6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Рус драма театрында - яңы тамаша
28.01.09


       БР Рус дәүләт академия драма театры репертуарында яңы тамаша. Ошо көндәрҙә Ҙур сәхнәлә "Һауа музыкаһы" спектакленең премьераһы булды. Кен Людвиг пьесаһын Өфө тамашасыһы Михаил Мишин тәржемәһендә күрҙе. "Һауа музыкаһы" спектаклен Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, театрҙың баш режèссеры һәм директоры Михаил Рабинович сәхнәләштергән.
       Театр етәксеһе үҙенең ижади командаһына Мәскәү рәссамдарын Вячеслав Видановты һәм Ольга Ғималетдинованы саҡырған. Спектаклдә актерҙарҙан Галина Мидзяева, Владимир Латипов-Догадов, Ирина Агашкова, Александр Федеряев, Александрина Баландина, Рөстәм Ғайсин һәм башҡалар ҡатнаша.
       Маэстро Рабинович 2007 йылдағы "Сәхнә артында тауыш" премьераһы темаһына яңынан мөрәжәғәт итте. Уны Италия режèссеры Паоло Эмилио Ланди һәм рәссам Санти Миньеко танытҡан ине. Óë ñàºòà, áèê ê¼ï ºàðàøòàðƒû è¿œïêœ àëûï, íимә ул театр, ул нимәгә кәрәк, сәхнәләге күренешòå¾ кемгә ò³áœëå¼å òóðàšûíäà ò³ïë³ š³éëœø弃œð - былар бөтәһе лә тамашасы өсөн асыш áóëäû.
       "Сәхнә артында тауыш" үҙенең композицияһы буйынса рус уйынсығына - матрешкаға оҡшаған. Ҡурсаҡты асаһың, ә уның эсендә тағы бер уйынсыҡ бар, ә уның эсендә - икенсеһе, тағы асаһың - яңынан ҡурсаҡ килеп сыға... Тамаша ла шулай әкренләп асыла килә - беренсе һын асыла, һәм публика спектакль репетицияһындамын тип аңлай, аҙаҡ икенсеһе - һәм күренеш бай йортҡа күсә, өсөнсөһөндә - тулы буталсыҡ иллюзияһы тыуа, һәм тамашасылар тын да алмай тиерлек ваҡиғаларға иғтибар итә. Артабан асып булмаҫтай кеүек күренә - һын шул хәтле бәләкәй, унда тағы бер ҡурсаҡ һыймаҫ кеүек, юҡ, һәм ул асыла. Спектаклдә лә шулай уҡ яңы деталдәр, нескәлектәр, төҫтәр табылып тора.
       Театр һайлаған тема ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс, һәм шул уҡ ваҡытта төптән уйланырға кәрәк булды. Ижад кешеләренә уның тураһында һөйләргә, ә йәмәғәтселеккә берәй яңы тулылыҡты белергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә 2008 йылда рус драма театры тамашасылар хөкөмөнә "Мөһим булмаған ниәттәр" тигән спектакль тәҡдим итте. Уны режиссер Олег Скивко сәхнәләштергән, унда төп героиня - элекке актриса Һәм уның өйөндә барған бөтә ваҡиға, реаль тормошҡа ҡарағанда, күберәк спектаклгә оҡшаған.
       Михаил Рабинович үҙ сиратында Америка драматургы Кен Людвиг ижадына, уның пьесаһы театрҙың бөйөклөгөнә арнала, мөрәжәғәт иткән. Пьеса актер ғаиләһе тураһында хикәйәләй, ул провинциÿ сәхнәšåíäә сәнғәт булдыра. Улар ниндәйҙер мәғәнәлә патриоттар, сөнки, төпкөл ерҙә була тороп, классика әҫәренә мөрәжәғәт итә һәм үҙ эшен ярата. Джорж һәм Шарлотта Хэй тормошта ғына түгел, әммә сәхнәлә лә һәр саҡ бергә, шуға күрә йорт һәм сәхнә араһындағы сик юҡҡа сыға, бындағы көнкүреш бөйөк театрҙың осошо ул, ә тамашалар реаль тормошто хәтерләтә. Геройҙарға шунда уҡ күңел ята, сөнки, михнәттәргә, ҡырҡа үҙгәрештәргә һәм бәхәстәргә ҡарамаҫтан, улар бер-береһен ярата, яйға šала һәм ғәфү итә белә.
       - Беҙҙә нимә, проблемалар ҙурмы? Ғәҙәттәгеләр. Һәр саҡ йырып сыға алдыҡ һәм хәҙер ҙә иҫән ҡалырбыҙ! - төп герой әйткән һүҙҙәр был ғаиләне ҡылыҡһырлай.
       Әммә уларҙың ҡыҙы Розалинда, ул матур әҙәбиәттә, мәҙәни мөхиттә үҫкән, театрға хеҙмәт итергә теләмәй, һәм киноны үҙ тормошонда эш тип һанай. Пол күптән инде Розалинданы ярата. Ә ҡыҙыҡай уның ата-әсәһенең иғтибарын һанға ҡуймай, телевидениела һауа торошон уҡыған дикторға ғашиҡ була.
       Бөтә персонаждар тормошҡа ғашиҡ һәм юморға бай булыуҙарын күрһәтә. Уны Шарлоттаның әсәһенән - Этелдән алам тимә, уға ғаиләлә төп роль бирелгән. Этель ролен Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Галина Мидзяева башҡара. Владимир Латипов-Догадов башҡарыуында үткер Джорж Хэй ҙа күңелде арбай. Ирина Агашкованың героиняһы - Шарлотта Хэй бик матур һәм таң ҡалдырғыс, Розалинда ролендә Анна Бурмистрова һөйкөмлө һәм иҫ киткес.
       Тарих артистар ғаиләһендә барғас, уның ныҡлығын тикшереү театрҙа үтә. Ғаилә ағзалары, шулай уҡ яҙмыш ҡушыуы буйынса уларҙың йортонда булғандар, спектаклдә ҡатнаша, унда, уларҙың фекеренсә, Нью-Йорктан билдәле режиссер ҙа бар. Театр аныҡ төҙөлгән композицияны ярата, һәм хатта импровизация алдан әҙерләнгән һәм яҡшы репетиция яһалған булырға тейеш. Шуға күрә сәхнәлә төрлө спектаклдәр коктейлы мәлендә, уға артистарҙың шәхси һөйләшеүҙәре лә ҡушыла, тамаша залында көлөү тынмай. Әммә, беренсе ҡарашҡа шулай күренһә лә, был конфуз артистар өсөн ыҙғыш алмаһына әүерелмәй, ә киреһенсә, уларҙы берләштерә һәм туплай. Һәм шул саҡ һауанан музыка ағыла, һәм бөтәһе лә балҡып китә.
       "Һауа музыкаһы" - классик спектакль, ул өс сәғәт дауам итә. Спектакль талғын, тулы. Шуға ҡарамаҫтан, ул бик шәп репликалар, һәм артистарҙың шәп уйнауы ярҙамында еңел ҡабул ителә, уларҙың күбеһе афоризм була ала. Премьерала була алмағандар спектаклгә билет тураһында алдан хәстәрләһен ине, сөнки рус драма театрында барған тамашалар һәр саҡ аншлаг менән үтә. Тамашасылар "Һауа музыкаһы" спектаклен 8 февралдә ҡарай ала.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал