6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Башҡортостанда спа-шифаханалар булырмы?
26.01.09


       Миңә милли өҫтөнлөк төшөнсәһе ят түгел. Беҙҙең шифаханаларƒû Башҡортостан бренды тип һананым һәм һанайым. Раштыуа каникулында миңә һауыҡтырыу учреждениеларының береһендә булырға тура килде. Республиканан ял итеүселәр, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән килгән ҡунаҡтарға ҡарағанда, күпкә аҙ булыуына тағы бер тапҡыр инандым. Өҫтәүенә, улар Башҡортостанға ял итергә йылына бер нисә тапҡыр килә икән.
       Хәйер, был ҡарашты төрлөсә әйтеп була. Беренсенән, шифаханаларҙа путевкалар хаҡы күптән инде притчаға әүерелде, икенсенән, башҡа шифаханалар, әйтәйек, беҙгә ҡарағанда, беҙҙең күршеләргә яҡын урынлашҡан. Әммә былар, әйткәндәй, мөһим деталдәр.
       Табиптар, миҫал өсөн, һаулыҡ өсөн иң файҙалы яҡшы ял - ул беҙ йәшәгән тәбиғи-климатик шарттарға яҡын урындарҙа, тип билдәләй. Шулай итеп, беҙгә Европа тура килә. Шуныһы үкенесле, беҙҙең күбебеҙ уға тура килмәй (мин быны түләү һәләтлелеге буйынса әйтәм). Евроның сикһеҙ үҫеүе һәм көрсөк шарттарында күптәргә Европаның спа-шифаханалары тураһында оноторға тура киләсәк.
       Икенсе яҡтан, беҙҙең шифаханалар ни яғы менән спа түгел? Европа шифаханаларының фишкаһы - минераль һыу, ул, моғайын, бөтә һауыҡтырыу методикаларында ҡулланыла. Был бөтәһенә лә мәғлүм. Ә беҙҙә бальнеодауаханаһы ысулы, йәғни, бөтә шифаханалар тиерлек шул уҡ спа - һәр хәлдә, минераль һыу дауалау сифатында һәр ерҙә тиерлек бар. Эш ниҙә һуң? Беҙҙең шифаханаларҙы Европа кимәленә күтәрергә нимә ҡамасаулай?
       Минең тәжрибәһеҙ ҡарашҡа, "спа-шифахана" хатта реклама буклетында "бальнеологик шифаханаға" ҡарағанда отошлораҡ күренә.
       Ялтырап торған журналдарға күҙ һалһаң, данлыҡлы спа тәҡдимдәренә даими юлығаһың, уларҙы уҡыу менән тонус күтәрелгәндәй, депрессия юҡҡа сыҡҡандай була, һәм ауырлыҡ... юҡ, бына ауырлыҡ һис тә кәмемәй шул. Шулай итеп, Франциялағы урта статистикалы шифахана (унда биш көн булыу 1100 евроға төшә) нимә тәҡдим итә икән? Йәшәреү, ауырлыҡты кәметеү, депрессияны һәм артыҡ талсығыуҙы бөтөрөү, иммунитетты күтәреү һәм хатта бала табыуға әҙерлек һәм унан һуң реабилитация программалары. Әммә һуңғыһы, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн.
       Һауыҡтырыу программаларының күплеге - шифахананың үҙенә күрә тәьҫир итерлек рекламаһы бит ул. Ә беҙҙә нимә? Шифаханалар сайтына күҙ һалһаң, унда тәбиғәт матурлығы һүрәтләнә, былары, әлбиттә, ысынбарлыҡҡа тап килеүен килә, номерҙарҙың юғары уңайлылығы тураһында хәбәрҙар булаһың - быныһын һәр саҡ тап килә тип әйтеп булмай, мин бер нәмә аңланым - шифаханаға барған кешенең медицина картаһы күләме буйынса В.И. Лениндың һайланма әҫәрҙәр йыйынтығын хәтерләтергә тейеш.
       Бер ҡосаҡ күрһәтмәләр, тағы бер ҡосаҡ ҡапма-ҡаршы мәғлүмәттәр, методикалар - быларын юғары медицина белеменә эйә булған белгес кенә аңлай ала... Ҡыҫҡаһы, "һеҙҙә остеохондроз, уны дауаларға тура киләсәк" тип ышандырған табипҡа рәхмәт әйтәһе ҡала...
       Һәм уны дауаланылар. 10 минутлыҡ массаж, скипидар ваннаһы, тағы нимәлер, уныһын әйтеп тормайым (ир-ат затының уҡыуы ихтимал), УФО, һоло һәм шыттырылған бойҙай төнәтмәһе, дауалай торған физкультура һәм психотерапевтик процедура. Путевка хаҡына ингән йыйылма ошолар. Ысынлап та хозур тәбиғәт һәм яҡшы һауа торошо (уларҙы климатотерапия сеансы тип һанаһаң да була) - бонус сифатында.
       Шулай итеп, шифахана. Дауаланыу, туҡланыу һәм сәләмәт төш. Анимация тураһында һөйләп тороу кәрәкмәҫ - һәр кем үҙенең мөмкинлектәренән сығып күңел аса. Был йәһәттән беҙҙең шифаханаларҙа бөтә шарттар булдырылған.
       Тик нимәлер етмәй, минең ҡарашҡа, маркетинг сәйәсәтен үткәреүҙә билдәле һығылмалылыҡ. Ни өсөн уны эшләмәҫкә һәм индермәҫкә ти? Миҫал өсөн, ҡыҫҡа срокка (өс көндән биш көнгә тиклем) ял программаһын. Был хеҙмәттәрҙе лә бит файҙалы итеп һатып була. Һауыҡтырыу ысулдары етерлек, әммә ял итергә килгән кеше был турала хатта ишетмәгән дә. Төп дауаланыуға өҫтәмә курс сифатында берәй процедура тәҡдим итеү яҙыҡ булмаҫ ине. Түләүле булһа ни - бер кем дә үҙенең һаулығына аҡса йәлләмәҫ әле.
       Миҫал өсөн, ауырлыҡты кәметеү программаһы. Элек тән ауырлығын күтәреү сифатлы ял күрһәткесе ине. Ә хәҙер? Ғәфү итегеҙ. Ауырлыҡты контролдә тотоу һәм башҡалар... Был йәһәттән рекреацион система учреждениелары ярҙам итергә бурыслы. Улар махсус меню, физик күнекмәләр комплексы эшләргә, шул уҡ Шарко душын, скипидар ваннаһын тәҡдим итергә тейеш. Өҫтәүенә, был ïрограммаларҙың хаҡы ҙур булырға тейеш түгел - саманы белеп ашарға һәм күберәк хәрәкәт итергә.
       Йәки, әйтәйек, Европала популяр "Стресҡа ҡаршы" программалар. Һәр икенсе кеше, минең ҡарашҡа, бындай программаға мохтаж. Төрлө программалар эшләп була бит.
       Ә ундай программалар шифаханаларға кәрәкме һуң? Уныһы инде икенсе мәсьәлә. Шифаханалар һәр саҡ 100 процентҡа тулы була, түләүле хеҙмәттәргә һорау ҙур. Ысынлап та үҙаллы аҡса эшләй алырҙай, Һуңынан бюджет аҡсаларына түгел, ә үҙе эшләп тапған аҡсаға үҫешкән шифаханалар күп түгел. Ә беҙҙә потенциал бар бит. Беҙҙең республиканы Швейцария - Мәккә шифаханаһы менән юҡҡа ғына сағыштырмайҙар бит. Уларҙы Башҡортостан менән сағыштырһындар өсөн тырышырға кәрәк.

Анастасия Алексеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал