауыл хужалығы, урман сәнәғәте һәм башҡалар - былар республика өсөн өҫтөнлөклө тармаҡтар. Һәм былар - төбәктең көрсөк осоронда билдәле өҫтөнлөктәре. Евгений Евтушенко билдәләүенсә, республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы продукцияһына - нефть һәм нефть продукттарына - һәр саҡ ихтыяж бар.
       Ауыл хужалығында ла быға оҡшаш хәл, ул көрсөк осоронда республика баҙарын һәм Рәсәй аҙыҡ-түлек баҙарының хәтһеҙ өлөшөн яулай ала.
       - Машинаëàð эшләү тармағы шулай уҡ өҫтөнлөклө булып тора. Һәм, иң элек, ул - күп планлы, сәнәғәт тармаҡтарының төрлө ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән.
       Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәрендә лә иҡтисад структураһының республика иҡтисадына оҡшаш булыуын иҫәпкә алғанда, унда көрсөк артабанғы үҫеш өсөн нигеҙ итеп алынған урын була ала.
       Әммә, Евгений Евтушенко фекеренсә, төбәк-ара сәнәғәт кластерҙарын булдырыу тураһында ла уйларға кәрәк:
       - Кәрәкле булған ерҙә кластерҙар булдырырға кәрәк. Республикала, миҫал өсөн, машина эшләү, туризм, урман эшкәртеү кластерҙарын булдырыу маҡсатҡа тап килә.
       Нанотехнологиялар, электрон сәнәғәте өлкәһендә кластерҙар булдырырға була. Һәм башҡа төбәк-партнерҙарҙың ҡатнашыуы һәйбәт булыр ине. Башҡортостан башҡа төбәктәрҙә кластерҙар булдырыуҙа ҡатнашыу мәсьәләһен тикшерергә әҙер - беҙҙең предприятиелар диалог өсөн асыҡ һәм хеҙмәттәшлеккә әҙер. Һәм бындай кооперация кәрәк. Волга буйы федераль округы бындай потенциал менән тулыһынса конкуренцияға һәләтле һәм уңышлы буласаҡ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал