6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Төбәк-ара көрсөккә ҡаршы
02.02.09


       Ҡайышты нығытып ҡыҫырға ваҡыт етте. Көрсөк ҡасан бөтөр, уныһын бер кем дә белмәй. Бер төркөм эксперттар белдереүенсә, иң яманы үтте инде, ә башҡалар фаразлауынса, бөтәһе лә алда әле. Тик бер нәмә асыҡ: яҡты осорға тиклем иҫән ҡалыу өсөн, ул мотлаҡ ҡасандыр киләсәк, тупланған потенциалды һаҡсыл ҡулланырға, резервтар эҙләргә һәм йәлеп итергә кәрәк.
       Ниндәй потенциал һәм ниндәй резервтар бар? Был турала Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара координация советы ағзалары баш вата. Ике һүҙ менән әйткәндә, комиссияның бурысы - республика бәйләнештәрен башҡа төбәктәр менән нығытыу. Көрсөк бурысты асыҡланы: тауар әйләнешен һаҡлап ҡалырға, республика тауар етештереүселәренә төбәк баҙарҙарына сығыуҙы тәьмин итергә кәрәк. Был юл объектив сәбәптәр буйынса ауырлаша.
       Сәбәптәрҙең береһе - "тере" аҡсаларҙың булмауы. Һатып алырға шат булыр инек, ә нимәгә... Һөҙөмтәлә складтарҙа тауар тупланған, әйләнеш средстволары юҡ. Һорау юҡ - һатыу итеү ҙә юҡ. Һатыу итеү юҡ - производство ла юҡ. Ваҡытында эш хаҡы ала алмаған хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡотолғоһоҙ ошо "сылбырға" эләгә. Хәйер, яманға әҙерлән, яҡшыны көт, тиҙәр. Иң яҡшыһы яҡшылыҡҡа ынтыл.
       БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында билдәләүҙәренсә, донъялағы финанс көрсөгөнә бәйле Рәсәй субъекттары һәм сит ил баҙарҙарында республика тауар етештереүселәренең продукцияларын һатыу күләмдәренең кәмеү тенденцияһы билдәләнә. Белгестәр фаразлауынса, һуңынан был тотош производствоны кәметеүгә килтереүе ихтимал.
       Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә үткәнде ҡабатларға тура киләсәк. 90-сы йылдың көрсөк практикаһы актуаллеген юғалтмаған. Бартер мөнәсәбәттәрен иҫкә төшөрөү зарур. Әлбиттә, минустар бар. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин һүҙҙәренә ҡарағанда, бартер мөнәсәбәттәрен бөгөн дөрөҫ итеп ышаныслы нигеҙгә ҡуйырға кәрәк. Был сығымдарҙан ҡотолоу маҡсатында, уларға 90-сы йылдарҙа предприятиелар юлыҡты, эшләнелергә тейеш. Ул саҡта, аҡсаларҙың дөйөм етешмәүе сәбәпле, бартер килешмәһе һөҙөмтәһендә продукцияның хаҡы һуңғы һатып алыусы өсөн күп тапҡырға артты. Әммә башҡа юл юҡ ине. Ә хәҙер тәжрибә, һәм яңы мөмкинлектәр бар.
       Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Роберт Ваһапов, бартер килешмәләрен еңеләйтеү өсөн ваҡытлыса саралар сифатында электрон майҙансыҡ булдырырға кәрәк, тип һанай. Заманса мәғлүмәт технологияëàры юл ҡуя.
       Туранан-тура бартер килешмәләре - һирәк осрай торған хәл. Тауар етештереүсенән - бартер килешмәһе предметынан - уның һуңғы һатып алыусыһына тиклем ғәҙәттә ике аралағы килешмәләр сылбыры теҙелә. Предприятиеға һатырға һәм кәрәкле тауар алыра ярҙам итергә кәрәк. Интернетһыҙ, электрон мәғлүмәттәр базаһынан тыш бер ни эшләп булмай. Бындай базаны булдырыу - мөһим бурыс.
       Икенсе мөмкинлек тауарҙың үҫешен әүҙемләштереү - тендерҙа ҡатнашыу. Был турала һәр саҡ телгә алына, әммә хәҙер ғәҙәти процедура көрсөккә ҡаршы саралар рәтенә күсә. Тендер буйынса мәғлүмәтте республика эсендә генә түгел, әммә унан ситтә лә йыйырға кәрәк. Һәм бында республика Хөкүмәте һәм Рәсәй төбәктәрендәге республиканың тышҡы иҡтисади ведомстволары вәкилдәре ҡулдан килгән тиклем ярҙам күрһәтәсәк. Институт һуңғы йылдарҙа яҡшы үҫеш алды. 6-7 йыл элек Башҡортостандың илдең башҡа субъекттарында өс вәкиллеге бар ине. Хәҙер вәкиллектәр - туғыҙ. Бынаí тыш, төбәктәрҙә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының алты вәкиле (35 төбәк йәлеп ителгән) эшләй.
       Көрсөк эшлекле сәфәр графикаһын да үҙгәртә. Эшҡыуарҙарыбыҙ БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында потенциаль бизнес-партнерҙар эҙләү маҡсаты менән республиканан ситкә даими сыға ине. Бындай эшлекле сәфәрҙәр яҡшы һөҙөмтә бирә. Бөгөн тышҡы баҙарға сығыу юлын эҙләү айырыуса актуаль, әммә сәфәрҙе ойоштороу финанс ауырлыҡтарына бәйләнгән. Башҡа юлдарҙы эҙләргә тура килә. Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы шәхси сәфәрҙәргә һөҙөмтәле альтернатива тапты - видеоконференция. Әлбиттә, бындай формат эшлекле контакттар биржаһында күҙгә-күҙ һөйләшеү мөмкинлеген бирмәй, әммә аҡса сығымдары планында видеоконференция - эшлекле аралашыуҙа уңайлы һәм ҡабул итерлек ысул. Палата интерактив форумдар үткәреү өсөн ҡорамал һатып алған.
       Көрсөккә ҡаршы тышҡы иҡтисади саралар мәғлүмәт алыуға һәм үҫтереүгә алып бара. Республиканың төбәк-ара эшмәкәрлеê ïðîäóêòèâëûû һәм, àтап әйткәндә, айырым предприятиеларҙың тотороҡлоëîғо мәғлүмәт алмашыуҙың ни тиклем һөҙөмтәле булыуына, һәм был мәғлүмәттең ни ҡәҙәр урынлы файҙаланыуына бәйле.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал