6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Áàëà ñຠêèñåðåøòœðå
03.02.09


       Республика театрҙары сәхнәһендә әленән-әле яҡшы спектаклдәр күрһәтелә. Яҡшы тип әйтәм, сөнки был тамашаларҙы ҡарағас, уға битараф ҡалмайһың. Бында "оҡшаны - оҡшаманы" критерийы урынлы һәм дөрөҫ булыр. Спектакль нигеҙендә ниндәй тарих ята - был да мөһим. Ул классик әҫәрме, йәки уны хәҙерге драматург яҙғанмы?
       Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы режиссеры Мөсәлим Ҡолбаевтың пьеса һайлауға ҡарашы үҙенә бер төрлө. Ул Анатолий Приставкиндың "Ночевала тучка золотая" тигән әҫәрен сәхнәләштерҙе. Был әҫәр уҡымлы, уның темаһы бөгөн дә актуаль. Был әҫәрҙе бер нисә режиссер ғына сәхнәләштергән.
       Мөсәлим Ҡолбаев һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙың алдында 44-се йылдың тарихын, был турала повеста әйтелә, төҙәтеү бурысы тормай. Шулай уҡ әҫәргә ниндәйҙер үҙгәрештәр индереү мәсьәләһенә лә өҫтөнлөк бирелмәй. Улар ауыр булмаған театр алымдары менән ваҡытта һәм географияла дөйөмләштереүгә өлгәшкән. Һәм улар спектакль жанрын драма кеүек билдәләмәй, ә уны ябай бер бала саҡ тарихы тип атай.
       Һуғыш бара. Мәскәү өлкәһендәге балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе Кавказға күсерәләр. Хәрби кейемдәге өлкәндәр, унда икмәк тә, емеш-еләк тә була, тип вәғәҙәләй. Һуғыш йылдарында икмәк тураһында уйламаған кеше булмағандыр ул. Ә балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең емеш-еләк тураһында ишеткәне булған микән?
       Коля һәм Саша Кузьминдар тәүгеләрҙән булып Кавказға барырға ризалаша. Улар икеһе лә бер ҡарарға килә: былай яҡшыраҡ булыр, икмәк ºûðºà торған урынға ер аҫты юлын кем ҡаҙûған - тиҙҙән был асыҡланасаҡ. Егеттәр сиратлап мәктәпкә йөрөгән, улар тын да алмай ҡаҙыған, әммә балалар йортоноң изге урынына барыбер барып етә алмаған - улар таш фундаментҡа килеп төртөлгән. Ағалы-энеле Кузьминдар ваҡ-төйәк әйберҙәрен йыйып, паровозға ултыра.
       - Саша тыныс холоҡло кеше булараҡ, ул идеяларға бай. Улар унда нисек тыуалыр, ул үҙе лә белмәй. Колька сос, йылғыр. Идеяларҙы тормошҡа ашырыу юлын йәшен тиҙлегендә хәл итә. Тартып алыу, табыш - Анатолий Приставкин үҙенең геройҙарын шулай һүрәтләй. Спектаклдә Саша ролен Андрей Максимов башҡара, ә Кольканы - Андрей Ганичев. Актерҙар шул тиклем образға инә, тамашасылар Колька һәм Саша өсөн көйә, уларҙың ҙур булмаған шатлыҡтарына һөйөнә.
       Ағалы-энеле Кузьминыштар араһында яҡшы мөнәсәбәт хàêèìëûº èòœ. Дошмандарса көйләнгән тышҡы донъя уларҙы туплаған, улар бер-береһенә ныҡлы тотонған. Һуңғы икмәк киҫәген бүлешеүҙәре тулҡынландыра, һәм улар бер-береһенә ҙурыраҡ күренгән икмәк киҫәген һуҙа. Саша үлә, әммә Колька уның үлеме менән килешә алмай. Ул ағаһы менән һөйләшә һәм уның Мәскәү өлкәһенә, кире ҡайтыу тураһындағы изге хыялын иҫенә төшөрөп, Сашаның кәүҙәһен вагон аҫтындағы металл йәшниккә һала, унда пассажирҙар һуғышҡа тиклем эттәрен йөрөткән.
       Ағаһы үлгәс, Колька ауырый башлай. Үлемгә дусар булған Кольканы чечен малайы Алхазур (актер Рәмзил Сәлмәнов) ҡотҡара. Халыҡтар араһындағы хаслыҡ, уларҙың төрлө телдә һөйләшеүҙәре - былар уларға үҙҙәрен ағалы-энеле тип атарға ҡамасауламай.
       Режиссер Мөсәлим Ҡолбаев һүҙҙәренә ҡарағанда, спектаклдә төп ºàòíàøûóñûëàðà һәм икенсе планда ролдәр башҡарыусыларға бүлеү юҡ. Улар бөтәһе лә сәхнәлә тигеҙ һәм бер үк мөһимлеккә эйә. Һәм бында балалар йорто тәрбиәсеһе ролендә Ольга Мусинаның уйнауын, директор ролендә - Людмила Воротникованың, спекулянт ролендә Линар Әхмәтвәлиевтың уйнауын билдәләмәү мөмкин түгел.
       "Ночевала тучка золотая" спектаклен ҡуйыусы-рәссам Владимир Королев биҙәгән. Һалҡынлыҡ,, төйәкһеҙ булыу, паровоздың бәләкәй тәҙрәләре, ауыр йоҙаҡлы ишектәр, унан-бынан ҡағып нығытылған йәшниктәр һәм сәхнә буйлап ташланған һарғайған ҡағыҙ биттәре - былар һуғыш темаһын тулыландыра. Костюмдар буйынса рәссам Юлиә Ғиләжева актерҙарҙы һуғыш йылдары кейеме менән тәьмин иткән, кәрәкле аксессуар һайлаған - ҡырылып бөткән портфелдәр, сумаҙандар. Бынан тыш, рәссамдар тағы бер ҡыҙыҡ ҡарар тапҡан - улар сәхнәгә ҡурсаҡтар сығарған. Андрей Ганичев һәм Андрей Максимов ҡулында үҙҙәренең прототиптарын - Колька һәм Саша ҡурсаҡтарын тотҡан, улар балалар йортонда "Алтын асҡыс" әкиәтенән персонаждар менән уйнаған. Һәм тағы бер уйынсыҡ бàð - күк пальтола һәм эшләпәлә ҙур ҡурсаҡ, ул сәйәси эшмәкәрҙе хәтерләтә.
       Спекталдең музыкаль биҙәлешенә килгәндә, йәштәр театрының музыкаль өлөшө мөдире Ришат Сәғитов билдәле музыкант Юрий Шевчуктың һуғыш тураһында йырҙарын спектакль өсөн һайлаған.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал