6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

Йондоҙҙар епшетә
27.01.09


       "Урал" волейбол командаһы көсһөҙ "Ярославль" командаһы өҫтөнән ҡунаҡта планлаштырылған еңеү яуланы һәм бишенсе урында ышаныслы ултырыуын дауам итә. Һуңғы матчта мәрәй юғалтыуһыҙ булды, улар быйылғы миҙгелдә Юрий Маричев командаһын эҙәрлекләй. Өфөләр күп көс түкмәй генә еңеүгә өлгәште - 3:0, һәм үҙ өйөнә юл алды. 28 ғинуарҙа Өфөлә "Урал" командаһы тағы бер дәғүәсе - суперлига аутсайдеры "Югра-Самотлор" менән уйнаясаҡ.
       Рәсәйҙә суперлиганы супер тип әйтеп булмай. Биш көсһөҙ команда, улар тешләшергә маташһа ла, әммә башҡаларҙан класта һәм уйынды ойоштороуҙа ҡалыша. Өсәү - тәкәббер урта хәллеләр, һәм "Урал" улар араһында. Һуңғы йылдар лидерҙары, монстрҙар өҫтә - "Искра (Одинцово), "Динамо" (Мәскәү) һәм "Зенит" (Ҡазан). Яңы Уренгойҙан "Факел" алдынғы төркөмгә йырып сыҡты һәм уны ҡалдырырға йыйынмай ҙа шикелле. Уртансыларҙың тәүге дүртәү менән тигеҙ көрәш алып барыу мөмкинлеге бик аҙ. Ә "Урал" командаһы бишенсе урын өсөн көрәшәсәк.
       Хатта чемпионлыҡҡа ла өмөт бар. Спорт тарихында ниндәй генә хәлдәр булмай. Шуға күрә "Урал" мәрәйҙәр менән байый, албирмәҫ дүртәүҙе ҡыуып етергә тырыша. Өҫтәүенә, Өфө командаһы уйынсыларына, һеҙ йөрөр өсөн генә сыҡманығыҙ, һеҙ йондоҙҙар, тип әйткәндәр. Юрий Маричев командаһынан биш уйынсы Сургутта юғары класлы уйын күрһәтәсәк. Унда Рәсәй командаһы сит ил командаһы менән осрашасаҡ.
       Күрәһең, "Урал"дан бер юлы биш уйынсы (венгр Питер Вереш, Габриэль Гарднер (АҠШ), һәм рәсәйҙәр - Алексей Казаков, Константин Ушаков һәм Илья Савельев) үҙҙәренең уйыны менән мөхитте шул тиклем йылытҡан, Ярославлдә хатта епшек көндәр торҙо. Ҡала урамдарында еүеш, һауа температураһы ике градусҡа òèêëåì күтәрелде.
       Беренсе партия хужаларҙың ҡағиҙәһе буйынса үтте, әммә "Урал" командаһы шунда уҡ икешәр мәрәй йыя килде. Ушаков был юлы төрлө уйынсыларға һөжүм итергә ышанып тапшырҙы. Һөҙөмтәлә төп туп индереүселәр - Владимир Мельник, Питер Вереш һәм Габриэль Гарднер бер үк һанда мәрәй йыйыуға өлгәште.
       "Урал" старт сеты аҙағында ғына иҫәпте алып барҙы - 21:20 - был эпизодта Алексей Казаков тупты яҡшы биреү һөҙөмтәһендә Габриэль Гарднер етеҙ һөжүм итте. Ярославль уйынсылары, әлбиттә, диагональ һөжүм итеүсе өсөн өсләтә блок әҙерләне, әммә Гарднер үҙенең фирма блокаутын башҡарҙы. 25:23 - әммә был өсәүҙең тәүге дөрләп китеүе генә ине.
       Икенсе һәм өсөнсө сеттарҙа иҫәпте өфөләр алып барҙы - улар дәғүәселәр өсөн юл күрһәтеүсе үҙенсәлекле йондоҙ булды. Икенсе сетта өфөләр өҫтөнлөк алды - 25:23, ә өсөнсө сет проблемаһыҙ үтте - 25:20.
       Еңеү матчынан һуң баш йондоҙнамәсе Юрий Маричев үҙенең астрономик аңлатмалары менән уртаҡлашты:
       - Уйын башланғана тиклем беҙҙе Константин Ушаковтың хәле борсоно. Ул үҙен насар тойҙо, күнекмәләр ҙә үткәрә алманы. Әммә Костя тәүәккәл сифаттар күрһәтте һәм майҙанға сыҡты. Уға ауыр икәнлеге уның йөҙөнән үк күренеп тора ине. Уйынсылар быны аңланы һәм уға ярҙам итергә тырышты.
       Дөйөм алғанда, уйын матур булды. Ике команда ла тамаша волейболы күрһәтте - һаҡта бик күп туптар күтәрелде. Йыш ҡына туп оҙаҡ ваҡыт һауала тотолдо.
       - Шул иҫәптән өсөнсө сет уртаһындағы уйын да...
       - Унда ысынлап та бәхәсле туп булды. Ул һыҙат менән яҡын эләкте, шуға күрә судьялар уны яңынан уйнарға ҡарар итте. Бәлки, был дөрөҫ булғандыр - килеп тыуған хәлдән сығыу юлы ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерҙе.
       - Ярославль көйәрмәндәре ҙур ҡалҡыулыҡта торған урындағы операторҙы йыҡты. Быға оҡшаш эпизодтар һеҙҙең карьерала булғаны бармы?
       - Эпизодты мин күрмәнем, арҡа менән тора инем. Тауышҡа әйләнеп ҡараным. Бындайҙы күргәнем булманы. Хәтерҙә, бер нисә йыл элек "Локомотив-Белогорье" һәм "Динамо" (Мәскәү) матчында иҫерек көйәрмән майҙанға сығып, сеткаға һикерә башланы...
       Урындағы ҡайһы бер көйәрмәндәр беҙҙең командаға ҡарата әҙәпһеҙ ҡыланды. Әҙәпһеҙ ҡысҡырыуҙар ярҙамы менән спорт асыуы барлыҡҡа килде - был улар өсөн һабаҡ булһын әйҙә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал