6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Дарыуҙарға көрсөк янаймы?
05.02.09


       Донъялағы финанс көрсөгө хөкөм һөргәндә проблемалар тыуып тора. Әгәр статистикаға күҙ һалһаң, илдә льготаға эйә булған кешеләр кадр артында ҡалған төҫлө. Элек дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеү программаһына, бәлки, ялҡауҙар ғына иғтибар биреп бармағандыр, ә хәҙер - әйтерһең табу һалғандар. Ә проблема көн тәртибенән алынмаған бит. Эшләмәгән кеше нисек итеп дарыу һатып алырға тейеш?
       Хәйер, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, көрсөк кәрәкле дарыу средстволары менән тәьмин итеү процесына янамай.
       - Дарыу препараттарына заявкалар ваҡытында булдырылды, 2009 йылдың беренсе кварталы субвенциялары иҫәбенә асыҡ аукциондар иғлан ителде һәм билдәләнгән ваҡытта үткәрелде, - ти БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының фармацевтика эшмәкәрлеге һәм клиник фармакология бүлеге начальнигы Татьяна Дмитрюк.
       Граждандарҙың айырым категорияларына дарыуҙар ҡуйыуҙы өҙлөкһөҙ үткәреү өсөн, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән беҙҙең республикаға 240 миллион һум күләмендә бюджет-ара трансферт бүленде.
       - Был средстволар иҫәбенә инвалид балаларҙы тәьмин итеү һәм онкология ауырыуҙарын дауалау өсөн тулы күләмдә инсулин, ҡиммәтле дарыу препараттары һатып алынды, - ти Татьяна Михайловна.
       Асыҡ аукциондарҙың бер өлөшө үткән йылдың 16 декабрендә үткәрелде, һәм дарыу препараттарының беренсе партияһы 2008 йыл аҙағына тиклем дарыуханаларға ҡуйылды.
       Аукциондарҙың ҡалған өлөшө шулай уҡ иғлан ителде, уларҙы үткәреү буйынса бөтә процедура, дарыуҙар һатып алыу уларҙы ебәреү пунктарына ҡуйыу 2009 йылдың февралендә тамамлана, тип белдерҙе бүлек начальнигы.
       Бынан тыш, 2009 йылда республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ете нозология буйынса ауырыуҙарҙы дауалау һәм федераль льготалы граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән дарыу средстволарын ҡабул итеү, һаҡлау, килтереү, иҫәпкә алыу һәм ебәреү буйынса дәүләт контракты төҙөү хоҡуғына асыҡ конкурстар үткәрҙе.
       БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы район халҡына уңайлы медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында күсмә бригада ойоштора. Мобиль отрядтар, уның составына табип һәм дарыухана хеҙмәткәре ингән, барырға юлы ҡыйын булған райондарға сыға һәм ауырыуҙарҙы урындарҙа хеҙмәтләндерә. Граждандарҙың дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен оператив рәүештә хәл итеү йәһәтенән ведомствола "ҡыҙыу линия" эше ойошторолған.
       - Донъялағы финанс көрсөгөнә ҡарамаҫтан, "Башфармация" ебәреү пункттары һанын кәметмәне, улар кәрәкле дарыу средстволары менән тәьмин итеү программаһына йәлеп ителгән, - ти Татьяна Михайловна. - Ҡыҫҡартылған эш ваҡыты режимы әлегә индерелмәгән.
       Дарыуға хаҡтарҙың артыуы тураһында һөйләгәндә, ведомство вәкиле һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы ике айҙа илдә етештерелгән дарыу хаҡтарының артыуы уртаса 3,7 процент тәшкил иткән, сит ил дарыуҙары - 16,9 процент. Препараттар ассортименты кәмемәгән һәм ул шул уҡ кимәлдә ҡалған.
       Республикала гемофилия, муковисцидоз, гипофизар кәрләлек, миелолейко, тарҡау склероз менән сирлеләр, шулай уҡ трансплантациянан һуң ауырыған 1269 кеше федераль регистрға ингән. 2009 йылда 313 кеше 27 миллион һумлыҡ дарыу препараттары алған, рецептың уртаса хаҡы 48058 һум тәшкил иткән.
       Татьяна Дмитрюк һүҙҙәренә ҡарағанда, граждандар ете нозология буйынса дарыуҙар менән ваҡытында һәм тулы күләмдә тәьмин ителә.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал