6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

"Керәшен һыуығы" тамамланды
27.01.09


       Йыл һайын ғинуарҙа Бөрө ҡалаһы "Керәшен һыуығы" эстрада йыры һәм бейеүҙәре асыҡ йәштәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ҡаршылай. Ҡыштың иң һалҡын көндәрендә бында республиканың төрлө төбәктәренән, сит өлкәләрҙән йөҙәрләгән ижади ҡарашлы йәштәр йыйыла, һәләттәре менән тамашасыларҙы шатландыра. Быйыл был популяр музыка һәм бейеү фестивалендә 507 башҡарыусы ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киң. Фестивалгә республиканың район һәм ҡалаларынан вәкилдәр, шулай уҡ Һамар һәм Яр Саллынан, Силәбе өлкәһенән солистар һәм коллективтар килгән. Жюри ағзаһы Ирина Талипова һүҙҙәренә ҡарағанда, йылдан-йыл башҡарыусыларҙың оҫталыҡ кимәле фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һаны менән бергә үҫә. Конкурсанттарҙың башҡарыу оҫталығы юғары, шуға күрә жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән түгел.
       Конкурста һайлап алыуҙар иртәнән кискә тиклем барҙы. Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев рәйеслегендәге жюри иң лайыҡлыларҙы өс номинацияла билдәләне. Октябрьский ҡалаһынан Алексей Ветров "Эстрада йыры" номинацияһында Гран-при яуланы. 1 урынға - Өфөнән Ян Сизов, 2 урынға - Өфөнән Элина Фәйзерова, 3 урынға Бөрөнән Роман Аитов лайыҡ булды. "Эстрада бейеүе" номинацияһында "Дайс-бокс" коллективы (Октябрьский ҡалаһы) Гран-при яуланы. Өфөнөң "Артис" һәм "Джет" хореография студиялары, ярашлы, беренсе һәм өсөнсө урын алды. Стәрлетамаҡтан "Мозаика" студияһы икенсе урынға лайыҡ булды. "Музыкаль коллектив" номинацияһында Гран-приға лайыҡ булыусылар булманы. Бөрөнән "City band" коллективына беренсе урын бирелде, икенсе урынға - Өфөнән "Pantograph" коллективы, өсөнсө урынға шулай уҡ Өфөнән "Просвет" коллективы лайыҡ булды. Бынан тыш, өс номинация буйынса стипендиаттар билдәләнде.
       - Мин 2007 йылда "Керәшен һыуыҡтары"нда ҡатнаштым. Ул саҡта беренсе урынға лайыҡ булдым, - ти Алексей Ветров.
       Йәш вокалсының уңышы илһам өҫтәгән, шуға күрә ул сираттағы конкурсҡа ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған. Алексей үҙенең дуҫы Марс Ғиниәтуллин (әйткәндәй, быйыл улар Октябрьский музыка училищеһын тамамлай) менән яңы йыр яҙҙырған. Егеттәр рус һәм инглиз телендә композициялар ижад итә. Алексей ике йыл элек популяр башҡарыусыларҙың хиттарын йырлаған булһа, ә быйыл үҙенең йырҙары менән сығыш яһарға ҡарар иткән. Ул тамашасылар хөкөмөнә ике композиция тәҡдим итте, жюри ағзалары уларҙы èòèáàðšûƒ ºàëäûðìàíû. Гала-концертта Алексей башҡарған йырҙар инглиз телендә яңғыраны.
       Өфөнән Элина Фәйзерованың еңеүгә ынтылышы ҙур ине. 18 йәшлек Элина дүрт йыл дауамында конкурсҡа әҙерләнгән. "Керәшен һыуығы" тураһында беренсе тапҡыр ишеткәс, Элина Бөрө сәхнәһендә сығыш яһау теләге менән янып йәшәй, әммә Элина ул саҡта йәше буйынса үтмәй ҡала.
       - Быйыл мин ҡатнашырға булдым, - ти Элина. - Педагог менән өҫтәмә шөғөлләндем. Бынан тыш, ата-әсәйем Яңы йылға синтезатор бүләк итте, шуға күрә мин дә уларға бүләк яһарға булдым.
       Элина үҙе лә йырҙар яҙа, улар бөтәһе лә мөхәббәт тураһында. Шуға күрә Элина фестивалдә башҡарыу өсөн Алла Пугачева репертуарынан мөхәббәт тураһында йыр һайлаған.
       - Беҙ еңер өсөн килдек, - ти тағы бер конкурсант - "Джет" ансамбленән Сания Садиҡова. - Үткән йылда беҙ призлы урынға лайыҡ була алманыҡ, ә быйыл - өсөнсө урында. Планда - артабан да "Керәшен һыуығы" фестивалендә ҡатнашыу һәм еңеү яулау.
       "Джет" хореография студияһы ҡыҙҙарының Гран-при алыуға өмөтө бар. Студия ҡыҙҙары бейеүҙәрҙе профессиональ башҡарыуҙан тыш, ҡатмарлы хәрәкәттәрҙе оҫта башҡарып, сәхнә костюмдарын булдырыуҙа ижади хыял тыуҙыра. Миҫал өсөн, улар башҡарған "Ҡоштар" композицияһы өсөн, бейеүселәр ҡауырһындан үҙенсәлекле күлдәк һәм битлек әҙерләгән. Сағыу образдар килеп сыҡҡан.
       "Керәшен һыуығы" фестивале гала-концерт менән тамамланды, унда бөтә конкурсанттар ҡатнашты. Традиция буйынса беренсе бүлектә еңеүселәр наградланды. "Йондоҙҙар фабрикаһы-6" проектынан Алексей Хворостяндың сығышы гала-концертҡа йәм өҫтәне.
       - Миңә төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тура килде, - ти Алексей. - Мәскәүҙә үткән беренсе конкурсты әле лә хәтерләйем. Үҙебеҙҙең төркөм менән килдек, барабансы булманы, тик ике гитарист һәм мин инем. Бер аҙна эсендә йыр яҙҙым. Һәм уны сәхнәлә башҡарған ваҡытта, тулҡынланыуҙан һүҙҙәрен оноттом. Әммә аҙағына тиклем йырлап бөттөм шикелле, һәм һөҙөмтәлә дүртенсе урын алдыҡ (26 команданан). Минең уйымса, был яҡшы һөҙөмтә.
       Алексей Хворостян "Керәшен һыуығы"нда үҙе ижад иткән йырҙы башҡарыуҙан тыш, еңеүселәр менән аралашыуға ла ваҡыт тапты.
       - Мин бик аралашып бармайым, йомоҡ кеше мин. Әммә егеттәр менән ҙур ҡәнәғәтлек менән аралаштым. Мин эшмәкәрлектең теләһә ниндәй төрө менән шөғөлләнгән ижади кешеләр менән ҡыҙыҡһынам. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә ниндәйҙер айырым йүнәлештәр йәйелдерелә, ә ҡайһы бер әйберҙәр бөтөнләй онотола. Минең уйымса, "Керәшен һыуығы" кеүек фестиваль-конкурс ойоштороу мөһим.
       "Керәшен һыуығы" фестивале ҙур сәхнәгә күтәрелеү мөмкинлеге бирә, ул шулай уҡ уңышҡа тәүге баҫҡыс та булып тора. Популяр музыка һәм бейеү фестивалендә күптәр үҙенең хыялын тормошҡа ашырыуға өлгәште.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал