6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Енәйәттәрҙе асыу артҡан
30.01.09


       Үткән йылда Башҡортостанда ҡылынған енәйәттәр араһынан Өфөнән ғашиҡ парҙарҙы һәм Башҡорт дәүләт университетынан ике студент ҡыҙҙы үлтереү иң яңғырашлы енәйәт áóëäû. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы начальнигы Владислав Горкавцев енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәренең былтырғы эш һөҙөмтәләренә арналған матбуғат конференцияһында белдерҙе.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, телгә алынған енәйәттең беренсеһе үткән йылдың 1 феврале төнөндә Өфөлә ҡылынған. 23 йәшлек Кәрим Ғимаƒисламов һәм уның 20 йәшлек һөйгән ҡыҙы Елена Мартынюк уйын автоматòары менән мауығыусылар ҡорбаны булды. 31 ғинуар кисендә ғашиҡтар Кәримдең автомобилендә йөрөргә сыға. Уларҙың машинаһы ҡарға бата, һәм Кәрим үтеп барған ике йәш егеттән машинаны этеп сығарыуҙарын үтенә. Егеттәр сит ил машинаһы менән ҡыҙыҡһына башлай. Уларҙың наркоман булыуы һәм уйын автоматòары менән мауығыуҙары арҡаһында бурысҡа батыуҙары асыҡлана. Енәйәтселәр ғашиҡтарҙы ҡала ситенә алып сыға һәм үлтерә, һатыу өсөн сит ил машинаһын урлайҙар. Әммә улар машинаны һатырға өлгөрмәй. Милиция бер ай тигәндә ике енәйәтсене ҡулға ала, уларҙың береһе Рязань өлкәһе территорияһына ҡасҡан була. 30 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Юғары суды 28 йәшлек Владимир Шееферҙы һәм 29 йәшлек Евгений Фадеевты 25 йылға иркенән мәхрүм итте. Әйтергә кәрәк, суд ҡарары көсөнә инмәгән. Юғары судтың матбуғат секретары Евгений Матрос "БАШвестЪ" гәзитенә хәбәр итеүенсә, хөкөм ителеүселәр суд ҡарарына ялыу биргән, һәм хәҙер уларҙың эше Рәсәйҙең Юғары судында ҡарауҙа тора.
       Икенсе енәйәт тә Өфөлә октябрь айында ҡылынған. Хәбәр итеүебеҙсә, баш ҡалала уҡып йөрөгән ике студент ҡыҙҙың мәйете табылғайны. 18 йәшлек Лилиә Хөснөтдинованы һәм Эльза Хәмзинаны йыртҡыстарса язалап үлтергәндәр. Уларҙың мәйете 24 октябрҙә Өфөнөң мосолмандар зыяраты урынлашҡан ерҙән йыраҡ түгел ерҙә табылған. Енәйәтселәр ҡыҙҙарҙың береһен быуып үлтергән, ә икенсеһен - отвертка менән йәрәхәтләп. Был енәйәт енси мөнәсәбәттәргә бәйле ҡылынған. Тикшереү версияһы буйынса, ҡыҙҙар фажиғаға тиклем егеттәр менән танышҡан була, улар ҡыҙҙарҙы енсе яҡынлыҡҡа көсләй, ҡыҙҙар егеттәрҙең теләген кире ҡаға, кире яуап алған егеттәр үс ала. Башҡортостан милиционерҙарына енәйәтселәрҙе асыҡлау һәм эҙләп табыу өсөн бер айҙан артыҡ ваҡыт кәрәк булды. Милиция хеҙмәòкәрҙәре енәйәтселәрҙе Краснодар крайында ҡулға ала. Ҡыҙҙарҙы үлтереүҙә өс кеше әйепләнә, уларҙың эше тикшереү стадияһында. Улар өсөһө лә Өфөнән.
       Енәйәтте тикшереү идаралығы башлығы ҡылынған тағы ла ике енәйәт (улар киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылманы) тураһында бәйән итте. Шулай итеп, Салауатта ҡылынған енәйәттән һуң, дүрт көн тигәндә тағы ла ике ҡатын-ҡыҙҙың (50 һәм 55 йәш) ҡорбан булыуы асыҡлана. Енәйәт ҡылыуҙа гастарбайтер ҡулға алына, ул ҡасандыр үҙ ҡорбанының фатирында ремонт яһаған була. Ә 10 ноябрҙә, был көндө милиционерҙар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй, Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында өс кешене үлтереү асыҡлана. Йәшел йылан менән мауығыусылар араһында һәр саҡ бәхәс ҡуба. Эскән килеш бәхәс барышында 1974 һәм 1975 йылғы ике ир-ат һәм 1971 йылғы ҡатын яҡты донъя менән хушлаша.
       Владислав Горкавцев, енәйәтте тикшереү хеҙмәткәрҙәренең эше тураһында һөйләгәндә, "Бөрө маньягы"н ҡулға алыу тураһында телгә алды. Тикшереү версияһы буйынса, автосервис хеҙмәткәре 2006-2007 йылдарҙа Бөрө территорияһында һәм уның тирә-яғында урындағы ҡыҙҙарға "һунар" иткән. Ул ремонтланған машиналарҙы алып, ҡыҙҙарға йорттарына тиклем килтереп еткереүҙе тәҡдим иткән, аҙаҡ ҡыҙҙарҙы көсләгән һәм үлтергән. "Бөрө маньягы" үткән йылда ҡулға алына, ул биш кешене үлтереүҙә һәм дүрт тапҡыр көсләүҙә ғәйепләнә.
       2004 йылда Бөрөлә енәйәтселәр ҡулынан ете йәшлек малай үлә. Енәйәтте тикшереү идаралығы башлығы был енәйәтте асыу тураһында ла һөйләне. Шиклеләр - бер ир һәм ҡатын - 2008 йылда ҡулға алына.
       - Дөйөм алғанда, енәйәтте тикшереү хеҙмәткәрҙәренең эше менән ҡәнәғәтмен, әммә хәл итәһе мәсьәләләр бар әле, - ти Владислав Горкавцев.
       2008 йылда енәйәт ҡылыу осраҡтары кәмей төшкән. Төбәктә енәйәттәр һаны, 2007 йыл менән сағыштырғанда, 12,5 процентҡа кәмегән һәм 78 мең тирәһе тәшкил иткән. Шуның 40 процентын урлашыу тәшкил итә - 2007 йыл менән сағыштырғанда 20,9 процентҡа кәмегән. Талауҙар һаны 28,5 процентҡа кәмегән. Бәлиғ булмағандар ҡылған енәйәттәр һаны 12,7 процентҡа кәмегән, төркөм менән һәм иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һаны, ярашлы рәүештә, 4,8 һәм 8,9 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта енәйәттәрҙе асыу 8,5 процентҡа үҫкән һәм 63,4 процент тәшкил иткән. 13,5 мең енәйәт енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсө менән асылған.
       Быйыл иҡтисади көрсөк арҡаһында енәйәт ҡылыу осраҡтары артыуы ихтимал. 1990 йылда енәйәт төркөмдәрендә ҡатнашыусылар хөкөм ителгәйне. Был йылдарҙа хөкөм ителеүселәрҙең срогы тамамланыу факты хәлде киҫкенләштереүе бар.
       - Хәҙерге ваҡытта төбәктә тыныс, әммә милиция билдәле саралар үткәрә, оператив характерҙа, һаҡлыҡ саралары комплексы ҡабул итә, - тине Горкавцев.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал