6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Сержант Поповтың Дан ордендары
28.01.09


       Поповтар - Башҡортостан өсөн билдәле фамилия. Бөрө районынан Андрей Федорович Поповҡа, Өфөнән Геннадий Петрович һәм Николай Ильич Поповтарға Бөйөк Ватан һуғышы фронтында Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Петр Дмитриевич Попов Дан орденының тулы кавалеры.
       Петр Дмитриевич 1924 йылдың 28 ғинуарында Өфөлә тыуған. Петр сығышы менән эшсе ғаиләһенән. Атаһы - Дмитрий Акимович Өфө тимер юл оҫтаханаһында эшләгән. Тулы булмаған урта мәктәптә бишенсе синыфты һәм фабрика-завод мәктәбен тамамлағас, улы атаһына ярҙамға килә. Хәҙер ул Өфө паровоз-ремонт заводы. Алты бала тәрбиәләгән ғаиләгә йәшәүе бер аҙ еңеләйә төшә. Хеҙмәт көнөнән һуң өлкән һәм кесе Поповтар заводҡа үтеү юлынан бергә сыҡты. Йырҙа йырланғанса, завод үткәле Петр Поповты кешеләр янынан алып сыҡты. Башта ул слесарь булып эшләй, аҙаҡ - токарь.
       Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы көтә. Уға 16 йәш тула, ул - эшсе, әммә саҡырыу ҡағыҙы һаман юҡ. Петр, ниһайәт, 1942 йылда ҡағыҙ ала. Петр Попов завод һәм иптәштәре менән хушлаша. Әммә ул шунда уҡ фронтҡа эләкмәй. Уға бер йыл самаһы полк мәктәбендә уҡырға тура килә. Унда Петр "бәләкәй артиллерия"ны - танкыға ҡаршы ҡоралды үҙләштерә. Унан шәп бронебойщик сыға, сөнки ул үҙен тыуған заводында уҡ йыйнаҡ, тиҙ аңлап алыусан егет итеп күрһәтеп өлгөргән була.
       1943 йылда сержант П.Д. Попов фронт линияһына эләгә. Әммә ошо ваҡыт эсендә лә ул армия тормошондағы ауырлыҡтарҙы татып өлгөрә. Ул бронебойщик була. I, IV Украина фронттарында танкыға ҡаршы ҡорал бүлексәһе командиры, разведка взводы командиры ярҙамсыһы булып һуғыша.
       Курс дуғаһында барған һуғыш Петрҙың хәтерендә ҡала. Фашистарҙың өс танкыһы бронебойщик Поïовтың позицияһына шыуыша. Башта ул ҡаушап ҡала һәм яҡынлашып килгән танкыға ҡаршы һуғыша башлай, әммә танкыға ҡаршы ҡоралдың туп-тура броняға көсө етмәй. Йомшаҡ урындарға тоҫҡарға кәрәк тә бит. Һәм Петр Попов шулай итә лә инде. Дошман танкы ҡабырғаһын ҡуйғас, Петр танкыға ҡаршы ҡоралдан ата башлай. Шартлау ишетелә. Тәгәрмәс сылбыры өҙөлгән танк бер урында өйөрөл³ï é³ð³é. Сержант тағы бер танкты яндыра. Бөтәһе лә яҡшы булыр ине, әгәр бронебойщик үҙе яраланмаһа. Петр Попов госпиталгә эләгә.
       Дауаланғандан һуң уны взвод командиры итеп ҡуялар. Петр Попов командалыҡ иткән бронебойщиктар взводы данлана. Уны иң ауыр участкаларға ебәрәләр. 1944 йылдың апрелендә уға Көнбайыш Украинала Станислав ҡалаһы (хәҙерге Ивано-Франковск) янында аяуһыҙ көрәш алып барырға тура килә. Дошман танкылары беҙҙең позицияға ынтыла. Беҙҙең бронебойщиктар уларҙы кире ҡаға.
       Сержант был көрәштә ҡаты яралана һәм тағы ла ике айға госпиталгә эләгә. Госпиталдән һуң командование бойороғо буйынса Пåòð Дìèòðèåâè÷ Попов "белемен камиллаштыра". Бронебойщик түгел, ә разведчик була. Әйткәндәй, был турала ул үҙе лә хыялланған.
       Петр Дмитриевич Попов Дан орденының тулы кавалеры. СССР Юғары Советы Президиумы 1943 йылдың ноябрендә I, II, III дәрәжә Дан орденын булдырыу тураһында Указ ҡабул итә. Дан орденының тулы кавалеры булыу өсөн, башта III дәрәжә Дан орденына лайыҡ булырға кәрәк, аҙаҡ - II дәрәжә, унан һуң - I дәрәжә Дан орденына.
       Петр Попов ниндәй батырлыҡ өсөн III дәрәжә Дан орденына лайыҡ булған? Был турала наградлау документында ҡыҫҡа әйтелгән:
       "1944 йылдың 29 сентябрендә һуғышта 229-ñû уҡсылар полкының (IV Украина фронты) йәйәүлеләр разведкаһы взводы разведчигы сержант П.Д. Попов полкта тәүгеләрҙән áóëûï СССР һәм Венгрия дәүләт сиген сыҡты һәм үткәрелгән разведка һөҙөмтәһендә Венгрияла Коряшмез ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ ҡаршы торған дошмандың урынлашыуын һәм óíû¾ һанын билдәләне. Һуғыш ваҡытында дошмандың ике һалдатын юҡ итте".
       Петр Дмитриевич был операцияла ҡыйыу эш иткәне өсөн 1944 йылдың 8 октябрендә III дәрәжә Дан ордены менән наградлана.
       Эш башы изге була. Һуғыш дауам итә. Яҡташыбыҙ ҡыйыу көрәшә. 1944 йылдың 6 декабрендә сержант П.Д. Попов төньяҡ-көнбайышта барған һуғышта разведчиктар төркөмө менән немецтарҙың траншеяһына яҡынлаша һәм уларға гранаталар ырғыта. Автомат уты менән өс кешенән торған дошман пулеметы иҫәбен юҡ итә һәм бер фашисты әсирлеккә ала.
       1945 йылдың 15 февралендә П.Д. Попов күрһәткән батырлығы өсөн II дәрәжә Дан ордены менән наградлана.
       Ҡан ҡойғос һуғыш аҙағына яҡынлаша. Фашистар беҙҙең яугирҙарҙы юҡ итергә ынтыла. Һәм бына 1945 йылдың 25 апрелендә, уҡсылар подразделениеһы һөжүмгә барған ваҡытта, юлда дошмандың ҡурғауылы менән бейеклек күренә. Рота һөжүмгә күтәрелә, фашистарҙың пулеметы беҙҙекеләрҙе ҡыйратырға ынтыла. Петр Попов фашист пулеметсылары торған урынды билдәләй. Ул һиҙҙермәйенсә генә ут нөктәһенә шыуыша, окопҡа танкыға ҡаршы граната ырғыта һәм автоматтан ике немец офицерын юҡ итә алды.
       П.Д. Попов был батырлығы өсөн I дәрәжә Дан ордены менән наградлана. Шулай итеп ул Дан орденының тулы кавалеры була.
       Сержант Попов һуғышты Прагала тамамлай. Еңеүҙән һуң ул Башҡортостанға ҡайта. Петр Попов өйрәнгән эшенә яңынан тотона, ул Өфө паровоз-ремонт заводында эшләй. Павлов ГЭС-ын, 4-се ТЭЦ-ты төҙөй. Пенсияға сыҡҡас, Бөрө ҡалаһында йәшәй. Ул 1991 йылдың 9 июлендә Бөрөлә вафат була. Петр Дмитриевич Попов ғүмеренең аҙағына тиклем эшсе булып ҡалды.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал