6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Гәлсәр стеналар
30.01.09


       Өфөләге Конгресс-холл бинаһына иғтибар иткәнегеҙ бармы? Уның янынан үткән һәр кеше, моғайын, уның үҙенсәлекле архитектураһына ғына түгел, әммә матур биҙәлешле быяла панеленә лә иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Архитекторҙың уникаль объект тураһындағы хыялын кем тормошҡа ашырған һуң? Конгресс-холдың "гәлсәр" стеналары - ул Стәрлетамаҡтағы бер компанияның эше, ул быяла бизнесын көйләй алған.
       - Конгресс-холл төҙөлгән ваҡытта, беҙҙең компанияны техник яҡтан алдынғы предприятие булараҡ тәҡдим иттеләр, - ти быяла компанияһының генераль директоры Эдуард Николаев. - Беҙҙең быға оҡшаш ҡоролмаларҙы быяла менән ҡаплау тәжрибәбеҙ юҡ. Әммә беҙҙә быяла буяу буйынса яңы линия бар, һәм беҙ заказды үтәргә ҡарар иттек.
       Эдуарä Николаев тейешле дәүмәлдәге быялапакеттар һәм сифатлы ҡылыҡһырламалар артынан Балтикаға юллана. Тиҙҙән компания хеҙмәткәрҙәре эре габаритлы быяла буяу технологияһын үҙләштерә, бының менән улар сит ил белгестәрен таң ҡалдыра. Баҡһаң, Көнбайышта ла бындай ысул яңылыҡ икән. Эдуард Николаев ҡурҡып тормай, ул яңы эшкә ең һыҙғанып тотона.
       Эдуард Петрович Туймазы ҡалаһында тыуған, унда профессиональ-техник училище тамамлаған. Электрик һөнәренә эйә булыуына ҡарамаҫтан, ул бала саҡтан уҡ ергә тартыла. Николаев республикала тәүгеләрҙән булып фермер эшенә тотона. Колхозда һауын һыйыры көтөүен алып, ғаилә подряды ойоштора һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеп ҡарай. Бер йылдан һуң ул иң эре автотранспорт предприятиеларының береһенә ғаиләһе менән ярҙамсы хужалыҡҡа эшкә күсә. Шундай ваҡыт ине, бөтәһе лә хеҙмәткәрҙәрҙе осһоҙ ит, бал һәм башҡа продукттар менән тәьмин итергә тырышыу маҡсаты менән үҙ хужалығын булдырырға ынтылды. Николаевтар ғаиләһе сусҡа үҫтерергә тотондо. Бер йыл эсендә улар 700 баш сусҡа үҫтерҙе. Николаев бында ла административ кәртәгә юлыға. Аҙаҡ ул шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә...
       Николаев етәкләгән предприятие (ул бер йыл элек элекке күн-аяҡ кейеме комбинаты территорияһында барлыҡҡа килде) Стәрлетамаҡ производство-технология үҙәгендә урынлашҡан. Төп корпус эш хәленә килтерелгән һәм унда производство асылған. Бәхеткә күрә, башланғыс Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм урындағы эшҡыуарҙар ассоциацияһы яғынан хуплана. Производство-технология үҙәгенә алдынғы тәжрибә үҙләштереү өсөн бөтә республиканан киләләр.
       Әле бында бер нисә эре предприятие урынлашҡан. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә инфраструктура яйға һалынды, яңы ҡорамал һатып алынды һәм урынлаштырылды.
       Быяла компанияһында эш ҡайнай, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Бындағы ишектәргә иғтибар итәһең: улар бөтәһе лә быяла. Итексе итекһеҙ, тиҙәр. Әммә был осраҡта был әйтем урынһыҙ. Николаев быяла мөмкинлектәрен төрлө юлдар менән пропагандалай. Уның предприятиеһында төрлө маркалы, төрлө ҡалынлыҡта быяла сығарыла. Быяла һәр яҡтан килә: күрше "Салауатбыяла"нан, һәм башҡа төбәктәрҙән, шулай уҡ алыҫ сит илдән. Николаев биҙәлгән быяланы тәүге тапҡыр Польшанан алып ҡайта. Әйткәндәй, ул нәҡ унда быяла эшкәртеү станоктарын һатып ала.
       Эдуард Николаев күптән түгел Израиль производствоһы быялаһы буйынса уникаль ҡорамал һатып алды. Донъяла бындай ҡорамал һаны ни бары - 30, Рәсәйҙә был өсөнсө комплекс. Уның хаҡы ла ҡиммәт - 400 мең евро. Был ҡорамал предприятиеның мөмкинлектәрен киңәйтә. Компанияның тулыһынса йыһазландырылған ебәк графика цехы ла бар.
       Быяла һәм көҙгөләр эшкәртеү буйынса хеҙмәттәр спектры яңылыҡтар ярҙамында үҙләштерелгән. Продукция витриналар биҙәгәндә, интерьер, мебель производствоһы өсөн ҡулланыла. "НефАЗ" автобустары өсөн тоноҡ быяла сығарыуға заказ бар.
       - Быяла деталдәр менән бүлмә-аша ағас ишектәргә һорау ҙур. Шуға күрә бизнестың был төрө тураһында уйлайбыҙ, - ти Эдуард Николаев. - Мине элеккесә ер эше тарта. Бәлки, минең дә ауылда үҙ йортом булыр, ул әлегә хыялда ҡала. Һәм тағы. Быяла менән эшләп, мин аңланым, тормош - ул ватылыусан нәмә. Шуға күрә бер-берåбеҙгә ҡарата һаҡсыл булырға кәрәк. Бөтәһе лә беҙҙең ҡулда бит...

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал