6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Эшҡыуарлыҡ тураһында
26.01.09


       Үҙ эшеңде башлау - еңелдән түгел. Айырыуса, әгәр һин юридик юғары уҡыу йортон тамамламаһаң һәм хоҡуҡ нескәлектәрен аңлап етмәһәң. Үҙеңдең фирмаңды нисек теркәргә? Теге йәки был эшмәкәрлек төрөнә нисек итеп лицензия алырға? Баҙар иҡтисадында күптән йәшәүгә ҡарамаҫтан, был мәсьәләләр беҙгә һаман да уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра килә. Бәхеткә күрә, "юридик компания - фирма" кеүек төшөнсә бар, ул хеҙмәт ҡушыуы буйынса беҙҙең хоҡуҡи яфаланыуҙарҙы бер ни тиклем еңеләйтә.
       Бындай фирмалар рәтенә нәҡ бәләкәй предприятие инә. Һүҙ уның тураһында барасаҡ. Был ғәҙәти булмаған ойошма: бер яҡтан, уның шәхси эйәһе бар - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан юридик компаниялар республика ассоциацияһы рәйесе Владимир Вишневский, икенсе яҡтан - уның бурысы йәмәғәт эшмәкәрлеген хәтерләтә. Бәләкәй бизнесты яҡлау буйынса ҡануниәткә төҙәтмәләр эшләү, коммерция булмаған структуралар булдырыу, льготалы шарттарҙа юридик консультация күрһәтеү... Дөйөм алғанда, уның эшмәкәрлегенең асылы - эшҡыуарлыҡ үҫешенә булышлыҡ итеү.
       - Компания 1991 йылда, бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү тураһында СССР Хөкүмәте ҡарары көсөнә ингәндән һуң, барлыҡҡа килде, - ти Владимир Вишневский. - Уны булдырыу идеяһы күп кәртәләргә осраны. 1988 йылда, Өфө нефть институтын тамамлағас, мин специальность буйынса эшләй башланым һәм үҙемдең проект кооперативымды ойошторҙом - нефть һәм газ сәнәғәте объекттары төҙөлөшө өлкәһендә проектлау менән шөғөлләндем. Эшләүе ҡыҙыҡ, œììœ øул óº ваҡытта å¾åëäœí áóëìàíû, ñ³íêè кооператорҙарҙың береһе лә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген дөрөҫ көйләй белмәй ине. Кешеләр хәбәрҙар түгел ине. Шуға күрә эш барышында ойоштороу-техник һәм хоҡуҡи характерҙағы күп мәсьәләләрҙе хәл итергә, тейешле ойоштороу-хоҡуҡи документтар эшләргә тура килде.
       Ул ваҡытта миндә тейешле мәғлүмәт йыйыу һәм бөтәһенә лә төшөнөү теләге тыуҙы. Миңә ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса башҡа кооператорҙар йыш килә башланы. Башта бушлай консультация бирҙем. Аҙаҡ, мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны арта башлағас, мин уйға ҡалдым - насар бизнес булмаясаҡ. Хоҡуҡ өлкәһе минең күңелемә хуш килеүен аңлай инем, һәм мин икенсе юғары - юридик белем алырға ҡарар иттем. 1991 йылда кооперативты үҙемдең урынбаҫарыма ҡалдырҙым һәм фонд рәүешендә эшҡыуарлыҡ үҫешенә булышлыҡ итәсәк юридик компания булдырҙым.
       - Владимир Андреевич, šåƒ ¼ƒ фирмаûƒƒû булдырàíšûûƒ. Îøî õàºòà һөйләгеҙ әле.
       - Башта беҙ ҡала хакимиәтендә юридик шәхестәрҙе теркәү буйынса хеҙмәттәр күрһәттек. Был процедураны үҙләштергәс, бизнесты киңәйтергә булдыҡ. Әлбиттә, икеләнеүҙәр булды. Ул ваҡытта беҙгә Өфө компанияларының береһенән заявка инде - хоҡуҡи һәм маркетинг ҡараштан уның үҫеш мөмкинлектәрен анализларға кәрәк ине. Беҙ анализ яһарға булдыҡ: быға ике аҙна ваҡыт китте, отчет төҙөнөк... Һәм компания һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәт булды. Беҙгә улар түләне һәм беҙҙе¾ õåƒìœòòå áàøºà коллегаларына тәҡдим итә башланы. Беҙҙең эшмәкәрлек шулай башланды.
       5-6 йылдан һуң беҙгә танылыу килде - клиенттарыбыҙ күбәйҙе, ә компания менән идара итеү "ҡулайлашты", ул көндән-көн тотороҡлана барҙы. Нәҡ ошо ваҡыт йәмәғәт эше менән шөғөлләнә башланым, ул даими нигеҙҙә эшҡыуарлыҡты яҡлау һәм үҫтереүҙе ҡарай ине.
       Дөйөм алғанда, беҙҙең миссия - эшҡыуарлыҡ үҫешенә булышлыҡ итеү. Беҙ эшҡыуарҙарға хоҡуҡи характерҙа ҡиммәт булмаған сифатлы хеҙмәттәр - эшҡыуарҙарҙы теркәүҙән алып улàрҙың бөтә эшмәкәрлек осорона тиклем - күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ төрлө кимәлдәге судтарҙа уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлайбыҙ.
       Бынан тыш, ғәмәлдәге закондарҙы яҡшыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ, республика һәм федераль закондарға үҙгәрештәр индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләйбеҙ. Былар нигә кәрәк? Бөтәһе лә ябай: илдә эшҡыуарлыҡ нығыһын һәм сәскә атһын.
       - Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, быға нимә ҡамасаулай?
       - Һалым, бухгалтер һәм хоҡуҡи закон ябай һәм аңлайышлы булырға тейеш. Беҙҙә, үкенескә ҡаршы, бөтәһе лә сикһеҙ буталған. Бюрократия сигенә еткән, граждандарҙы мәғәнәһеҙ, ҡапма-ҡаршы һәм ҙур күләмле ҡағиҙәләрҙе үтәргә мәжбүр итеп, әҙәпһеҙ рәүештә мыҫҡыллай. Ә бизнесмендар бухгалтерҙарға, иҡтисади хеҙмәткә сығымдар сығара... Нәҡ был факт эшҡыуарҙарға үҫергә ирек бирмәй. Эшмәкәрлектең теләһә ниндәй төрө өсөн был ҡағиҙәләрҙе ябайлаштырып була.
       - Илдә хоҡуҡи мәғлүмәтлелекте күтәреү өсөн нимә эшләргә кәрәк?
       - Тырышлыҡ булһа, белемле булып була. Интернет, ваҡытлы матбуғат бар - кинәнеп өйрән! Әммә күптәр был эште үҙенә алып бармай. Ни эшләйһең - ялҡаулыҡ, ялҡаулыҡ һәм тағы бер тапҡыр ялҡаулыҡ! Ғүмерем буйы уҡыған кеше булараҡ, был мине айырыуса ғәжәпләндерә. Мин һәр көнөмдө ваҡытлы матбуғаттан башлайым, хоҡуҡ буйынса әҙәбиәт өйрәнәм. Был һәр саҡ хәбәрҙар булырға һәм кешеләргә сифатлы хеҙмәт күрһәтергә булышлыҡ итә.
       Минең уйымса, был юл файҙа килтерә. Бөгөн бик күп эшҡыуарҙар дөрөҫ йүнәлештә бара: консультациялар өсөн юристарƒû, иҡтисадсыларƒû йәлеп итә, ноу-хау һатып ала.
       - Һеҙгә кемдәр йыш мөрәжәғәт итә?
       - Улар, башлыса, бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар. Эш шунда, үҙемдең бизнес-стратегияны шулай билдәләйем: бәләкәй һәм урта предприятиеларға күберәк ярҙам күрһәтергә кәрәк. Ни өсөн? Сөнки, был бизнесты билдәле дәрәжәлә үҫтереү. Бер, ике, өс ойошма менән эшләү - тимәк, уларҙың финанс хәленә һәм етәксе кәйефенә бәйле. Һиндә бер нисә мең клиент бар икән, тимәк, һин уларға даими кәрәк буласаҡһың: береһенә килешеү төҙөргә, икенсеһенә судта сығыш яһарға кәрәк, өсөнсөһөнә - ойошмаһын теркәргә, дүртенсеһе алдында лицензия теркәү бурысы тора. Кешеләр менән күп йылдар дауамында эшләгәс, "иҫке дуҫ ике яңынан яҡшы" принцибы менән эш итәбеҙ. Шуға күрә көрсөк осоронда (минең иҫтә өс көрсөк булды) беҙҙе һәр саҡ диверсификация ҡотҡара.
       - Ниндәй бәхәстәрҙе хәл итергә тура килә?
       - Килешеү йөкләмәләрен үтәмәү осраҡтары йыш була. Йәғни, ҡуйған продукция өсөн кемеһелер иҫәпләшмәгән, йәки иҫәп-хисап счетына аҡса ингән, ә хеҙмәт күрһәтелмәгән, йәки хеҙмәттәрҙең сифаты түбән. Хеҙмәт өлкәһендә лә бәхәстәр етерлек - хеҙмәткәрҙең ойошмаға ҡарата дәғүәләре áóëà, йәки киреһенсә, фирма намыҫһыҙ хеҙмәткәргә зарлана. Дәүләт һәм муниципаль органдар менән конфликттар булып тора - шуның менән бергә эшҡыуар һәр саҡ ғәйепле булып сыҡмай.
       - Донъялағы финанс көрсөгө шарттарында кешеләрҙе эштән ебәреү осраҡтары күҙәтелә. Һеҙҙең практикала бындай хәлдәр булдымы?
       - Был проблема менән беҙҙең компанияға мөрәжәғәт итеүселәр булманы. Мин шуны әйтә алам, көрсөккә бәйле хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү - ғәҙәти практика. Иң мөһиме - бындай хәлдә үҙ йөҙөңдө юғалтмаҫҡа һәм законға ярашлы эш итергә. Хеҙмәткәрҙе алдан иҫкәртергә, тейешле компенсация түләргә, йәки мөмкин булған тиклем ҡыҫҡартылған эш көнөнә күсерергә кәрәк. Әгәр инде эштән ебәреү мәсьәләһе килеп сыҡһа, ул ваҡытта кешеләргә ҡарата әҙәпле булырға кәрәк, - һәр көрсөк ҡасан да бер тамамланасаҡ бит, ә квалификациялы кадрҙарға ихтыяж һәр саҡ ҡала.
       - Владимир Андреевич, һеҙҙең уңыш ниҙә?
       - Бөтәһе лә ябай - миңә үҙемдең шөғөлөм оҡшай. Эшкә ҙур ҡәнәғәтлек менән барам, ә эш көнөнән һуң, бер аҙ ял итеп алғас, йыш ҡына яңынан эшкә сумам, сөнки мин үҙемдең эшемде ныҡ яратам.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал