6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Чудов ял итергә теләй
28.01.09


       Чудовтың шәхси тренеры Виктор Никитин хаҡ ине - Антерсельвела үткән донъя кубогының алтынсы этабында Максимдан юғары күрһәткестәр көтмәнек. Иң яҡшы старт - күп кеше ҡатнашҡан уҙыш.
       Бөтәһе лә спринттан башланды. Чудов ҡына түгел, әммә бөтә Рәсәй биатлонсылары призлы өсәүҙән дә, һәм сәскәле алтауҙан да ситтә ҡалды. Ә беҙ нимәгә өмөтләнә инек һуң? Италия тауҙарының шыйығайтылған һауаһы - ул беҙҙең территория түгел. Донъя чемпионаты яҡынлаша, шуға күрә егеттәргә көсөн һаҡларға кәрәк.
       Максим Чудов Рәсәй биатлонсылары араһында икенсе һөҙөмтә күрһәтте, ул Евгений Устюговтан ҡалышты. Улар тәүгеләрҙән булып старт алды, йомғаҡлау протоколында ла улар бер-бер артлы килә. Уларға ауырға төштө - дәғүәселәр уларҙың ваҡыты буйынса йүнәлеш алды. Устюгов, ул 11-се рәт номеры менән сығыш яһаны, үтә тиҙ атыу булмаһа ла, әммә теүәл атыу күрһәтте. Рәсәй биатлонсыһы финишҡа һигеҙенсе ваҡыт менән килде. Евгенийҙың еңеүсенән ҡалыуы 29,2 секунд тәшкил итте.
       Максим Чудов ятҡан килеш атыуҙа биш тапҡыр сәпкә тейҙерҙе, ә бына икенсе атыу рубежында бер тапҡыр яҙа атты. Штраф әйләнәһен үтеүгә сарыф ителгән 20 секундты алып ташлаған хәлдә лә, Максим пьедесталға етә алманы. Чудов 13-сө һөҙөмтә ваҡытын күрһәтте.
       13 - проблема түгел. Аҙаҡ пасьют булды, бында дәғүәселәр менән кемуҙарҙан йүгерәләр. Әммә бында ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алманы. Дүртенсе рубежға тиклем бөтәһе лә яҡшы ине, һәм бына һиңә - өс яҙа атыу. Һөҙөмтәлә тик 15-се урын. Уңышһыҙлыҡ түгел әлбиттә, әммә Чудовтың осошо һиҙелмәй.
       Масс-стартта Максим бөтәһе тураһында еңелсә оноторға ҡарар иткәндер, моғайын. Беренсе рубежда бөтәһе лә аныҡ эшләнелде тип әйтеп булмай - ике яҙа атыу. Әммә яҡшы йүгереү һәм икенсе һәм өсөнсө таҙа атыуҙар Чудовты лидерҙар төркөмөнә алып сыҡты.
       Бөтәһе лә һуңғы атыу рубежында башланды. Уҙышта лидерҙарҙың береһе лә бөтә сәпте ҡаплай алманы. Иван Черезов, Кристоф Штефан, Томаш Сикора, Уле-Айнар Бьорндален, Тобиас Эберхард һәм Максим Чудов берәр тапҡыр яҙа атты. Улар штраф әйләнәһен йүгергән ваҡыт араһында, биш атыуҙы сәпкә тейҙергән тағы өс биатлонсы - австриялылар Кристоф Зуманн, Даниэль Мезотич һәм Доминик Ландертингер алтын өсөн көрәшә башланы. Был әфәнделәр юғарыла әйтелгән алтауға яҡынайҙы, һәм Зуманн көслөләр хоҡуғында төркөмдө етәкләне.
       Иван Черезов Зуманды ҡыуа төштө. Башҡа биатлонсылар ҙа ситтә ҡалманы һәм дөйөм тырышлыҡ менән Кристофты ҡыуып етте. Австрия биатлонсыһы Доминик Ландертингер һуңғы төшөү юлында лидерлыҡ вахтаһын ҡабул итте, уның артынан немец Кристоф Штефан йүгерҙе, уны, үҙ сиратында, Иван Черезов эҙәрлекләй ине.
       Һуңғы йөҙ метрҙа Штефан һөжүм итә башланы. Ландертингер үтә ҡыйыу ҡаршылыҡ күрһәтте, һәм донъя кубогында беренсе еңеү уның кеҫәһендә кеүек тойолдо - Доминик хәл итәсәк йөҙ метрға беренсе булып сыҡты. Әммә Штефан австриялыны ҡыуа төштө. Ландертингер хәрәкәтендәге бер тотҡарлыҡ Кристофҡа үҙенең оппонентын 20 секундҡа уҙып китеү өсөн етте.
       "Бронза" өсөн Черезов һәм Бьорндален араһында көрәш киҫкен барҙы. Тәжрибәле норвег Рәсәй биатлонсыһына бер ниҙә ҡаршы ҡуя алманы. Иван норвегты һуңғы боролошта уҙып китте.
       Чудовҡа көслө конкуренттар төркөмөнән алға сығырға ауыр ине. Ул бөтә көсөнә йүгерҙе һәм алтынсы булды. Дүрт рубежда өс яҙа атыу - был яҡшы. Уның тиҙлеге лә ҡыуандыра - айырыуса дүртенсе атыу рубежы алдынан һәм һуңынан.
       Чудов үҙенең сығышы тураһында нимә уйлай икән? Һүҙ - уға:
       - Этаптың һуңғы уҙышы, йәкшәмбе масс-старты, нәҡ мин яратҡанса булды. Дистанция оҙон булғанда, мин, бәлки, егеттәргә тартылыр инем. Нисек кенә тимә, мин һөҙөмтә менән ҡәнәғәт, өс тапҡыр яҙа аттым, шуның икеһе - бер рубежда. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин атыуҙы ышаныслы үткәрҙем - спринтҡа һәм пасьютҡа ҡарағанда күпкә ышаныслыраҡ. Бында килгәс, мин тәүге ике көн тәнтерәкләп, ян-яҡҡа сайҡалып тигәндәй йөрөнөм...
       Ике көн койканан тормай шул килеш яттым. Аңлап булмай - ни өсөн? Үткән йылда бөтәһе лә һәйбәт булды, һәм унан алдағы йылда, донъя чемпионатында хәлем ғөмүмән супер булды, ә быйыл - бына шулай...
       Был нимә менән бәйле, мин быны аңлата алмайым...
       Донъя чемпионатына һәм донъя кубогының ҡалған этаптарына көсөм етер тип уйлайым. Өфөлә үтәсәк Европа беренселегендә, үкенескә ҡаршы, мин сығыш яһамайым, әммә унда мотлаҡ буласаҡмын. Бөтә сараларҙа ла - Европа беренселеген асыуҙа һәм ябыуҙа ла. Ниндәйҙер тантананы алып барыу идеяһы менән әлегә мөрәжәғәт иткәндәре юҡ, әммә, уйлауымса, улар буласаҡ. Йәш биатлонсыларға күп тапҡыр донъя чемпионы ҡулынан приз алыу күңелле булыр, бәлки. Миңә, моғайын, күңелле булыр ине.
       Өфөлә тулыһынса ял итергә, ата-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым менән аралàшырға теләйем. Миңә улар менән аралашыу көс бирә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал