6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Балҡы, балҡы, мөхәббәт йондоҙо!
05.02.09


       Ғаилә датаһы календарында гәүһәр туй ғәжәйеп күренеш рәүешендә ҡабул ителә. 60 йыл бергә! 60 йыл ғаиләлә парлы йәшәү бәхете бик һирәк осрай шул. Беҙҙә ғүмер оҙонлоғон юғары тип әйтеп булмай, һәм айырылышыу проценты ҙур булыуына бәйле, 60 йыл бергә ғүмер итеү һирәк күренеш. Шуға күрә беҙ никахта 30, 40 һәм, ниһайәт, 50 һәм 60 йыл бергә татыу йәшәгән бәхетле ғаиләләргә ҙур хөрмәт менән ҡарайбыҙ.
       Зиновий Константинович һәм Антонина Ивановна Коскиндар күптән түгел үҙҙәренең гәүһәр туйын билдәләне. Балалары һәм ейән-ейәнсәндәре 60 йыл татыу ғүмер иткән Коскиндарға ысын байрам яһаны. Улар беренсе тапҡыр Мендельсон маршы аҫтында үтте. Шулай килеп сыҡты, улар бер юбилейҙы ла тантана итмәне. Коскиндар 1949 йылдың ғинуарында ғаилә ҡора, улар үҙенә күрә туй яһай: өҫтәл артында уларҙың тыуған-тумасалары йыйыла, яҡындарының береһе бүләккә бер шешә араҡы алып килә.
       Кәләш крепжоржеттан яңы күлдәкòœ, кейәү - йылғасы формаһында. Улар үҙҙәренең никахын ЗАГС-та теркәй, ә аҙаҡ туй өҫтәленә йыйылалар. Ваҡыты шундай булған: мул өҫтәл әҙерләү өсөн средстволар булмаған. Антонинаның атаһы һәм ағаһы фронтта һәләк була, әсәһе бер үҙе хужалыҡты алып барған.
       Йәштәр өйләнешкәндән һуң, бер нисә ай үткәс, Зиновий Константинович диңгеҙ судноһында практика үтеү өсөн Балтик буйына юл ала. Ул ваҡытта Коскин Горький йылға училищеһын тамамлаған була. Зиновий һәр көн тиерлек яратҡан ҡатынына хат яҙа.
       - Үкенесле, ул яҙған хаттар һаҡланмаған, - тип көрһөнә Антонина Ивановна. - Иптәшем хәрби хеҙмәткәр булды, һәм шуға күрә беҙгә бер ерҙән икенсе урынға күсеп йөрөргә тура килде. Ғаилә архивын ҡайҙа һаҡлайһың инде...
       Коскиндар күптән инде хаҡлы ялда. Әммә уларҙың күңеле көр. Коскиндарҙың бер-береһенә булған мөхәббәте әле лә һүðåëìœãœí. Бәхетле пар менән аралашыуы ла күңелле. Уларҙың тормош юлы үҙе бер тарих.
       Зиновий Коскин Нижегородка өлкәһенең Ворсма ҡалаһында тыуған. Элек был ҡала бөтә илгә билдәле булған: бында медицина шприцтары сығарғандар. 1944 йылда Зиновий Соловкаға ҡаса һәм юнгалар мәктәбенә эләгә. Һуғыш бөтөүгә яҡынлаша, һәм тиҙҙән егетте өйөнә ҡайтаралар. Ул йылға училищеһына уҡырға инә һәм капитан булырға хыяллана.
       - Мин 1927 йылдың 14 июнендә Œñòðõàí юлында, "Күксин" пароходында, тыуғанмын. Атайым судно капитаны ине, ә әсәйем уның янында эшләне. Әсәйемде ярҙа ҡалдырырға өлгәрмәй ҡалалар, һәм мин пароходта донъяға килгәнмен. Тыуыу тураһында таныҡлыҡта шулай яҙылған: "Тыуыу урыны - "Күксин" пароходы. Һуғыш ваҡытында немецтар был пароходты бомбаға тотҡан, һәм ул батҡан. Мин тыуған урын хәҙер юҡ.
       Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта, Тося (йәш сағында уны шулай йөрөткәндәр) балалар йорттарында тәрбиәсе булып эшләãән. Ул саҡта ата-әсәһен юғалтҡан балалар һаны көндән-көн артҡан. Тося әүҙем булған: бейеү түңәрәгенә һәм хорға йөрөгән. Ул әхирәттәре менән бергә яралылар алдында концерт менән сығыш яһаған. Антонина Ивановна һуғыш ваҡытында эше өсөн миҙалға лайыҡ булған. 1948 йылдың сентябрендә уны активист һәм тырыш хеҙмәткәр булғаны өсөн "Радищев" теплоходына путевка менән наградлайҙар. Ошондай уҡ путевканы Зиновий ҙа ала. Улар танса ваҡытында таныша.
       Зиновий Антонинаның күңелен үҙенең бейеү оҫталығы, ыҫпайлығы һәм шиғриәткә булған мөхәббәте менән арбай. Коскин Маяковскийҙың һәм Есениндың бик күп шиғырҙарын яттан белгән. Һуңғыһы, әйткәндәй, тыйылған, һәм уның шиғырҙарын эҙләп табып, күптәр ҡулдан-ҡулға йөрөтөп күсереп алған.
       1950 йылда Коскиндарҙың ҡыҙы Таня тыуа. Тиҙҙән Зиновийҙы Алыҫ Көнсығышҡа, Тымыҡ океан флотына, ебәрәләр. Антонина һәм ҡыҙы уның менән бергә китә. Шулай итеп күсмә тормош башлана. Коскиндарҙың икенсе ҡыҙҙары, Наталья, Владивостокта тыуа.
       1953 йылда һауа һөжүменә ҡаршы һаҡланыу ғәскәрҙәре ойошторола башлай. Зиновий Константиновичты ошо ғәскәргә ебәрәләр. Уның ҡара диңгеҙ формаһы менән айырылғыһы килмәй, әммә бер ни эшләп булмай: приказ приказ инде. Зиновийҙы ракетасы һөнәренә Улан-Удэла уҡыталар. Ә аҙаҡ ул ғаиләһе менән илдең иң алыҫ нөктәләрендә була. Ул хатта Байконурҙа була. 1977 йылда майор исемендә отставкаға китә.
       - Аҙаҡ беҙ Түбәнге Новгородта (ул саҡта Горький ҡалаһы) йәшәнек. Горький тимер юл идаралығында эшләнем, парткабинет мөдире булдым, унан пенсияға сыҡтым.
       Антонина Ивановна ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр ерҙә тиерлек үҙенә шөғөл тапҡан. Ниндәйҙер ташландыҡ бинала балалар баҡсаһы асҡан, гарнизонда хеҙмәт иткән, Мәҙәниәт һарайы эшен алып барған, мәктәптә дәрес биргән. Һәм, әлбиттә, үҙенең балаларын тәрбиәләгән, уларҙы эшкә ылыҡтырған. Коскиндарҙың ике ҡыҙы ла юғары белем алған, ғаилә ҡорған. Коскиндарҙың алты ейән-ейәнсәре һәм дүрт бүлә-бүләсәһе бар.
       - Ғаилә бәхете, уның сере ниҙә? - тигән һорау бирәм Коскиндарға.
       - Бер-береңде ихтирам һәм ғәфү итә белергә кәрәк, - тип яуап бирә бер тауыштан юбилярҙар. - Һәм ваҡ-төйәктә юл ҡуйырға. Әлбиттә, дөйөм мәнфәғәттәр булырға тейеш.
       Элек мин ирем менән бергә балыҡ тоторға йөрөй инем, тип хәтерләй Антонина Ивановна. Хәҙер йорт эштәрен бергә эшләйбеҙ, хатта сигеү эше менән шөғөлләнәбеҙ. Антонина Ивановнаның күҙҙәре насар күреүенә ҡарамаҫтан, ул сигеү эшен ташламай. Коскиндарҙың йортон төрлө төҫтәге сигеү эштәре биҙәй - быларҙың бөтәһендә лә Антонина Ивановнаның ҡул йылыһы, күҙ нурҙары һаҡлана. Маяковский портреты Зиновий Константинович ҡулы менән сигелгән.
       - Беҙгә бер ваҡытта ла күңелһеҙ булғаны юҡ, - ти Коскиндар. - Беҙ һәр саҡ бергә, бөтә эшкә бергә тотонабыҙ. Йәйен баҡсаға барабыҙ, үҙебеҙ өсөн сәскәләр үҫтерәбеҙ.
       - Мин сигеү менән мәшғүл булғанда, ирем миңә китап йәки гәзит уҡый, - ти Антонина Ивановна. - Мине яңылыҡтар менән таныштыра. Ҡай саҡ бергә йырлап та алабыҙ. Беҙҙең менән бергә ейәндәр ҙә йырлай. Беҙҙең репертуарҙа халыҡ йырҙары, һәм романстар. Зиновий Константинович àéûðûóñà "Балҡы, балҡы, минең йондоҙом", "Томанлы иртә һәм "Мин осраттым һеҙҙе..." тигән романстарҙы ярата.
       - 60 йыл бергә ғүмер итәбеҙ, - ти Коскиндар. - Тимәк, был яҙмыш. Беҙ ун йыл элек, бер ейәндең туйында, никах уҡыттыҡ. Беҙҙең союз хәҙер юғарынан ризалыҡ алды.
       Ысынлап та, яратҡан кешеләр өсөн үҙ-ара йөкләмәләр һәм яуаплылыҡ, ғаиләгә етди мөнәсәбәт мөһим. Рустә һәр саҡ шулай булған, шуға күрә ғаилә лә ныҡ булған, һәм балалар ҙа күп тыуған. Ҡайҙа балалар, унда бәхет, унда илдең киләсәге. Ҡунаҡсыл йорттан шундай уйҙар менән киттем, унда мөхәббәт һәм ҡәҙер-хөрмәт хөкөм һөрә, унда мәңгелек ғаилә ҡиммәттәре хөрмәтләнә.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал