6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Рөстәм Ғайсин: бер урында ултырырға яратмайым
23.01.09


       БР Рус дәүләт академия драма театры актеры Рөстәм Ғайсин үҙен нисек итеп билдәләр ине икән? Был һорауà ÿóàïòû беҙ уíû¾ ¼ƒåíœí èøåòåð㜠áóëäûº. Ә ул уйлап та тормай, яуап бирә: "Мин - ялҡау шартлай торған татар олатайы". Һәм аҙаҡ шунда уҡ өҫтәп ҡуя: "Ғөмүмән, энергиялы йәш кеше. Бер урында ултырырға яратмайым. Даими һикереү хәлендәмен".
       Šœì áûà îºøààí ïàðàäîêñàëü š¼ƒƒœð - òàìàì óíû¾ ðóõûíäà. Тыштан - тыныслыҡ үҙе, хатта етди һәм моңһоу йөҙ менән шаярта. Әммә ундағы энергия һәм көслө теләк сәхнәлә төп һәм ҙур булмаған ролдәрҙә бөркөлә... Образды тыуҙырыуҙа төҫтәрҙең сағыулығы йәш артисҡа йыйнаҡ булырға ҡамасауламай буғай, шуға күрә уның копилкаһында ҡыҙыҡ персонаждар етерлек. Рус драма театры "Музыка небес" тигән спектакль әҙерләй. Уны театрҙың баш режиссерû М.И. Рабинович сәхнәләштерә, унда Рөстәм Пол Зингер ролен башҡара. Спектаклдә уны "ике йондоҙ ҡараусы" тип атайҙар.
       - Был гостролдәрҙә йөрөгән театрҙың менеджеры, унда билдәле артистар уйнай. Пол театр тураһында, артистар хаҡында хәстәрләй. Төп геройҙың ҡыҙы уның арҡаһында театрҙы ташлай, әммә Зингер хатта мөхәбáәт хаҡына үҙенең балаһын ташлай алмай. Спектаклдең мәғәнәһен нисек аңлайһың тигән һорау тыуһа, моғайын, ул хыянатлыҡ итеү тураһындалыр. Мөхәббәт хыянаты - дөйөм алғанда, кеше хыянаты ла. Ығы-зығыға ҡарамаҫтан, ике быуын геройҙарының (өлкән һәм кесе йәштәге артистар) спектаклде ҡотҡарырға уҡталыуҙары, ҡиммәттәрҙе баһалауға килтерә. Көслө рухи һәм күңел кисерештәре бына нимәгә килтерә: бөтәһе лә үҙ урынына кире ҡайта, бөтә "ҡасаҡтар" театрға ҡайта.
       Рөстәм Ғайсиндың театрға һәүәҫлеге, моғайын, генетик тамырҙандыр:
       - Әсәйем, сәнғәтêœ туранан-тура ì³íœñœáœòå áóëìàšà ëà, һәр саҡ ижади шәхес булды. Ул, миңә дүрт йәш, ә һеңлемә ни бары бер йәш булғанда, ауылдан ҡалаға күсеп килгән. Заводҡа эшкә урынлашҡан, үҙе тураһында уйларға ваҡыты ҡалмаған, сөнки уның алдында беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу бурысы торған. Әсәйем бик матур йырлай ине, шуға күрә беҙ бала саҡта йыш ҡына райондар буйынса йөрөнөк. Һәм ул хәҙер, тормошҡа ашмаған хыялдарым, күрәһең, һиңә күскәндер инде, ти.
       Рөстәм бишенсе синыфҡа 136-сы Башҡорт лицейына уҡырға килә. Уның күп ваҡыты мәктәп сәхнәһендә үтә:
       - Башта художество класында шөғөлләндем. Әммә рәссам була алманым. Бәхеткә күрә, беҙҙең синыфты ике төркөмгә бүлделәр, шуның береһе бейеүгә махсуслаша башланы. Педагог Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленән ине, һәм беҙ 11-се синыфҡа тиклем бейенек. Мәктәп сәхнәһендә үткән сараларҙа мин алдынғы булдым, төркөмдә йырланым, бейенем. Етенсе синыфта хатта Башҡорт драма театрынан килделәр, беҙ мөхәббәт тураһында тамаша ҡуйҙыҡ, унда мин төп ролде башҡарҙым.
       Буласаҡ артист 11-се синыфтû тамамлағас, унда БДУ-ға инеү теләге була. Быға тарих áуйынса "биштәр" сәбәп була:
       - Университетҡа барышлай беҙ Совет майҙанына килеп сыҡтыҡ, һәм әсәйем, гитарала уйнауымды иҫәпкә алып, бер юлы сәнғәт академияһына инергә тәҡдим итте. Беҙ милиционерҙан þàðû óºûó éîðòîíà èíœ òîðàí èøåêòå šораныҡ, һәм ул беҙҙе ни эшләптер театр факультеты бинаһына йүнәлтте. Мин деканатҡа индем, исемемде әйтеп өлгөрҙөм, миңә шунда уҡ бланкылар һәм имтихан тураһында күрһәтмәләр бирҙеләр. "Һеҙ мине ҡайҙа алдығыҙ?" тип һорай һалдым. Асыҡланыуынса, Михаил Исакович Рабинович Рус драма театры өсөн курс йыя икән. Ул ҡабул итеү комиссияһында булды. Әҫәрҙән өҙөктәр уҡыған ваҡытта ул мине бер нисә тапҡыр туҡтатты, иғтибарҙы контролдә тотоп, аҙаҡ дауам итеүемде һораны. Ярты сәғәттән һуң футбол, эшләмәгән телевизор тураһында нимәлер уйлап сығарҙым, һәм шуның менән икенсе имтиханға киттем. Этюдты күрһәткәндән һуң миңә бер задание бирҙеләр: сәхнә теле буйынса буласаҡ педагог Римма Хәлиулла ҡыҙына бер стакан һут эсерергә тейеш инем. Һаулыҡ һәм витаминдар тураһында һөйләнем, әммә, педагогты эсерә алмағас, кипкән тамаҡ менән: "Ул саҡта мин үҙем эсәм!" тинем. Эстем - ҡалтыраған аяҡта сығып киттем. Ҡалған имтихандар еңел булды. Шулай итеп, мин сәнғәт академияһына уҡырға индем. Тәүге йылда бер ниҙә аңламаным, оҫталыҡ буйынса тик "өслөләр" ине. Профессияны дөрөҫ һайланым микән? Миндә шундай һорау тыуҙы. Икенсе курста өҙөктәр китте, һәм миндә "Бирнәһеҙ"ҙән Паратов булды, мин әкренләп аңлай башланым.
       Сәнғәт академияһында уҡыған саҡта театрҙа эшләй башланыҡ. Өсөнсө курста беҙҙе Дамир Кротов менән Реé Куни әҫәре буйынса "13" спектакленә алдылар, аҙаҡ миңә Островскийҙың "Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр" спектаклендә Гриша Незманов ролен тәҡдим иттеләр. Ауыр булды, әммә этап менән еңеп сыҡтым. Әгәр үҙемде был персонажға тиклем, бер яҡтан, уҡыусы тип тойһам, ә икенсе яҡтан, тәү башлап уйнаусылар кеүек - "халыҡ артисы", премьеранан һуң эшкә төшөнөү башланды.
       Йыл ярым элек сәнғәттә үҙ урыныңды аңларға тырышыу Рус драма театрынан ваҡытлыса китергә мәжбүр итте:
       - Миңә башлыса ситтән килгән режиссерҙар менән эшләргә тура килде. Миңә ҡалһа, миí бер үк ролде башҡарам кеүек, мин нимә эшләгәнемде аңламай башланым. Театрҙан киткәндән һуң ике ай үткәс, кеше ышанмаҫлыҡ депрессия башланды. Бер ай тиерлек өйҙән сыҡманым, эшләмәнем. Театрға ҡайтыу теләге менән уҡталдым, әммә килеп сыҡманы. Телевидениела эшләнем, унан да киттем. Ярты йылдан һуң тағы Михаил Исаковичҡа барҙым. Беҙҙең арала йылы һөйләшеү булды. Һәм мин театрға яңынан эшкә килгәс, аңланым - театр миңә оҡшай. Хатта сәхнәлә үҙемде башҡасараҡ тоя башланым. Тормошҡа ҡарашым да үҙгәрҙе.
       Тағы бер мауығыу - кино. Күптән түгел Рус драма театры актерҙары режиссер Булат Йосоповтың "Дурь" тигән ҡыҫҡа метражлы кинотаҫмала төштө. Был фильмды бик күп телеканалдар һатып алған. Унда Рөстәм Ғайсин Уголек ҡушаматлы персонажды уйнай:
       - Был бай малай тураһында социаль проект, ул наркотиктар ҡуллана. Был турала уның йөрөгән ҡыҙы хәбәр итә. Уның дуҫ-иштәре яҡты донъя менән хушлашҡан, уға хәҙер нисек йәшәргә, ул хәл итергә тейеш. Кинола уйнау театрҙан күпкә айырыла. Миндә артабан да кинола төшөү, һәм, айырыуса, төшөрөү теләге бар.
       Рөстәмдең тормошонда музыка өсөн дә, һәм спорт өсөн дә урын бар:
       - Музыкала мин дәртле меломан. Тик ауыр музыканы яратып бармайым, унда нимәлер аңлау ауыр. Электрон музыканы яратам, сәғәттәр буйына транс тыңлай алам. Шулай уҡ романстар ҙа күңелемә хуш килә. Ҡыҫҡаһы, романстарҙан алып трансҡа тиклем. Йыл ярым тиерлек "ТТ" клубында алып барыусы булып эшләнем, әммә клаббер булып булманы.
       Спортҡа килгәндә, уны ҡарарға яратам, футболға һәм хоккейға өҫтөнлөк бирәм. Һәм шулай уҡ Мария Шәрипова өсөн көйөү ҙә яҙыҡ булмаҫ.
       Икенсе яртыһын эҙләүҙә ҡараш төплө:
       - Икенсе яртымды эҙләйем. Күп таныштарым иртә өйләнде һәм кейәүгә сыҡты. Мин иртәгә үк өйләнә алам, башҡалар кеүек. Әммә минең ҡабаланаһым килмәй. Билдәле матди база булдырырға, ҡатынымды үҙемдең йортома алып ҡайтырға теләйем мин.
       Рөстәм Ғайсин, романтик амплуаламы йәки характерлы персонаждамы үҙен уңайлы тоя, тигән һорауға былай яуап бирә:
       - Характерлы ролдәр шуның менән ҡыҙыҡ, һин үҙеңдә ниндәйҙер көслө сифаттар табаһың, уларҙы тартып сығараһың һәм үҙеңде уңайлы тояһың. Әммә миңә нимәлер үҙгәртергә һәм үҙгәртеп эшләргә һәләтле геройҙар яҡыныраҡ. Мин бала саҡтан уҡ үҙемде һәр саҡ үҙенең тормошонда бөтә нәмәне үҙгәртергә теләгән кеше итеп ҡабул иттем. Минең өсөн герой - ул тарих яҙған кеше, уны күҙәтеүе ҡыҙыҡ. Ул ваҡиғалар менән таушалған була ала, әммә уның ҡаты үҙәге булырға тейеш. Әлбиттә, тормошта йыш ҡына күп нәмәләргә икенсе яҡтан ҡарайһы килә, шуға күрә үҙеңде эшләргә һәм ҡарарҙар ҡабул итергә мәжбүр итәһең. Һәм хәҙер кардиналь рәүештә бөтәһен дә үҙгәртәһе, күҙгә күренмәгән ептәрҙән (улар мине солғап алған) арынаһы, һәм алға бараһы килә.

Элла Молочковецкая.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал