6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Грипп февралдә көтөлә
02.02.09


       Февралдең икенсе яртыһында Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор-вирус инфекцияһы эпидемияһы көтөлә. Ағымдағы йылда, эпидемиологтар фаразлауынса, ауырыуҙар һаны үткән йылдарға ҡарағанда юғары булыуы ихтимал. Эш шунда, меңдәрсә кешеләрҙе сөскөрөргә һәм йүтәлләргә мәжбүр иткән грипп вирустарының актуаль штамы тулыһынса "яңырған".
       - Быйыл грипп менән ауырыусылар һаны юғары булыуы ихтимал, - ти Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығының эпидемиологик күҙәтеүҙәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөһрә Шәһиева. - Был 2008-2009 йылдарҙа эпидемия миҙгелендә көтөлгән грипп вирустарының актуаль штамының тулыһынса алмашыныуына бәйле, уға республика халҡының әлегә иммунитеты юҡ.
       Әйткәндәй, штамдарҙың тулыһынса яңырыуы прививка яһау кампанияһы срогына һәм уның күләмдәренә төҙәтмәләр индерҙе. Ҡағиҙә булараҡ, ул элекке йылдарҙа ноябрҙә үк тамамлана ине. Ә 2008 йылда грипҡа ҡаршы вакцинаны яңынан эшләргә тура килде, шуға күрә ваҡыты ла күсерелде, һәм вакцина һаны ла кәметелде.
       Республикала 638 мең кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан, шул иҫәптән 501500 кеше "Һаулыҡ" милли проекты сиктәрендә. Башҡа кешеләр республика һәм муниципаль бюджеттар, предприятиелар һәм ойошмалар средстволары иҫәбенә прививка яһатҡан.
       - Милли проект сиктәрендә вакцинация буйынса план 100 процентҡа үтәлде, - ти Зөһрә Шәһиева. - Дөйөм алғанда, республика халҡының 15,7 проценты грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан.
       Эпидемиологтар билдәләүенсә, был тейешле күләмдә түгел.
       - Эпидемия таралыуына юл ҡуймау өсөн, республика халҡының кәмендә 25 проценты грипҡа ҡаршы прививка яһатырға тейеш, - ти Зөһрә Шәһиева.
       Шуға күрә медиктар муниципаль башлыҡтарына, эре предприятиелар етәкселәренә һаулыҡҡа средстволарҙы ҡыҫмау һәм прививка яһатыуҙа әүҙем ҡатнашыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Хәйер, милли проекттан тыш күпме кешенең прививка яһатыуы тураһында фекер йөрөткәндә, табиптарҙың тырышлығы дөйөм уңыш менән тамамланманы.
       Белгестәрҙең эпидемиологик һағайыуы аңлашыла. Ãрипп һәм башҡа киҫкен респиратор вирус инфекциялары àуырыу осраҡтары һаны буйынса Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла беренсе урында тора. Йыл һайын грипп эпедимияһы ваҡытында өлкәндәрҙең 10-дан 20 процентына тиклем ауырый, ә балалар ауырыуы - 4-5 тапҡырға юғары. Гриптан иҡтисади зыян, бөтә инфекция ауырыуҙары килтергән зыяндың 86 процентына тиклем тәшкил итә.
       Табиптар белдереүенсә, грипҡа ҡаршы прививка яһатыу халыҡты һаҡлау йәһәтенән берҙән-бер фәнни нигеҙләнгән һәм иҡтисади һөҙөмтәле ысул булып тора. Ғалимдар раҫлауынса, прививка яһатыусыларҙың 80-90 проценты грипп менән ауырымай. Практика күрһәтеүенсә, прививка яһатыусыларҙың да грипп менән ауырыуы  ихтимал. Бындай осраҡта ауырыу еңел һәм өҙлөгөүһеҙ үтә.
       Бөгөнгө көндә республикала киҫкен респиратор-вирус инфекцияһы ауырыуҙары уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәре кимәлендә теркәлгән, грипп осраҡтары әлегә юҡ. Рәсәй Федерацияһы территорияһында ла тыныс. Рәсәйҙең Баш дәүләт санитар врачы Геннадий Онищенко һүҙҙәренә ҡарағанда, грипп һәм киҫкен респиратор-вирус инфекцияһы буйынса хәл эпедимия рәүешендә түгел тип баһалана.
       Прививка яһатмаған кешеләргә гриптан һаҡланырға кәңәш ителә. Аҡ халатлылар нимә тәҡдим итә һуң? Белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ: эш һәм торлаҡ бүлмәләрен даими елләтеү, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, сынығыу һәм дөйөм нығындырыусы саралар һәм витаминдар ҡулланыу.
       Әгәр яуыз вирус организмға эләгә икән, тиҙ арала медицина ярҙамына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаилә ағзаһы өйгә табип саҡыртырға тейеш. Белгестәр медицина хеҙмәткәре килгәнсе ауырыу кешене, мөмкин булғанса, айырым бүлмәгә күсерергә кәңәш итә. Ауырый башлаған кешеíå тәрбиәләргә кәрәк, әммә һаҡланыу сараларын онотмағыҙ, һаҡлай торған маска ҡулланығыҙ.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал