6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Ленинград блокадаһын өҙөү
27.01.09


       Бөгөн, 27 ғинуарҙа, Нева йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала тәҙрәләрендә киске сәғәт етелә ут һүнәсәк, май шәме ҡабыҙыла - 871 блокада көнө иҫкә алына. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тапшырыуҙар каналы буйынса бер минут дауамында метроном тыҡылдатасаҡ. Билдәле метроном 1500 репродуктор аша ҡаланы бомбаға тотоу тураһында хәбәр иткән. Тиҙ ритм һауа тревогаһын белдергән, әкрен - ҡайтауыллау.
       Мин бала саҡта йәшәгән йортта, ул ²ô³ëœ Ленин һәм Чернышевский урамдары мөйөшөндә урынлашҡан, һәр бишенсе фатирƒà Ленинград блокадаһын күргән ғаиләләр ине: Ястребовтар, Москалевтар, Комиссаровтар, Родзикиҙар, Фәттәховтар, Королевтар... Ҡайһы берҙәре Ленинград блокадаһын күргән, башҡалары һуғыш башында Өфөгә эвакуацияланған. Был йортта фронтовиктар - Фәриҙә Усманова, Бикбулатов йәшәгән, улар Волхов фронты составында Ленинградты азат итеүҙә ҡатнашҡан.
       1941 йылдың 8 сентябрендә Ленинград ил менән бәйләнешһеҙ ҡала. 871 көн дауамында.
       Фашистар Исаакиев соборының көмбәҙен ябай күҙ менән күргән. Ленинград халҡы урам һуғышына әҙерләнгән, урамдарҙа дзоттар, баррикадалар һәм танкка ҡаршы кәртәләр төҙөгән. Суворов, Кутузов, Барклай де Толли һәйкәлдәрен аңлы рәүештә асыҡ ҡалдырғандар.
       Ҡалала блокада башланғансы ике миллион 544 мең кеше йәшәгән, улар араһында - 400 мең бала. Шуның йөҙ меңе эвакуациялана. Һыуыҡтар башланғас, тимер мейескә ултырғыстарҙы һәм шкафтарҙы, матрастарҙы, аҙаҡ китаптарҙы яға башлайҙар. Аслыҡтан һәм һыуыҡтан ғаилә-ғаилә һәләк булған.
       "Утлы һәм ҡанлы 125 блокада грамын бүлешәбеҙ"
       Вера Ивановна Ястребова Ленинградта блокада ҡамауында булған. Уның һөйләгәне онотолмай. "Беҙҙең ҙур ғаиләнән беҙ ҡыҙым Наташа менән генә иҫән ҡалдыҡ. Өлкәндәр үлåð àëäûíàí: "Баланы һаҡла", тип үтенде. 1941 йылдың 20 ноябренән иң ауыр көндәр башланды - паек кәметелде. Эшселәргә тәүлегенә 250 грамм икмәк бирҙеләр, беҙгә - хеҙмәткәрҙәргә, кемдеңдер ҡарамағындағы кешеләргә һәм 12 йәшкә тиклемге балаларға - 125 грамм. Икмәккә целлюлоза һәм бысҡы онтағы өҫтәйҙәр ине. Ошондай киҫәкте алыр өсөн һыуыҡта сиратта тора инек. Ашарға башҡа нәмә булманы. Стеналағы обойҙарҙы һыҙҙырып, уның артында он йәки крахмал елеме була торғайны, столяр елеменән дерелдек, аш бешерә инек. Ашты күн туфлиҙа һәм итектә әҙерләнек. Кешеләр күгәрсен, бесәй һәм эт тота торғайны. Наташа уларҙы ашаманы. Уны ҡотҡарыу өсөн, мин ашаным. Ҡот осҡос көн иҫтә ҡалған. Булка-икмәк магазинын бомбаға тоттолар, һәм мин өйгә буш ҡул менән ҡайттым. Ҡыҙымды ҡосаҡлап, иртәгәһе көнгә тиклем шулай яттым (көстө бушҡа сарыф итмәҫ өсөн). Подъезд буйынса ике күршем бер минутҡа тип ятып торған һәм башҡа торманылар... Кешеләр эштә, урамда хәлһеҙлектән йығыла ине...
       Биш йәшлек Наташа сирена тауышын һәм ҡара репродукторҙан сыҡҡан: "Граждандар! Һауа тревогаһы! Һауа тревогаһы!" тигән һүҙҙәрҙе ғүмерлеккә иҫтә ҡалдырған".
       Хәрби хирург Фәриҙә Усманованың хәтирәләренән. Ул ҡамап алынған ҡалаға инеү юлында ике тапҡыр яралана. "Беҙ Ленинградҡа ынтылдыҡ. Ҡурҡыу тигән нәмә юҡ, шартлауҙар ишетелмәй - яралыларҙы ҡотҡарырға кәрәк. Уларҙың ғүмере өсөн беҙ яуаплы.
       Брезент палаткала беҙ - хирургтар - тормош өсөн көрәшәбеҙ. Тик бер үк һүҙҙәр генә ишетелә:
       - Шок хәлендә килтерелде!
       - Жгут менән килтерелде!
       - Үҙәк өлөшөнөң төшөүе менән баш һөйәге яраланған!
       - Эске ағзалар төшөүе менән эсе яраланған! - һәм башҡалар.
       Ауыр минуттарҙа миңә һәм башҡа медсанбат хеҙмәткәрҙәренә яралылар өсөн бер нисә тапҡыр ҡан бирергә тура килде. Ленинград өсөн үҙебеҙҙең ғүмерҙе бирергә әҙер инек.
       ... 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград һәм Волхов фронты ғәскәрҙәре 18-се немец армияһының ҡурғауылын өҙә.
       1969 йылдың 3 мартынан открытка (унда Исаакиев соборы һүрәтләнә) һаҡлана, уны полкташым Владимир Куликов ебәргән. Открытка артында яҙыу бар: "Ҡала киҫәге, уның өсөн доктор Усманова көрәште".
       Медицина хеҙмәте капитаны Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы Усмановаға полктың Ленинград янында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡанû өсөн фронтта икенсе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырыла.
       900 көн улар кешегә хас булмаған шарттарҙа тормошҡа ашыра алмаҫлыҡты ҡыла. Бәләкәй ҡыҙыҡай - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының буласаҡ балеринаһы Наталья Ястребова һәм уның әсәһе Вера Ивановна - иҫән ҡалыу. Хирург Фәриҙә Усманова - атыуҙар аҫтында һәм хатта яраланған килеш тәүлек әйләнәһенә операция яһап, - меңдәрсә һалдат ғүмерен ҡотҡарыу.
       Уларҙың исемдәре - Мәңгелек ут кеүек.

Римма Буранбаева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал