6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хеҙмәт баҙары

Беҙгә эшһеҙлек янаймы?
29.01.09


       Эшһеҙлек... Донъялағы финанс көрсөгө хөкөм һөргәндә был етди проблема šàíàëà. Әгәр долларҙың үҫеүе беҙгә әлегә зарарһыҙ булһа (харап икән, сәсте күпертеү өсөн француз шампунен һатып алмабыҙ), "штатты ҡыҫҡартыу буйынса" эштән китеүҙән бер кем дә страховкаланмаған.
       Эшһеҙлектең артыуы тураһында йыш ишетеп торабыҙ. Илдә күпләп эштән ебәреүҙәр башланһа? Әгәр ярты ставкаға ҡалдырһалар йәки түләүһеҙ отпускыға ебәрһәләр? Дөйөм алғанда, ҡот осҡос һәм аҡылдан яҙырлыҡ - быларҙың бөтәһен дә шулай атап була.
       Кеше психологияһының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы журналистарҙың БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов менән осрашыуын ойошторҙо. Ул ведомствоның эше тураһында һөйләне:
       - 2008 йыл йомғаҡтары буйынса республикала 30 мең эшһеҙ теркәлгән. Был иҡтисади йәһәттән әүҙем халыҡтың 1,51 проценты. Был һандар күпмегә ҙур? 2007 йылдың нормативтарын иҫкә төшөрһәк, улар максимум 1,5 процент тәшкил итә.
       Хәҙер күҙаллауҙар тураһында. 2009 йылда Башҡортостанда дөйөм эшһеҙлек 7,1 процент (150 мең кеше) тирәһе тәшкил итеүе ихтимал. Һаҡлыҡ саралары позицияһынан сығып эш иткәндә, һандарҙы запас менән килтерергә кәрәк.
       Иҡтисадсы йәки бухгалтер позицияһынан был дөрөҫ булырмы? Бәлки, дөрөҫ тә булмаҫ. Эшһеҙлек - күп факторлы күренеш һәм тотош иҡтисад торошо менән билдәләнә. Миҫал өсөн, үткән йылдың сентябрендә был коэффициент 5,2 процент тәшкил итте (138 мең кеше). Киләһе үлсәм 2009 йылдың апрелендә үткәрелә, һәм был һандар ниндәй булыр, беҙ әлегә белмәйбеҙ.
       - Республика һәм федераль кимәлдә эшһеҙлек киҫкен арта ҡалһа, был осраҡта ниндәй саралар ҡабул ителә?
       Халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеүҙә бөтә вәкәләттәр - ул федераль үҙәктең айырым хоҡуғы. Рәсәй Хөкүмәте көрсөк эҙемтәләрен еңеләйтеү йәһәтенән һөҙөмтәле саралар ҡабул итә, һәм төп сара - ул Рәсәй хеҙмәте бюджетын арттырыу. Атап әйткәндә, мәшғүллек өлкәһендә көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында төбәктәрҙе субсидиялау күҙ ó¾ûíäà тотола. Был маҡсатҡа 43 миллиард һум ҡаралған.
       Һәр төбәк үҙенең яҡлау программаһын федераль кимәлгә тәҡдим итергә тейеш. Башҡортостан үҙенең программа проектын 15 ғинуарҙа тәҡдим итте - унда һалынған сумма 700 миллион һумдан ашыу. Был средстволарҙың 240 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан бүленә, ҡалған өлөшө - федераль бюджеттан.
       Финанс көрсөгө ауыл ерендә йәшәгәндәрҙе лә урап үтмәй. Шуға күрә 240 миллион һумдың 200 миллионы - шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға лизингҡа тапшырыу өсөн ауыл хужалығы техникаларын һатып алыуға аҡсалар. Был кешеләр үҙҙәренең мәшғүллеген тәьмин итһен өсөн эшләнелә.
       - Хеҙмәт баҙарын закон яҡлауы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
       Был, иң элек, эшһеҙлек буйынса пособие күләмен арттырыу. Хәҙер иң юғары планка 4900 һумға етә, ә беҙҙең төбәк өсөн Урал коэффициентын иҫәпләгәндә - 5635 һум. Ни өсөн пособие артты? Эш шунда, эш юғалтыусылар араһында юғары түләүле вазифала булған кешеләр - иҡтисадсылар, банк хеҙмәткәрҙәре, PR-белгестәре булыуы ихтимал. Элек теркәлгән эшһеҙҙәрҙең күбеһе иң аҙ һәм уртаса пособие ала ине, хәҙер был кешеләрҙең 35 проценты иң юғары пособие аласаҡ.
       Бынан тыш, көрсөк шарттарында эш юғалтҡан кешеләрҙе социаль яҡлау көсәйтелде. Көрсөк шарттарында һәр ерҙә тиерлек "үҙ теләге буйынса" эштән ебәреү башланды. Йәшерен сәбәп аңлашыла - эш биреүселәр аҡса түләргә теләмәй. Быға ҡаршы булараҡ "үҙ теләге буйынса" һәм "штатты ҡыҫҡартыу һәм ликвидация буйынса" эштән китеүселәрҙең хоҡуҡтары тигеҙләнде. Был етди социаль яҡлау!
       - Үткән аҙнала Профсоюздар федерацияһы Президент Медведевҡа асыҡ хат áà¿òûðûï ñûàðƒû. Хатта, республикала, рәсми күрһәткестәр буйынса, яҡынса һигеҙ мең кешене ҡыҫҡартыу планлаштырыла, тиелә. Был һан дөрөҫмө һәм был кешеләрҙе эшкә урынлаштырûу планлаштырыламы?
       - Һандар дөрөҫ. Бынан тыш, тағы 22 мең кеше тулы булмаған эш аҙнаһына күсерелде. Эйе, был процестар бара, әммә был хеҙмәт баҙарында емерелеү бара тигәнде аңлатмай. Республикала оператив иғтибар итеү өсөн аҙна һайын мониторинг урынлаштырыла.
       Эшкә урынлаштырыуға килгәндә, мәшғүллек тураһында законға өҫтәмә үҙгәрештәр индерелде - хәҙер һәр предприятие үҙенең вакансиялары тураһында эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенә ваҡытында хәбәр итергә тейеш. Был граждандарҙы оператив эшкә урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам итәсәк.
       Бынан тыш, "йәмәғәт эштәре" тигән төшөнсә бар, ул юғары квалификация (ремонт, төҙөлөш, төҙөкләндереү эштәре) талап итмәй. "Йәмәғәт эштәре"нә эштән китеү ҡурҡынысы янаған кешеләр йәлеп ителә. Эш хаҡы 6200 һумдан кәм түгел. Бындай эш менән 2,5 меңдән ашыу кешене йәлеп итеү планлаштырыла.
       Тағы бер сара - алдан уҡытыу. Уҡытыу өсөн кешеләр урындарҙа эш менән тәьмин итеү хеҙмәттәре тарафынан һайлап алына. Әлбиттә, республикала мигранттар һанын кәметеү буйынса саралар ҡабул ителәсәк.
       - Ниндәй предприятиеларҙа эштән ебәреү көтөлә?
       - Улар, беренсенән, машина эшләү комплексы предприятиелары, шулай уҡ машина эшләү өлкәһендә юғары интеграциялау компаниялары. Нефть эшкәртеү һәм энергетика өлкәһе әлегә ҡала һәм тейешле сигнал бирмәй. Дөйөм алғанда, аныҡ предприятиеларҙы атау кәрәк булмаҫтыр - бындай белдереүҙәрҙән халыҡ массаларының сыуалышы китә бит.
       - Республикала яңы эш урындары булдырыу перспективалары ниндәй?
       - Тиҫтәгә яҡын яңы предприятиелар асыла - улар керамик плиталар заводы, трансформатор заводы, гипс-ҡатырға һәм кирбес заводтары. Металлургияла өҫтәмә цехтар (яңы технологияларҙы йәлеп итеүгә бәйле) булдырыла. Былар барыһы ла йыл һайын республикаға һигеҙ мең урын тәҡдим итеү мөмкинлеген бирә. Тағы бер плюс, шулай уҡ әһәмиәтле - бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың барлыҡҡа килеүе.
       - Эш юғалтҡан осраҡта, ниндәй профессияға яңынан уҡырға кәрәк?
       - Был профессияларҙың структураһы баҙар ихтыяждарына тура килә. Улар, башлыса, төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Тағы бер мөһим йүнәлеш - квалификацияны күтәреү. Әйтергә кәрәк, республика программаһына ярашлы ÿ¾ûíàí óºûòûóà сығымдар ике тапҡырға артасаҡ (үткән йылда 100 миллион һум ине, 2009 йылда - 200 миллиондан ашыу). Кеше яңы профессияны өс айҙа үҙләштерә, уға стипендия түләнә. Әйткәндәй, яңы квалификация алған кешеләрҙең 80 проценты эшкә урынлаша.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал