6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Аҡсалар, билдәләр һәм хоҡуҡтар
29.01.09


       Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы унынсы ултырышының төп йомғағы - ағымдағы йылда бюджет дефицитын арттырыу һәм кеше хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын һаҡлау өлкәһендә тотороҡло хәл тураһында белдереүҙәр.
       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев депутаттарҙы төбәктә ҡануниәттәр торошо менән таныштырҙы. Һуңғы йылдарҙа парламентарийҙарҙың эш күрһәткестәре тайпылышһыҙ үҫә.
       - 2008 йылда республика парламенты 113 закон һәм 548 ҡарар ҡабул иткән. Закон ҡабул итеү процесында ҡатнашыусылар эш сифатын күтәрҙе, - тине үҙенең сығышында Константин Толкачев, һәм ҡайһы бер "аҡ тамғалар"ҙы күрһәтте, уларҙы бөтөрөргә кәрәк. - Парламент тыңлауҙары кеүек эш формаһының перспективалары һәм тағы уның үҙләштерелмәгән потенциалы ҡала. Нәҡ уларҙа юғары һөҙөмтәлелек кимәле билдәләнә.
       Үткән йыл республикаға күп яҡшылыҡтар килтерҙе, ә һуңғы көндәрҙә төбәк ҡаҙнаһына - финанс өҫтәмә. Шуға күрә депутаттар яҙғы сессияның беренсе ултырышында уҡ 2009 йылға бюджет тураһында законға төҙәтмәләр индерергә мәжбүр булды. Ҡаҙна күберәк килем аласаҡ, әммә уның сығымдары ла артасаҡ.
       - Бюджет дефициты һандар буйынса ете миллиард һумдан артасаҡ, әммә быйылғы үҙгәрештәр бюджет тураһында закондың тәүге параметрҙарын төҙәтеүҙе күҙ уңында тотмай, - ти БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - финанс министры Айрат Ғәскәров. - Төбәктең төп финанс документында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан йәлеп ителәсәк средстволарҙы сағылдырырға кәрәк - ә улар бер миллиард 401 миллион һум.
       Парламенттың сираттағы ултырышûнда Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный Фәтхлислам Тоҡомбәтов кеше мәнфәғәттәрен боҙоу тураһында бәйән итте.
       - Башҡортостанда кеше хоҡуҡтарын һаҡлау өлкәһендәге хәл - ҡәнәғәтләнерлек, - тип белдерҙе Фәтхлислам Тоҡомбәтов. Ул үҙенең йыллыҡ докладында көрсөк шарттарында граждандарҙан эш биреүселәргә ялыуҙар менән мөрәжәғәттәр ағымы артыуын билдәләп үтте. - 2008 йылда 27 мең граждандың хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу факттары теркәлгән.
       Âласть алдында òөбәк йәмәғәт палатаһыíû¾ Башҡортостан халҡы мәнфәғәтендә иң яҡшы һаҡ кәртәһе булыуы ихтимал. Депутаттар чиновниктар һәм граждандар араһында үҙенсәлекле "аралашсы" эшмәкәрлеген булдырған һәм тасуирлаған республика законын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Хәҙер республика территорияһында дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ябай кешеләр һәм йәмәғәт берекмәләре ҡатнаша ала. Шул уҡ ваҡытта башҡарма властың бөтә закон проекттары һәм норматив хоҡуҡи акттары йәмәғәт эскпертизаһына эләгәсәк.
       Парламентарий ултырышында ике муниципаль законды үҙгәртергә ҡарар ителде. Депутаттар бер төҙәтмә менән төбәк башлығына муниципаль берәмектәргә бюджеттан финанс гранттар бүлергә рөхсәт итте. Икенсе төҙәтмә муниципаль хеҙмәткәрҙәр разряды урынына класс дәрәжәһен (әгәр кеше башҡа дәүләт учреждениеһына күсһә йәки хеҙмәтен ҡалдырһа, ул һаҡлана) булдырыуҙы ҡарай.
       Көн тәртибенең һуңғы пункты күптәр өсөн сюрприз булды. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты "Башҡортостан Республикаһы ҡануниәттәрен үҫтереүгә индергән өлөш өсөн" Почет билдәһен булдырырға тәҡдим итте. Әлегә тиклем парламент ҡарамағында тик Почет грамотаһы ғына бар ине.
       Яңы билдә менән Башҡортостанда дәүләт төҙөлөшөндә, закондар сығарыуҙы, парламентаризмды һәм урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүҙә ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшêœí Рәсәй граждандарынан тыш, сит ил граждандары ла наградланасаҡ. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы бүләкләргә ҡарар иткән граждандар Почет билдәһе менән байрамдарға һәм иҫтәлекле көндәргә, юбилей һәм башҡа әһәмиәтле даталарға ҡарата наградланасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал