6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Тынғыһыҙ ижадсыға - 90 йәш
02.02.09


       31 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Зәкиә Арыҫлановаға 90 йәш тулды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның ижад кисәһе үтте. Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы ғүмеренең ҡырҡ йылға яҡын өлөшөн баш театрҙа үткәрә. Танылған актрисаны сәхнә оҫталары Нурия Ирсаева, Хөрмәтулла Үтәшев, Илдар Ғүмәров, Алһыу Бәхтиева һәм башҡа артистар ҡотланы. Улар спектаклдәрҙән, ә уларҙы ҡасандыр Зәкиә Арыҫланова башҡарған, фрагменттар күрһәтте, уның ижад юлы тураһында һөйләне, ул яратҡан йырҙарҙы башҡарҙы.
       Зәкиә Арыҫланова бик күп сағыу образдар тыуҙырҙы. Классик драмаларҙа актрисаның героинялары характерҙарҙың сағыу һыҙаттары менән айырылып тора: Уильям Шекспирҙың "Ромео һәм Джульетта"һында сеньора Капулетти, Лев Толстойҙың "Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә" œ¿œðåíäœ Анисья, Борис Лаврентьевтың "Емереү"ендә Ксения, Мәжит Ғафури әҫәре буйынса "Ҡара йөҙҙәр" спектаклендә Ғәлимә ролдәре уның ижадында иң уңышлылары һанала.
       Актрисаның ҡабул итеү бүлмәһендә боронғо трюмо 꼃㜠òàøëàíûï òîðà. Унда актрисаның кәрәк-яраҡтары һәм аксессуарҙар урын алған, шулай уҡ Зәкиә Арыҫланованың ире - танылған башҡорт артисы Ғата Арыҫлановтың фотографияһы эленгән.
       - Ул бөтә спектаклдәрҙә лә тик геройҙарҙы ғына уйнаны, - ти Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы. - Ул матур һәм талантлы артист ине.
       Йәштәр Өфө театр-художество училищеһында (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) таныша. Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы өсөнсө курста уҡып йөрөгœндә, Ғата Арыҫланов Мәскәүҙең юғары уҡыу йортонан уларҙың факультетына күсә.
       - Ҡара бөҙрә сәсле егет шунда уҡ миңә күҙ һалды. Беҙ дуҫлашып киттек, - тип һөйләй Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы. - Мин дә ул саҡта þàëûï ҡалғандарҙан түгел инем, яҡшы уҡыным. Мин уға сәхнә теле буйынса ярҙам иттем.
       Зәкиә Арыҫланова тынғыһыҙ ижадсы һәм ролдәрҙе тәрән йөкмәткеле итеп еткереүсе актриса булып таныла. Һәр бер ролендә героиняларҙың яҙмышын ул йөрәге, зиһене аша үткәрә.
       Зәкиә Арыҫланова - тасуири уҡый белеүсе. Уның тасуири уҡый белеүгә таланты Мәскәүҙә үткән бер нисә конкурстарҙа баһаланды. Актриса башҡарыу өсөн Максим Горькийҙың әҫәрҙәрен һайланы. "Тормош төпкөлөндә" пьесаһынан һәм шиғыр формаһында яҙылған "Ҡыҙ һәм үлем" әкиәтенән ҙур фрагменттарҙы яттан һөйләне. Зәкиә Арыҫланова Мостай Кәрим һәм Назар Нәжми әҫәрҙәрен ярата. Ул әле лә халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәрен айырым хистәр менән тотлоҡмай яттан һөйләй. Актриса Антон Чеховтың ижадына ҙур хөрмәт менән ҡарай, һәм шунда уҡ проза уҡыу өсөн кәрәкле ритм һәм интонация һайлап, тасуири һөйләй башлай:
       - Бер ваҡыт, ул йәш, матур һәм тауышы ла көр булған саҡта, уның дачаһында, антресолдә, Николай Петрович Колпаков ултыра ине. Эҫе һәм тынсыу. Колпаков төшкө аш ашап алды һәм бер шешә портвейн эсеп бөтөрҙө. Уның кœйефе шәптән түгел ине. Икеһе лә көн ҡыҙыулығының һүрелеүен көттө. - Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы "Хорҙа йырлаусы" хикәйәһенән ҙур өҙөктө тотлоҡмай уҡый, уның был оҫталығы йылдар дауамында шымарған. - Был әҫәрҙе күпме тапҡыр уҡыным, уның иҫәбенә сығырлыҡ түгел, - ти Зәкиә Арыҫланова, - публика уны һәр саҡ йылы ҡабул итә.
       Стеналағы бер портретҡа күҙ һалам, унда фотограф Зәкиә Øœéƒóëëà ºûƒûí сәхнә образында һүрәтләгән. Артистка Италия драматургы Эдуардо де Филиппоның "Филумена Мартурано" пьесаһы героиняһы - Диана ролен башҡарған.
       - Был фотографиянан айырылғаным юҡ, - ти актриса. - Диана - яратҡан ролем. Миңә күбеһенсә изге йөрәкле ханумдар образын тыуҙырырға тура килде.
       - Буласаҡ артистка ауылда тыуып үҫкән. Матурлыҡты аңлау ҡайҙан килә икән?
       - Минең әсәйем үҙенә бер төрлө кеше ине. Мин нимәгә өлгәштем, уларҙың барыһына ла әсәйем өйрәтте. Ул йорт хужàбикәһе булды, әммә ваҡытына ҡарата белемле һаналған - Ҡөрьән уҡый, ғәрәп телен белә ине. Ул аҡыллы ҡатын булды. Мин актриса булам тигәс, әсәйем минем теләгемде хупланы. Мин башта төҙөлөш техникумында уҡыным. Бер саҡ әхирәттәрем менән спектаклгә барҙыҡ, һәм шунда уҡ театрға ғашиҡ булдым. Төҙөлөш техникумын ташланым һәм ауылға ҡайтып киттем - театр-художество училищеһына инеү өсөн имтихандарға әҙерләнә башланым. Конкурсты еңел үттем - дикциям яҡшы ине, апаруҡ ҡына йырлай һәм бейей ҙә инем, матур итеп шèғыр һөйләнем. Башҡорт театр сәнғәтенең танылған оҫтаһы Тимербулат Имашев училищела минең педагогым булды.
       Элекке актерҙар булмай ул. Һәм хатта әле сәхнәлә уйнамаһа ла, ул барыбер артист булып ҡала. Был уларҙың һыны буйынса, һөйләшеү алымы һәм хәрәкәте буйынса беленә.
       - Мин иртә торам һәм, кәрәкме-кәрәкмәйме, һәр саҡ еңелсә макияж һалам, айына бер тапҡыр маникюр яһатам. Һәм тағы ла мин намаҙ уҡыйым. Элек көнөнә биш тапҡыр уҡый инем, ә хәҙер ике тапҡыр - кис һәм иртән. Был минең өсөн, иң элек, гимнастика ул, икенсенән, мин Хоҙай Тәғәләгә хеҙмәт итәм, бөтәбеҙ өсөн дә ғибәҙәт ҡылам, - ти Зәкиә Øœéƒóëëà ºûƒû.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал