6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Дәүләт контроле

Тәфтиш комитеты йылды барлай
04.02.09


       Ýøšåƒëåê боҙоҡлоҡºà òàðòûð, тиҙәр. Ýшһеҙлек - ҡурҡыныс социаль күренеш. Донъялағы финанс көрсөгөнә бәйле эшһеҙ граждандарҙың һаны арта, был криминоген хәлдең киҫкенләшеүенә килтереүе ихтимал. РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетының Тәфтиш идаралығы етәксеһе Алексей Касьянов белдереүенсә, илдә һәм республикала енәйәт һаны артыуы көтөлә, шул иҫәптән шәхескә ҡарата ауыр енәйәттәр, шулай уҡ файҙа алыу ниәте менән ҡул һуҙыуҙар. РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы БР буйынса Тәфтиш комитетының Тәфтиш идаралығы коллегия ултырышында һүҙ ошо хаҡта барҙы. Унда ведомство үткән йылға йомғаҡ яһаны.
       Тәфтиш комитеты - йәш структура, уға енәйәт эштәрен тикшереү буйынса прокуратура вәкәләттәре һәм күҙәтеү эшенең бер өлөшө тапшырылған. Тәфтиш комитеты һәм уның территориаль подразделениелары 2007 йылдың сентябренән эшләй башланы. РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы БР буйынса Тәфтиш комитетының Тәфтиш идаралығында әле 145 тәфтишсе эшләй. 2008 йылда уларҙың ҡарамағында 3600 енәйәт эше иҫәпләнде: тикшереү аҫтында үлтереү, көсләү, ришүәт кеүек етди енәйәттәр булды. 2500 енәйәт эшен тикшереү тамамланды, шуның 97 проценты судҡа тапшырылды. Был юғары күрһәткес, әммә ведомство башлығы эштең сифатын күтәреү зарурлығын билдәләне. Тәфтиш идаралығы етәкселәре, прокуратура һәм суд яғынан өҫтәмә тикшереү өсөн ҡайтарылған енәйәт эштәре һанының артыуы тәфтишселәрҙең хатаһы хаҡында дәлилләй.
       Тәфтиш идаралығының матди-техник яҡтан тейешенсә тәьмин ителмәүе тәфтишселәргә үҙҙәренең бурысòàðын ó¾ûøëû ¼òœ¼ƒœ êœðòœ áóëûï òîðà. Етәксе һүҙҙәренә ҡарағанда, хеҙмәт биналары мәсьәләһе айырыуса киҫкен тора, бик күп ҡала һәм райондарҙа тәфтишсе бүлектәренең айырым бинаһы юҡ. Оргтехника һәм транспорт етешмәй - 90 процент осраҡта хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең автомобиле менән файҙалана. Тәртипкә һалынмағанлыҡ эштең сифатына йоғонто яһай һәм кадрҙарҙың даими булмауын көсәйтә, тип белдерҙе Касьянов.
       Ведомствоның эш йомғаҡтары тураһында һөйләгәндә, БР буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү идаралыҡтарыíû¾ милиция менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге "Бөрө маньягы" тип аталған енәйәт эшен асыҡлаóƒà áóëûøëûº èòòå. 2006 һәм 2007 йылдарҙа бер ир Бөрө районы территорияһында ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсләгән һәм аҙаҡ уларҙы үлтергән. Ҡулға алынған енәйәтсе дүрт тапҡыр көсләүҙә һәм биш кешене үлтереүҙә ғәйепләнә. Ҡылынған енәйәт эше Башҡортостан Юғары судында ҡараласаҡ.
       Тикшереүселәр Федераль именлек хеҙмәте һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән туранан-тура бәйләнештә. Һөҙөмтәлә 1998 йылда барлыҡҡа килгән һәм Туймазы районы территорияһында ҡоралланған банда фашланды. Ойошторолған төркөм составына 13 кеше ингән, улар ун йыл дауамында енәйәт ҡылған.
       Нефтекама ҡалаһында йәшәгән ҡатынға һәм уның менән бергә енәйәт ҡылыусыларға (улар 2005 йылда фәхишә ағымына юл ҡуйған) ҡарата енәйәт эше судҡа йүнәлтелгән. Улар файҙа алыу ниәте менән бәлиғ булмаған йәш ҡыҙҙарҙы файҙаланған. Енәйәт ҡылыусылар составына ун кеше ингән, улар Енәйәт кодексының бер нисә статьяһы буйынса ғәйепләнә - фәхишәгә мәжбүр итеү, кеше урлау, законһыҙ иркенән мәхрүм итеү, көслөк менән алыу. Тикшереү версияһы буйынса, банда ҡала милицияһы хеҙмәткәрҙәре булып эш иткән.
       "Хизб-ут-Тахрир аль-Ислами" экстремистар ойошмаһы ағзаларына ҡарата енәйәт эше шулай уҡ судҡа тапшырылды. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2005-2008 йылдарҙа был ойошма ячейкаһы Дәүләкәндә эшмәкәрлек ойоштора, унда ҡатнашыусылар урындағы халыҡты үҙҙәренең эшмәкәрлегенә йәлеп итеп, экстремизм идеяларын әүҙем пропагандалай.
       БР буйынса Федераль ҡаҙналыҡ идаралығы етәксеһенә һәм уның урынбаҫарына ҡарата енәйәт эшен тикшереү тамамланды. Улар федераль бюджет аҡсаларын әрәм-шәрәм итеүҙә ғәйепләнә. Етәксе урынбаҫары 3,5 миллион һум аҡса үҙләштергән. Был сумма хужалыҡ кәрәк-яраҡтары һылтауы менән идаралыҡ кассаһынан алынған.
       Өфө районының баш архитекторын ғәйепләү буйынса эште тикшереү тамамланды. Ул төҙөлөшкә ер участкаһын бүлеү буйынса килешеү өсөн ике миллион һум күләмендә ришүәт алған.
       Тәфтишселәр ҡарамағында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бүлегенең баш белгесенә ҡарата енәйәт эше бар. Баш белгес Белорет районында ҡуртымға алынған ике участканы рәсмиләштереү өсөн ике миллион һум күләмендә ришүәт алған.
       Алексей Касьянов билдәләүенсә, коррупция йүнәлешендәге эштәр - ведомство эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Уларҙың йәшерен булыуына ҡарамаҫтан, дәүләт власына, дәүләт хеҙмәте мәнфәғәттәренә ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙе асыҡлау үткән йылда 34,5 процентҡа артҡан. Тикшереү бүлектәре ҡарамағында был категорияға ингән 161 енәйәт эше бар, 87 кешегә ҡарата 70 енәйәт эше судҡа йүнәлтелгән, тикшереүҙәр барышында өс миллион һумлыҡ зыян ҡапланған.
       Киләсәк пландар тураһында һөйләгәндә, Касьянов енәйәтте иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүлеү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды, бының өсөн иң элек киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеште көйләргә, шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса эште көсәйтергә кәрәк: үткән йылда билдәһеҙ юғалыу факты буйынса ҡуҙғатылған 20 енәйәт эшенең етеһе асыҡланмаған.
       Коллегия эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев ҡатнашты. Ул, үҙ сиратында, эш хаҡын тотҡарлауға бәйле бөтә эштәрҙе айырым контролгә алыуҙы тәҡдим итте. 2008 йылда "Эш хаҡы түләмәү" 145,1 статьяһы буйынса 21 енәйәт эше Òœôòèø идаралығы òàðàôûíàí судҡа йүнәлтåëãœí, быйыл уларҙың һаны артыуы ихтимал.
       Башҡортостан прокуроры Сергей Хуртин Тәфтиш идаралығы бүлектәре етәкселәренә хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә контролде көсәйтеүгә баҫым яһаны. БР Юғары судû рәйесе урынбаҫары Земфира Латипова иректән мәхрүм итеүҙә альтернатив хөкөм сараларын (өйҙәге тотҡонлоҡ һәм залог) киң ҡулланыу зарурлығы тураһында иҫкәртте.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал