6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Аҙ ғына команда бәхете
06.02.09


       Кэнморела (Канада) биатлон буйынса йәш спортсылар араһында донъя беренселеге старттары тамамланды. Башҡортостан вәкилдәре был төрҙә шәхсән миҙал яулай алманы, ә бына эстафеталарҙа уларға уңыш юлдаш булды.
       Биатлонсыларыбыҙҙың береһе насар сығыш яһаны. Сергей Кугубаев, ул насар атты, шулай уҡ спринтта һәм эҙәрлекләү уҙышында уңышһыҙлыҡҡа осраны, Рәсәй йәш спортсылар эстафета командаһы составына инмәне. Башҡортостан вәкилдәре Кугубаевһыҙ икенсе булды, улар триумфатор-немецтарҙан ҡалышты.
       Ольга Вилухина йәш спортсылар араһында алтышар километрлы өс эстафетала беренсе булып старт алды. Межгорье спортсыһы үҙенең стахановса хеҙмәте менән бик шәп йүгерҙе, ике рубежда ла уның яҙа атыуы булманы. Анастасия Калина һәм Анастасия Романованың сәпкә атыуҙары шәптән түгел. Беренсеһенә өҫтәмә дүрт патрон ҡулланырға тура килде, икенсеһенә - ике. Ярай әле, ҡыҙҙар штраф әйләнәһенән ҡотолдо.
       Һөҙөмтәлә өс йәш спортсыбыҙ көслө немец ҡыҙҙарын артта ҡалдырҙы, әммә Чехия вәкилдәрен уҙып китә алманы. Көмөш миҙал - ул да насар түгел.
       Николай Якушов "үҫмерҙәр" йәшендә сығыш яһаны, эстафетаны икенсе булып ҡабул итте, ике рубежда запастағы өс патронды файҙаланды. Һөҙөмтәлә Якушов команда буйынса партнерҙары менән бергә өсөнсө урын алды. Франция спортсылары беренсе урын алды, хужалар - икенсе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал