6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Ҡала конкурсы иң яҡшы педагогты асыҡлай
29.01.09


       Рәсәй мәғарифы бөгөн ауыр осор кисерә. Шуға күрә ил Хөкүмәтенең бөтә тырышлығы мәғариф системаһын тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Һуңғы йылдарҙа төрлө реформалар үткәрелә, быға "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу булышлыҡ итә. Әммә формалашҡан система менән ҡәнәғәт булмаусылар ҙа юҡ түгел.
       Шуға күрә юғары кимәлдә эшкә тотондолар. РФ Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа үҙенең тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә мәғарифҡа ҙур иғтибар бүлде:
       - Рәсәй мәғариф системаһының элекке уңыштары бөтә донъяла танылды. Бөгөн, ҡайһы бер ыңғай үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, мәғарифта эштәр торошон яҡшы тип әйтеп булмай. Туранан-тура әйтергә кәрәк: беҙ алдынғы позициянан "сигендек". Һәм был беҙҙең конкуренция һәләтлелегенә ҡурҡыныс янай.
       Медведев билдәләүенсә, мәктәп мәғарифына баҫым яһарға кәрәк. Мәктәптә төп ролде уҡытыусылар башҡара, шуға күрә мәктәптәрҙә иң яҡшы педагогтарҙы һаҡлау һәм уларҙың квалификацияһын даими күтәреү өсөн матди яҡтан дәртләндереү системаһын эшләргә кәрәк. Һөҙөмтәлә уҡытыусы йәмғиәттә хөрмәтле фигура булырға тейеш.
       Киләһе йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы йылы тип иғлан ителәсәк. Тимәк, педагогтарға айырым иғтибар бүленәсәк, бөтә саралар уҡытыусыларҙың абруйын күтәреүгә йүнәлтеләсәк. Һәм, әлбиттә, күп йылдар дауамында үткәрелгән "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы төп ваҡиға буласаҡ.
       Ысынлап та, Рәсәйҙә "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы педагогтар араһында, һәм йәмәғәтселек яғынан һәр ваҡыт популярлыҡ менән файҙаланыла. Уға һәр саҡ ҙур әһәмиәт бирелә.
       - Традиция буйынса ҡышҡы каникулдан һуң йыл һайын Өфөлә "Йыл уҡытыусыһы" ҡала конкурсы үткәрелә, - ти Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Гүзәл Исламғәлиева.
       - Уҡытыусыларҙың быйылғы конкурсы 12-се тапҡыр ойошторола. Ошо арауыҡта бәйгелә ҡатнашыусылар һаны 500-ҙән ашыу. Бөгөн төрлө йылдарҙа еңеү яулаған 45 педагог балалар уҡытыу һәм тәрбиәләү эшен дауам итеүҙән тыш, мәғариф системаһын үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Конкурс сиктәрендә 2005 йылдан рус, башҡорт һәм татар телдәре буйынса иң яҡшы уҡытыусылар асыҡлана.
       "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы - педагогтар өсөн мөһим ваҡиға. Уҡытыусыларға үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтеү, башҡа педагогтар менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирелә.
       Ноябрҙә Өфөнөң бөтә райондарында һайлап алыу туры үтте. 81 уҡытыусы араһынан 41 педагог ҡала конкурсына һайлап алынды. Улар араһында "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проекты еңеүселәре (11 педагог) бар.
       - Конкурста предмет-уҡытыусылар ҡатнаша, - ти Гүзәл Исламғәлиева. - Донъялағы финанс көрсөгөнә ҡарамаҫтан, быйыл бәйгелә ҡатнашыусылар һаны үткән йылға ҡарағанда ете кешегә күберәк. Улар араһында йәш педагогтар күп, уларҙың эш стажы биш йыл тирәһе. Уҡытыусыларҙың уртаса йәше - 38 йәш. Конкурсанттар араһында ике ир-ат бар.
       - Гүзәл Сабит ҡыҙы, педагогтарға конкурста ҡатнашыу ниндәй өҫтөнлөк бирә?
       - Бәйгелә ҡатнашыусылар баһалап бөткөһөҙ профессиональ тәжрибә, ышаныс, үҙеңде күрһәтеү оҫталығы ала. Педагогтар тәжрибә үҙләштерә, белем биреү серҙәре менән уртаҡлаша. Һөҙөмтәлә уҡытыусылар ғына түгел, әммә уларҙың уҡыусылары ла ота.
       Һәр конкурсанттың ҡатнашыу өсөн сәбәбе бар. Миҫал өсөн, 83-сө лицейҙың тарих уҡытыусыһы Андрей Носков, ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетын тамамлаған, үҙенең проектын үҫтереү менән шөғөлләнә:
       - Минең өсөн конкурста ҡатнашыу - проект тәҡдим итеү мөмкинлеге, мин әлеге ваҡытта уның өҫтөндә эшләйем, - Башҡортостан тарихы буйынса берҙәм уҡыу әсбабы. Эш шунда, был предметты уҡытыу методикаһы, ул әле мәктәптә ҡулланыла, тыуған яҡ тарихының бөтә потенциалын, күп яҡлылығын асырға булышлыҡ итмәй. Балаларға башҡорттарҙың тарихы уҡытыла, ә республикала йәшәгән башҡа милләткә иғтибар бирелмәй тиерлек. Мин быны үҙгәртергә теләйем. Бынан тыш, был предметты уҡытыу методикаһына минең үҙ ҡарашым бар. Уҡыусылар менән төрлө ҡыҙыҡлы дискуссиялар үткәрәм. Беҙ төрлө тарихи факттарҙың дөрөҫлөгөн асыҡларға тырышабыҙ. Дәреслектәр беҙгә бөтәһен дә бирмәй. Шуға күрә мин был проектты үҫтерергә теләйем. Һәм был конкурс миңә ярҙам итер, тип уйлайым.
       Традиция буйынса "Баш ҡала йыл уҡытыусыһы" ҡала конкурсы өс турҙа үткәрелә. Баштағы этапта конкурсанттар тәҡдим иткән материалдар ҡарала һәм баһалана. Бәйгенең икенсе турында уҡытыусылар таныш булмаған класта асыҡ дәрес үткәрергә тейеш, аҙаҡ педагогик концепция нигеҙендә үткәрелгән дәрескә анализ бирә. Дәрестә уҡытыусы профессиональ оҫталыҡ кимәлен һәм инновацион технологиялар менән файҙалана белеүен күрһәтергә тейеш.
       - "Сәнғәт", "мәҙәниәт", "йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре" предметтары һәм башланғыс белем биреү буйынса дисциплина-ара комиссиялар булдырыу - былар ҡала конкурсының яңылығы, - ти Гүзәл Сабит ҡыҙы. - Комиссиялар функцияһына асыҡ дәрестәрҙә уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын баһалау инде. Уның составында ғалимдар, атҡаҙанан мәғариф хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, ҡала конкурсы еңеүселәре эшләй.
       Икенсе турҙан һуң жюри иң күп балл йыйған ун педагогты һайлап ала. Улар һынауҙың финал өлөшөндә ҡатнаша.
       - Өсөнсө тур "Уҡытыусы-мастер" тип атала, һәм ул өс этапта үтә, - тип аңлата Гүзәл Сабит ҡыҙы. - Унда ҡатнашыусылар предмет-уҡытыусылар өсөн сиратлап мастер-класс үткәрергә һәм лекция менән сығыш яһарға тейеш. Шунан һуң иң күп балл йыйған биш уҡытыусы "Йыл уҡытыусыһы" исеменә дәғүә итәсәк. Улар конкурс лауреаттары тип табыласаҡ, һәм улар "Фекер алышыуҙар" тип аталған йомғаҡлау этабында ҡатнаша. Был заданиеға блиц-һорауҙар, билдәле тема буйынса дискуссия, жюри ағзалары һәм журналистарҙың һорауҙарына яуаптар инә. Фекер алышыуҙы үткәреү уҡытыусының киң белемлелеккә эйә булыуын, уның дөйөм мәҙәни кимәлен асыҡларға булышлыҡ итә.
       Һөҙөмтәлә иң яҡшы педагог "Баш ҡала йыл уҡытыусыһы-2009" исеменә лайыҡ була һәм конкурстың төбәк этабында ҡатнашыу хоҡуғы ала. Әммә төп номинацияларҙан тыш еңеүселәр "Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы", "Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы", "Иң яҡшы татар теле уҡытыусыһы" номинациялары буйынса асыҡланасаҡ. Иң яҡшы педагогтарҙың исемдәре 25 февралдә иғлан ителә.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал