6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Полюс өҫтөндә ҡыҙыл ҡанаттар
03.02.09


       2 февралдә билдәле совет летчигы, Советтар Союзы Геройы Валерий Павлович Чкаловтың тыуыуына 105 йыл тулды. Өфөнөң Ленин районында, Затонда, Чкалов исемендәге урам бар. Чкалов ғаиләһенең Өфө губернаһы, Башҡортостан менән бәйләнеше бармы һуң?
       Эйе, бар. Мин легендар осоусы тураһында материалдар папкаһын ҡараным, унда Өфөнән тыуған яҡты өйрәнеүсе Анатолий Чечухиƒың материалы күҙгә салынды. Ул былай яҙған:
       "Валерий Павлович Чкалов 1904 йылдың 2 февралендә тыуған. Валерий, әсәһе үлгәндән һуң, Өфө губернаһының (хәҙерге Кушнаренко районы) Топорнино ауылында йәшәгән Наталья Георгиевна Токунова (1880-1956) ғаиләһендә тәрбиәләнә. Уның олатаһы - сауҙәгәр Трапезников Дүртөйлөлә сиркәү төҙөй, аҙаҡ ул сиркәү янында ерләнә. Фотография ла һаҡланған: 1938 йылдың ғинуарында Валерий Чкалов Наталья Георгиевна менән. Ул уны алты йәштән әсәй тип йөрөткән.
       Анатолийға шылтыраттыҡ, материалдың дөрөҫлөгөн асыҡланыҡ. Факттар раҫланды.
       Үҙ ваҡытында һәр уҡыусы Валерий Павлович Чкаловтың биографияһы менән таныш ине. Уға арнап шиғыр ижад иткәндәр һәм йыр яҙғандар.
       Валерий Павлович Чкалов 1904 йылдың 2 февралендә Волга буйындағы Василев ауылында крәҫтиән-ҡаҙан яһаусы ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлай, техник училищеға инә. 15 йәшлек Валерий һауала осоп барған гидросамолетты тәүге тапҡыр күрә һәм нәҡ ошо осорҙан авиация менән ҡыҙыҡһына башлай. Авиацияға ылығыу Түбәнге Новгîродтың авиация паркында уҡыусы-слесарь эшенән башлана, аҙаҡ - Мәскәү юғары пилотаж мәктәбендә, Свеðдловскèƒû¾ һауаға атыу һәм бомба ташлау мәктәбендә.
       Валерий Чкалов иң яҡшы летчик-истребитель була. Ә 1930 йылдан - Хәрби-һауа көстәре ғилми-тикшеренеү институтының летчик-истребителе. Ул етмештән ашыу самолет тибына һынау үткәрә, юғары пилотаж фигураларын эшләй һәм индерә.
       Утыҙынсы йылдарҙа бөтә донъя Валерий Чкаловòың, Георгий Байдуковтың, Александр Беляковтың туҡталышһыҙ осошона хайран ҡала.
       1936 йылда АНТ-25 самолетында экипаж, уның составында В.П. Чкалов, Г.Ф. Байдуков һәм А.В. Беляков була, алыҫ осошҡа юл ала. Мәскәү-Франц-Иосиф ере-Камчатка-Сахалин-Удд утрауы маршрутының оҙонлоғо 9374 километр тәшкил итә.
       Быға тиклем булмаған осош өсөн экипаж ағзалары Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
       1937 йылдың 18 июнендә авиаторҙар ошондай уҡ конструкциялы самолетта тағы бер тапҡыр алыҫҡа осош яһай - был юлы АҠШ-ҡа - Төньяҡ полюс аша.
       Иртәнге сәғәттәрҙә ҡыҙыл ҡанатлы матур машина - "АНТ-25" һауаға күтәрелә. Самолет экипажы: В.П. Чкалов, Г.Ф. Байдуков  һәм А.В. Беляков. Көслө мотор самолетты еңел генә итеп һауаға күтәрә. Урман һәм баҫыуҙар, йылғалар, ҡала һәм ауылдар аҫта ҡала...
       "АНТ-25" самолеты Төньяҡ полюсты үтеп киткәндә, óëàð Мәскәүгә, Кремлгә, радиограмма ебәрә: "...Полюс артта ҡалды. Барып еткеһеҙ полюс өҫтөнән осабыҙ... Экипаж үҙен яҡшы тоя. Сәләм. Чкалов, Байдуков, Беляков".
       Осоу дауам итә. Ауыр шарттарҙа эшләð㜠òóðà êèëœ: көслө циклондар, ҡуйы томан, күп ҡатлы болоттàð å¾åï ñûûëà - был самолетҡа боҙ менән ҡапланыу ҡурҡынысы янай. Беляков үҙенең "Йылдар аша осош" тигән китабында туҡталышһыҙ осоуҙың һуңғы сәғәттәре тураһында хәтерләй: "Кислород бөтөп килә. Байдуков билдәләр менән карта талап итә, самолеттың ҡайҙа булыуын күрһәтеүҙе һорай. Мин мүкәйләп тигәндәй беренсе ултырыу урынына шыуûøам, әммә көс етмәй. Валерийҙың танауынан ҡан күренде".
       Маршрут тамамланды. Чкалов самолетты ултыртырға әҙерләй. Экипаж һауала 63 сәғәт 16 минут булды.
       Мәскәү-Төньяҡ полюс-АҠШ маршруты буйынса рейс яһаған самолет штурманы Александр Васильевич Беляков булды. Граждандар һуғышы ваҡытында ул Чапаев дивизияһының 75-се артиллерия дивизионы адъютанты була. Өфөнө азат иткән ваҡытта дивизион "Һул Ағиҙел" разъезы районында көслө ут алып бара.
       Чкалов һәм Байдуков Беляковты шаяртып "Беҙҙең Чапай" тип йөрөтә һәм, әлбиттә, дивизия начальнигы, Өфөнө азат итеү тураһында һораша.
       Комбриг В.П. Чкалов 1938 йылдың 15 декабрендә, шәп истребителде һынаған ваҡытта һәләк була. Самолетты ергә ултыртыуға әҙерләгән ваҡытта мотор эштән сыға. Самолет торлаҡ йорттарға ҡолай. Валерий Павлович, кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн, истребителде бер ҡанатына йыға...
       В.П. Чкаловтың ҡатыны Ольга Эразмовна Башҡортостанға килә. Ул Туймазы районының Серафимовка ҡасабаһында була һәм унда хәтирәләр яҙып ҡалдыра: "Йәмәғәт эшмәкәрҙәренåң ижады ҙур. Мин Серафимовка клубының интернациональ дуҫлыҡ күргәҙмәһе мåнән таныштым. Мәктәп уҡыусыларының төрлө илдәрҙән балалар менән хатлашыуы уларҙың даирәһен киңәйтә. Уларҙың эшендә ҙур уңыштар теләйем.
       О. Чкалова".
       Ольга Эразмовна "Өфөлә Ленин иҫтәлегенә китапханаға" автографы менән бүләк иткән "Валерий Чкалов" фотоальбомы В.И. Лениндың йорт-музейында һаҡланды.
       Әйткәндәй, тыуған яҡты өйрәнеүсе Лев Шешминев "Истоки" гәзитендә үҙенең мәҡәләһендә Валерий Павлович Чкаловтың Өфөгә килеү версияһын белдерҙе, әммә был мәғлүмәт ентекле өйрәнеүҙе талап итә...
       Валерий Павлович Чкаловҡа Горькийҙа һәйкәл бар. Уның скульпторы - Исаак Менделевич, ул 1924 йылда Өфөлә В.И. Ленинға беренсе һәйкәл скульптураһы авторы. И.А. Менделевич В.П. Чкалов һәйкәле өсөн Сталин премияһына лайыҡ була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал