6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Йәштәр сәйәсәте

Йәштәр йылы яуаплылыҡты арттыра
23.01.09


       Хәбәр итеүебеҙсә, 2009 йыл Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан ителде. Ағымдағы йылда йәш кешеләргә ниндәй ярҙам күрһәтеләсәк? Йәшòœð үҙҙәренең башланғыстарын ниндәй йүнәлештә үҫтерәсәк? Ошо һорауҙарҙы асыҡлайыҡ.
       БР Хөкүмәтендә Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы үтте. Унда ҡатнашыусылар исемле йылға саралар планын тикшерҙе, үҙҙәренең тәҡдимдәре менән уртаҡлашты. Шулай итеп, ултырышта бер нисә аныҡ йүнәлештәр билдәләнде.
       Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу
       Йәштәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу бөгөн төп проблема булып тора. Был проблема айырыуса йәш ғаиләләрҙе борсой, уларҙың торлаҡ һатып алыуға средстволары юҡ. Был проблема йәш ғаиләләрҙә етди бәхәс тыуҙыра, һәм ул йәштәрҙе айырылышыу сигенә еткерә. Шуға күрә йәш ғаиләләр бала табырға ашыҡмай. Ни генә тимә, йәш ғаиләнең ныҡлығы ла, демографик хәл дә, белгестең хеҙмәт уңыштары ла торлаҡҡа килеп бәйләнә.
       - Беҙ йәш ғаиләләргә бәхетле йәшәү, бергә балалар тәрбиәләү мөмкинлеген бирмәйбеҙ, - тине ултырышта БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. - Бер яҡтан, беҙ күп балалыҡты хуплайбыҙ, быға күп средстволар бүләбеҙ, ә икенсе яҡтан, бының нигеҙен - торлаҡ мәсьәләһе - тейешле иғтибарһыҙ ҡалдырабыҙ.
       2003 йылдың 25 мартында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы республика программаһы (2003-2010 йылдарға) раҫланды. Был документ йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙе һәм уларҙың торлаҡ проблемаларын хәл итеүҙе, шулай уҡ республикала демографик хәлде яҡшыртыуҙы һәм ғаилә институтын нығытыуҙы ҡарай. Башҡортостанда "2002-2010 йылдарға торлаҡ" федераль маҡсатлы программаның "Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" тигән ҡушымтаһы бер нисә йыл эшләй. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов "Рәсәй граждандарына - арзан һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проектын Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы. Йәш ғаиләлә бала тыуыуға бәйле һатып алынған торлаҡ хаҡының бер өлөшөн ҡаплауға бушлай субсидия биреү торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы формаларының береһе булып һанала.
       Әммә, был программаларға ҡарамаҫтан, 12 меңдән ашыу йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында сиратта тора.
       - Быйыл был проблеманы хәл итеүгә республика ҡаҙнаһынан 260 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла, шуның 200 миллион һумы - торлаҡ һатып алыуға субсидиялар һәм 60 миллион һум - яңы тыуған балаға судсидиялар, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. - Федераль бюджеттан 350 миллион һум алырға өмөтләнәбеҙ. Был сумма үткән йылға ҡарағанда күберәк.
       Раил Сарбаев ултырышта ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәш ғаиләләргә субсидиялар биреү тәртибенә йүнәлтте. Бөгөнгө көндә субсидиялар биреү механизмы ҡатмарлы. Йәш ғаиләләр төрлө документтар йыйыу һәм сират тороу өсөн үҙҙәренең күп ваҡытын сарыф итә.
       Ер участкаларын бүлеү
       Торлаҡ проблемаһы Өфөлә һәм ҡалаларҙа ғына түгел, райондарҙа һәм ауылдарҙа ла еңел генә хәл ителмәй. Йәш ғаиләләрҙең торлаҡ проблемаһын ер участкаларын бүлеү ярҙамында хәл итеп булыр ине. Әммә, тикшереү процесында асыҡланыуынса, бында ла хәл итәһе мәсьәләләр бар.
       - Төҙөлөш өсөн ер участкаларын биреү процесын ябайлаштырырға кәрәк, - тине Раил Сарбаев. - Йәш ғаиләләргә биреләсәк ер участкаларында бөтә инженерлыҡ коммуникацияларын еткереүҙе тәьмин итергә кәрәк.
       Эшкә урынлашыуҙа ярҙам итергә
       Донъя финанс көрсөгөнә бәйле уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙең мәшғүллегенә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк.
       - Тикшереүҙәргә ярашлы, уны БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы БР Мәғариф министрлығы менән берлектә үткәрҙе, уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың ун процент самаһы хәүеф зонаһына эләгеүе ихтимал, - ти республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов. - Профессиональ училищеларҙы тамамлаусылар өсөн төҙөлөш отрядтары ойоштороу, студенттарҙың производство практикаһын республика предприятиелары базаһында тәьмин итеү һәм йәш кешеләрҙе социаль мөһим акцияларҙа ҡатнашырға йәлеп итеү маҡсатҡа ярашлы булыр. Дөйөм алғанда, йәмәғәт эштәренең төрлө төрҙәрен ҡулланыу урынлы булыр ине. Йәш кешеләргә ҡыҫҡа сроклы һәм урта сроклы курстарҙа ҡатнаш специальностарға уҡыу мөмкинлеген бирергә кәрәк.
       Талантлы йәштәрҙе яҡлау
       Ағымдағы йылда талантлы һәм һәләтле йәштәрҙе яҡлау буйынса күп саралар планлаштырыла. Ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, республика буйынса таланттар эҙләргә кәрәк. Бының өсөн ижади конкурстар үткәреү, йәш композиторҙар, шағирҙар, яҙыусылар рәссамдар, драматургтар өсөн гранттар булдырыу тәҡдим ителде.
       - Йәштәрҙә стимул булырға тейеш, ә финанс яғынан беҙ бөтә ыңғай башланғыстарҙы хупларға әҙер, - тине Раил Сарбаев.
       Һаулыҡты нығытыу
       Ултырышта тағы бер киҫкен тема күтәрелде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар үҫеп килгән быуындың һаулығын нығытыу буйынса сараларға етди иғтибар бүлде. Һуңғы йылдарҙа республикала 16 йәштән 24 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм йәш кешеләр араһында суицид проблемаһы киҫкенләште.
       - Суицид сәбәптәрен асыҡларға кәрәк, - тип һанай Раил Сәлих улы. - Бының өсөн комиссия булдырырға кәрәк, ул суицид үлеме уртаса Рәсәй күрһәткесенән юғары булған райондар менән эшләйәсәк.
       Йәш кешеләр торлаҡ һәм эш менән тәьмин ителергә тейеш, тип белдерҙе Раил Сарбаев. Беҙҙең төп бурыс - йәш ғаиләләргә, үҫеп килгән быуынға ярҙам итеү, уларҙың башланғыстарын хуплау.
       - Беҙҙең республика бөтә яҡлап та ыңғай һәм алға барыусы төбәк һанала, - тине Раил Сәлих улы. - Төбәкте нығытыу өсөн Президент бик күп эш башҡара. Республика райондары һәм ҡалалары етәкселәре яғынан да ошондай уҡ иғтибар булырға тейеш. Тормош көтә башламаған йәштәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы бигерәк әсендерә.
       Ойоштороу комитеты ултырышында үҫеп килгән быуынға рухи-әхләҡи һәм ватансыл тәрбиә биреү, йәштәр хәрәкәттәрен әүҙемләштереү, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, уларҙың ялын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
       - Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын үткәреү буйынса саралар планы проекты бөтә министрлыҡтар һәм ведомстволар тәҡдимдәре нигеҙендә эшләнде, - тине Илдус Илешев. - Уға 70-тән ашыу сара ингән. Был саралар Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылының маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итер һәм уларҙа йәштәр әүҙем ҡатнашыр тип ышанабыҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал