6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Шөрөптәр, тростар һәм махсус "кеҫәләр" тураһында
22.01.09


       Сәнәғәт, банк секторы - был өлкәләргә дәүләт етди иғтибар бүлә. Нимә эшләйһең - көрсөк! Ә коммуналь хужалыҡ (вайымһыҙ Торлаҡ-эксплуатация участкаһы һәм бик тиҙ үҫкән тарифтар менән бергә) ташландыҡ хәленә килә һәм онотола... Бөгөн уның ҡайғыһы юҡ!
       Ә уның "бәләкәй" проблемалары кәмемәй бит. Фатир өсөн түләргә кәрәк, элекке кеүек, - дөрөҫөрәге, тағы ла күберәк. Түшәмдән ямғыр үтә, ә ТЭУ-нан слесарь килеп бармай. Ихатала түшәлгән асфальт тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, ә подъездағы почта йәшниктәре... Лифтта йәбештерелгән рекламалар тамам туйƒырҙы.
       Республиканың коммуналь хужалығы өлкәһендә хәлдәр шулай насармы? "Ярҙам" итегеҙ тип ҡысҡырыу урынлымы? Юҡтыр. Иң яҡшыһы - үҙеңде торлаҡ хужаһы итеп күрергә һәм, аҙаҡ насар булмаһын өсөн, бөгөндән үк бөтәһен дә үҙ ҡулыңа алырға кәрәк. БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин "Власть менән диалог" тапшырыуында нәҡ ошо фекерҙе белдерҙе.
       "Власть менән диалог" тапшырыуында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин менән осрашты. Журналистар ведомство башлығына үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Ябай граждандарҙы борсоған һорауҙар, коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡараған проблемалар яҡтыртылды. Шуларҙың береһенән башлайыҡ:
       - Ғеман Ғибаҙулла улы, коммуналь льготаларҙы монетизациялау тураһында һөйләгеҙ әле.
       - Билдәләп үтәйем, элек льгота алған кешеләрҙең уларға күрһәтелгән коммуналь хеҙмәттәргә контроллек итеү һәм уның сифатына тәьҫир итеү мөмкинселеге юҡ ине. Ә хәҙер улар был аҡсаны үҙҙәре аласаҡ һәм ТЭУ менән үҙҙәре үк иҫәпләшәсәк. Минең уйымса, был бөтә системаға ыңғай тәьҫир итәсәк.
       Әлбиттә, тулы сумма менән квитанция алған кешеләр ғәжәпкә ҡалыр - был осраҡта үҙеңдең идара итеүсе ойошмаңа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
       - Республикала тарифтар даими үҙгәрә. Был нимә менән аңлатыла?
       - Һеҙ, моғайын, "төрлө яҡлап субсидия биреү" (граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә сығымдарының бер өлөшөн предприятиелар ҡаплай) тигән төшөнсә менән таныштыр. Тарифтарҙы күтәреү маҡсаты - был айырманы бөтөрөү (бөгөн ул 18 процент тәшкил итә). Әммә уны "тигеҙләү", халыҡ та, һәм предприятиелар ҙа электр энергияһын баҙар хаҡы менән алһын өсөн, 2011 йылға планлаштырыла.
       Бынан тыш, "иҡтисади нигеҙләнгән хаҡ" тигән төшөнсә бар. Ресурстарҙың үҙенә һәм хеҙмәтләндереүгә сығымдарҙан тыш, беҙ үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәргә - слесарҙарға, урам һепереүселәргә, сантехниктарға эш хаҡы түләргә бурыслы. Күптәр, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәрергә кәрәк, ти. Һәм шул  уҡ ваҡытта тарифтарҙың үҫеүенә зарлана. Ә был асыҡтан-асыҡ ҡапма-ҡаршылыҡ бит. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда республикала электр энергияһына, һыуға һәм йылылыҡҡа хаҡтар түбән. Юғары эш хаҡына аҡсаны ҡайҙан алырға?
       Бына миҫал: Башҡортостанда биш меңгә яҡын квалификациялы эшселәр (слесарҙар, иретеп йәбештереүселәр, сантехниктар һәм башҡалар), һәм квалификацияһыҙ урам һепереүселәр, йыйыштырыусылар (биш мең) талап ителә. Эш хаҡын күтәрмәй тороп, бер кем дә эшкә тотонмаясаҡ.
       - Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау íèñåê áàðà?
       - 2008 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан бергә финанслауға республиканан һигеҙ ҡала (Өфө, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө һәм Туймазы) заявка бирҙе. Капиталь ремонтҡа һәм авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереүгә федераль бюджеттан 1,32 миллиард һум аҡса алынды. Республика был средстволар буйынса бөтә йөкләмәләрен үтәне: 211 йортта капиталь ремонт үтте, шулай уҡ авария хәлендәге 50 йорттан 1530 кеше күсерелде.
       Ағымдағы йылда тағы 5 мең кеше өй туйлаясаҡ. Был маҡсатҡа республика федераль бюджеттан 1,401 миллиард һум аласаҡ. Тағы 600-700 миллион һумға заявка бирелгән. Бөтәһе лә план буйынса бара, йылдан-йыл финанслау күләмдәре лә арта.
       - Ғеман Ғибаҙулла улы, подъездарҙа почта йәшниктәрен даими ваталар. Йорт хужаларына ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
       - Әлбиттә, һеҙ почта йәшниктәрен алмаштырыу үтенесе менән Торлаҡ-эксплуатация участкаһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Әммә уéлап ҡарағыҙ - уларҙы яңынан ватмаҫтармы? Аңлашыла, хулигандар күрше райондан килмәй бит - мөлкәтебеҙҙе үҙебеҙҙең балалар юҡҡа сығара.
       Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙҙең подъездағы һәр шөрөптә, һәр баҫҡыста һеҙҙең милек өлөшө бар. Ни өсөн беҙ уның менән насар мөнәсәбәттәбеҙ? Ни өсөн балаларҙы яҡшылыҡҡа өйрәтмәйбеҙ? Торлаҡ-эксплуатация участкаһы баш тартты, тип фараз итәйек - имеш, аҡса юҡ. Ә һеҙ Торлаҡ милекселәр ширҡәте булдырығыҙ, йыйылыш үткәрегеҙ, һәм айына биш тапҡыр дымлы йыйыштырыу урынына бер тапҡыр ғына йыйыштырығыҙ. Ә ҡалған аҡсаларға почта йәшниктәрен алмаштырығыҙ. Бынан һуң бер кемдә лә ватыу теләге тыумаҫ.
       - Беҙҙә подъезға инеү юлдарын яҡшы тип әйтеп булмай.
       - Элек уларҙы капиталь ремонт сметаһына индерәләр ине, ә бөгөн (средстволарҙың етешмәүенә бәйле) индермәйҙәр. Проблема шул сәбәптән.
       Бында ике вариант: әгәр проблемалы территория йорт тирәһендә булһа, һеҙ ТЭУ-ға мөрәжәғәт итеп, ремонт талап итә алаһығыҙ. Әгәр юҡ икән, бында инде бер ниҙә эшләп булмай - закон буйынса бындай территориялар муниципалитет ҡарамағында тора. Һуңғылары уларҙы ремонтлау эшен үҙенә алмай. Бында реформаның тамамланыуын көтөргә кәрәк, ул саҡта бөтә майҙандар Торлаҡ-эксплуатация участкаһы яуаплылығынан китәсәк. Республикала юлдарҙың торошо насарҙан түгел - быны баш ҡала ҡунаҡтары ла билдәләй.
       - Һәр көн тиерлек бер проблемаға þëûàšû¾ - машинаны ҡайҙа  ҡуйырға?
       Һеҙҙә бер проблема - машина ҡуйырға урын юҡ. Ә бына Торлаҡ-эксплуатация участкаһында - башҡа: иртән ҡар таҙартҡан тракторсыға был машиналар араһынан нисек үтергә. Насар таҙарталар икән, беҙ зарланабыҙ.
       Иҫке нормативтар, иҫке проекттар - былар ҙа проблема тыуҙыра. Әйткәндәй, был проблеманы Мәскәүҙә ябай юл менән хәл итәләр: машина ҡуйыу урындарына трос һуҙалар. Минең ҡарашҡа, йорттар янында күп ҡатлы машина ҡуйыу урындарыí төҙө¼ ê¼ïêœ îòîøëî áóëûð èíå. Төҙөлөш ваҡытында автомобилдәр өсөн ихаталарҙа махсус "кеҫәләр" булдырырға кәрәк - был плюс.
       - Лифттар реклама менән тулған. Был законлымы?
       - Әгәр рекламанан хеҙмәтләндереүсе ойошмаға (йәғни һеҙҙең торлаҡ фонды ихтыяжына) проценттар килә икән, ул саҡта бында бер ниндәй ҙә законһыҙлыҡ юҡ. Әгәр һеҙ (торлаҡ хужаһы) реклама белдереүҙәренән арынырға теләһәгеҙ, һеҙгә бер ниҙә ҡамасауламай - Торлаҡ-эксплуатация участкаһына тейешле ризаһыҙлыҡ яҙығыҙ!
       - Ғөмүмән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә нимәлер үҙгәртеү нигә кәрәк?
       - Элек был өлкә тулыһынса дотациялана ине - бынан нимә килеп сыҡты. Шуға күрә реформалауҙың маҡсаты - Торлаҡ-эксплуатация участкаһына түгел, ә граждандарға, йорт хужаларына ярҙам итеү. Торлаҡ милекселәр ширҡәте һәм шәхси идара итеүсе ойошмалар булған райондарға финанслау тәҡдим ителә - бындай практиканың файҙалылығын донъя тәжрибәһе лә иҫбатлай.
       Милекселәр өсөн иң мөһиме (ìèí áûíû šœð š³éëœø弃œ òèåðëåê ºàáàòëàéûì) - үҙ хоҡуҡтарыңäû à¾ëàó һәм үҙеңде йорт хужаһы итеп тойорға өйрәне¼. Торлаҡ-эксплуатация участкаһы насар эшләйме? Яҡшы эшләгәндәрҙе яллағыҙ. Хеҙмәттәр үтә ҡиммәт була икән, Торлаҡ милекселәр ширҡәте йыйығыҙ, арзан һәм сифатлы эшләй алырҙайҙы табығыҙ. Иң мөһиме - был һеҙҙең мөлкәт булыуын аңлау һәм һеҙ уның менән командалыҡ итергә хоҡуҡлы!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал